«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Баламды йәберләмәгеҙ!”



07.07.2019 “Баламды йәберләмәгеҙ!”

Автобус тулы пассажир. Өлкәндәр – эшкә, ә балалар мәктәпкә ашыға. Араларында баҡсаға балаһын илтеүсе минең кеүек әсәләр ҙә бар.
Килеп инеү менән улымды берәү тубығына ултыртҡас, еңел һулап ҡуйҙым. Сит кешенең алдында ултырыуға ҡа­рамаҫтан, Искәндәр тәҙрә аша күргәнен ҡысҡырып барҙы:
– Әсәй, ҡара әле, ҡыҙыл автобус!
– Ана, цемент йөрөткөс! Уның төҙө­лөшкә китеп барғанын мин беләм!
– Ух, автотрейлер! Нисә машина те­йәгән – берәү, икәү, өсәү...
Техника йәнле балам ултырған ерендә сыҙамай, ҡалҡынып китә: һәр машинаға сәләм биреп, ҡул болғай. Мин уға тыныс ултырырға, борғоланмаҫҡа, артыҡ ҡыс­ҡырмаҫҡа ҡушып, ипләп кенә тыйып киләм.


Беҙгә ярҙамға килеүсе ханымға баланың ҡыҙыҡһыныуы оҡшаны булһа кәрәк, ул көлөмһөрәп тыңланы. Ә уның янында төптә урынлашҡан әбей күршеләге балаға йыш- йыш йәмрәйеп ҡараны, әленән-әле: “Уф-ф!” – тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Үҙ туҡталышына еткәс, урынынан торҙо ла, баламды торғоҙоп алғанды ла көтмәй, уның аяҡтарын гөрөп үтте:
– Дай пройти, колхоз! Че уставилась, понаехали тут! Твой ребенок даже на русском разговаривать не умеет, думаешь, из него нормальный человек выйдет?!

Баштан-аяҡ асыуына ҡойондороп, мине ныҡ итеп төртөп үткән әбейгә, баҡһаң, улымдың ләпелдәүе, унан бигерәк, үҙ телендә һөйләшеүе оҡшамаған! Искәндәр – ҡурҡышынан, мин – бындайҙы көтмә­гәнлектән, нимә тип ауыҙ асырға ла белмәй, ҡатып ҡалдыҡ.
Миңә ҡәтғи ҡарарға килергә бер нисә секунд етте. Ни өсөн үҙемде лә, баламды ла яҡлаша алмай, шымып ҡалырға тейешмен?! Күҙ алдымда бәләкәсемдең аяғын ауырттырып, беҙҙе мәсхәрәләп, екереп китеүсене өндәшмәй генә ебәрергә буламы ни?!

Улымды күтәреп алып, тегенең артынан автобустан сыҡтым да, бер-ике ырғыуҙа “тәрбиәсе”не ҡыуып еттем. Баланы ҡурҡытмаҫ өсөн, тауышымды күтәрмәй генә, башҡорт теленең рус теленән һис тә кәм булмауын аңлатып, “колхоз”дың кемлеген күрһәттем. Әгәр ҙә янымда бала булмаһа, мин һинең менән бөтөнләй икенсе төрлө һөйләшер инем, тинем, ыҫылдап. Ысынлап та, ярһыуымдан, бәпкәһен һаҡлап, йәнтәслим ташланған инә ҡаҙ рәүешендә инем. Әбей минең йөҙөмә, аҡайған күҙҙәремә ҡарап, берәй нәмә тип яуап ҡайтарһам, был йолҡҡослап ташлар, тип уйланы һәм ҡурҡты, ахыры. Ауыҙына һыу йотҡан кешеләй торҙо ла, артҡа сигенеп, беҙҙән ҡасыу юлын ҡараны.
Бындай хәлдәр тормошта булып тора: һинең балаңа сит-яттар асыулана, үҙенсә “тәрбиәләп” маташа. Балаңа янап, ҡотон алып китеүселәр менән нимә эшләргә? Бәлки, өндәшмәй ҡалыуың дөрөҫөрәк булыр? Ә сит кеше асыуланғанда, ҡурҡып, бөршәйеп ҡалған, һиңә яҡлау һорап баҡҡан баланың күҙенә нисек ҡарарға? Кеше балаһына асыуланыу яраған эшме? Сит балаға ҡысҡырыу уның атаһын йәки әсәһен әрләүгә тиң түгелме?

Балаға бер кемдең дә асыуланырға хаҡы юҡ. Хатта үҙ ата-әсәһенең дә! Ул әле яңы саҡ йәшәргә өйрәнеп килә. Уйлап ҡараһаң, закон буйынса баланың әлегә хоҡуҡтары ғына бар, ул бер нәмә өсөн дә яуап бирмәй. Ғөмүмән, яуаплылыҡты ихтыяр көсө тип иҫәпләргә кәрәк. Ихтыяр көсө өсөн баш мейеһенең маңлай өлөшө яуап бирә. Ә ул 18 – 20 йәштәргә генә өлгөрә. Баҡһаң, бөгөнгө балаларҙа баш мейеһенең маңлай өлөшө тағы ла һуңғараҡ етешә.

Беҙҙең халыҡтың күбеһе ауылда тәрбиәләнгән. Ауыл халҡы бала менән сөсө телләнеп бармай. Ауыл даирәһе – консерватив ҡиммәттәр мөхите. Ауылдаштар бер-береһе менән яҡын аралашҡанға сит кеше мөхитенең сиктәре юйыла. Күрше малайын мотлаҡ әрләп китеү, уны тәртипкә өндәү минең бурысым, тип һанай ауыл халҡы. Был балаларҙы яратмауҙан түгел, ә улар өсөн яуаплылыҡ тойғоһо арҡаһында барлыҡҡа килә. Был мәсьәлә ике яҡлы: уның яҡшы яғы ла, насар яғы ла бар. Яҡшыһы – ауылда бала, атай-әсәйем күрмәй, тип үҙенсә ҡыланып йөрөй алмай. Уны өлкәндәрҙән берәйһе күреү менән шунда уҡ ата-әсәһенә хәбәр итәсәк. Ошо рухта донъя көткән ауыл кешеһе, ҡалаға күсеп килһә лә, был холҡон ташламай. Үҙен сит балаға киҫәтеү яһарға хоҡуҡлы тип һанай. Ләкин был дөрөҫ түгел. Ҡалала йәшәү рәүеше башҡаса. Янында ата-әсәһе булған балаға бер ниндәй ҙә йоғонто яһарға ярамай.

Балаларҙың оло кеше алдында физик яҡтан да, рухи яҡтан да көсһөҙ булыуын, үҙ-үҙен яҡлай алмауын онотмайыҡ. Кеше балаһын түбәнһетеп, уны тәрбиәләргә хаҡы булмаусы инәй-бабайҙарҙың асыуланыуы бер кемгә лә оҡшамаясаҡ.

Бала психологияһы тураһында уҡып, шундай фекергә килдем: һеҙҙең балағыҙға һәр кем асыуланырға, уның шәхси рухи биләмәһенә теләһә кем үтеп инергә тейеш түгел. Был баланы йәбер-золомға тиҙ бирешеүсән итәсәк.

Әлегә бәләкәстең күңеле һәр кемгә асыҡ. Ҡаты күңелле ололар баланың ышанысын тапап ҡына ҡалмай, ә ата-әсәһенең дәрәжәһен дә төшөрә. Әгәр ҙә мин автобуста өндәшмәй тороп ҡалһам, “Әсәйем мине яҡлай алманы, ул көсһөҙ, уға таянырға ярамай” тигән фекер улымдың күңеленә инеп оялар ине. Бала саҡта йөрәктә уйылып ҡалған үпкәләр, агрессия көтөлмәгәндә бәреп сыға. Һуңынан, изге күңелле, миһырбанлы баламдың был эшкә нисек ҡулы күтәрелде икән, тип аптырарлыҡ булмаһын. Һәр төрлө агрессиянан азат, шат күңелле, ирекле бала тәрбиәләргә теләһәгеҙ, уны ҡурҡытып, рухи яҡтан көсләп үҫтермәгеҙ. Гел асыуланып, тәнҡитләп тороу бәләкәстең ҡанаттарын киҫәсәк, үҙ-үҙенә ышанмау комплексы тыуҙырасаҡ.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға