«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Һатып ал, һатып ал!”



28.06.2019 “Һатып ал, һатып ал!”

Балағыҙ магазинда әйбер һорап илаймы? Ғәҙәттә, “өс йәшлектәр кризисы”н кисергән бәләкәстәр магазинда йыш истерикаға бирелә. Ә 4 – 5 йәштәгеләр үҙҙәрен тынысыраҡ тота. Әйбер һатып алырға йыйынғанда уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн түбәндә һеҙгә бер нисә кәңәш.

Иртә осор
Ике йәшкә тиклем баланы магазинға эйәртмәүең яҡшы. Бындағы матур уйынсыҡтар, аллы-гөллө төҫтәр, тәмлекәстәр уны ярһыта. Тегене, быны ал, тип илай, тиҫкәреләнә. Ул әлегә йыуатҡанды ла, әрләгәнде лә ныҡлап аңламай.

Исемлек төҙөү
Олораҡ бала менән магазинға барыуҙы файҙалы шөғөлгә әйләндерегеҙ. Өйҙән сыҡмаҫ элек кәрәкле әйберҙәрҙең исемлеген төҙөгөҙ. Уҡый белмәгән бала өсөн аҙыҡ-түлек төшөрөлгән махсус карточкалар яһарға һәм уның буйынса продуктты эҙләргә тәҡдим итегеҙ. Һуңынан ярҙамы өсөн берәй тәмлекәс тә һатып алығыҙ.
Был ысул аша бала кәрәкле әйберҙе генә һатып алыуҙың мөһимлегенә төшөнәсәк.

“Теләктәр дәфтәре”

Магазинда уйынсыҡ өсөн янъял сыҡһа, ошо юл менән ҡотолоп ҡарағыҙ. Бала һораған тәтәйҙәрҙе бер блокнотҡа яҙып барығыҙ: “Әйҙә, быны “Теләктәр дәфтәре”нә яҙып ҡуяйыҡ. Тә-әк, улыма фәлән уйынсыҡ кәрәк. Өйгә ҡайтҡас, был турала ныҡлап уйларбыҙ”. Исемлек оҙонаясаҡ тип ҡурҡмағыҙ, бала өйгә ҡайтҡансы кире уйлаясаҡ йәки онотасаҡ. Ә ҡалғандарын бергәләп тикшерегеҙ. Уйынсыҡтарҙың ҡиммәтлеһен тыуған көнгә ҡалдырығыҙ, ә арзандарын дәртләндереү өсөн һатып алығыҙ.
Иң мөһиме, “Теләктәр дәфтәре”н дөрөҫ ҡулланыу.

Сығып китеү
Үҙһүҙлеләнгән балаға бер тапҡыр теләгән әйберен һатып алһаң, бындай юл менән һәр саҡ һеҙҙе “һығасаҡ”. Ҡәтғи тауыш менән һатып алмауығыҙҙы әйткәнһегеҙ икән, үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Иң яҡшыһы, магазиндан сығып китергә һәм кәрәкле әйберҙәр артынан икенсе юлы килергә.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға