«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ете бөртөк ун беренселәр



21.05.2019 Ете бөртөк ун беренселәр

Май айы Хеҙмәт байрамы, Бөйөк Еңеү тантанаһы, муйыл-алмағастарҙың сәскә атыуы, һандуғастарҙың тыуған ергә әйләнеп ҡайтыуы менән айырыуса күркәм, яҡын, гүзәл. Шулай уҡ тап ошо ай мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтеүе менән дә билдәле. Һәр ҡала-райондың белем усаҡтарында ошо йәһәттән ҡыҙыу әҙерлектәр бара – тиҙҙән йәш йөрәктәргә һағыш уты сәсеп, ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ.

Уҡыусыларҙан бигерәк, синыф етәкселәре был көндө нығыраҡ һағышлана торған. Сөнки нисәмә йыл уҡыусыларҙы ҡурсалап-бәпләп белем үр­ҙәренә әйҙәгән, тәрбиә нигеҙ­ҙәренә төшөндөргән уҡытыу­сылар өсөн үҙ синыфы тора-бара үҙ балалары кеүек яҡынға әйләнә. Быйыл өсөнсөгә уҡыу­сыларын сығарған Әбйәлил районы Байым урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Абдрафиҡова ла, уҡыусыларҙы оло юлға оҙатҡан һайын, теләйһеңме-юҡмы, күңелгә барыбер һағыш инеп оялай, ти:

– Һәр синыф үҙенсәлекле, ҡәҙерле, иҫәпле генә бит ул. Мәҫәлән, быйылғы 11-се синыфта ете генә бала белем ала. Бишенсегә килгәндә улар йәмғеһе 24 уҡыусы ине. Әммә күптәре 9 –10-сынан һуң төрлө уҡыу йортона уҡырға инеп, Өфө, Белорет, Магнитогорск, Сибай ҡалаларында уңышлы ғына һөнәри белем ала. Ә 11-сегә ҡалған уҡыусыларым барыһы ла алда торған етди һынауҙарға әҙерләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһы аңлы, үҙаллы, киләсәккә үҙҙәренә аныҡ ҡына маҡсаттар ҡуйған да инде. Берәүҙәре теүәл фәндәрҙе үҙ итһә, икенселәре гуманитар өлкәне һайларға йыйына һәм шул йүнәлештә әҙерлек алып бара. Ҡыҙҙарҙың дүртеһе лә уҡыу алдынғыһы, һәр береһе үҙен мәктәптә төрлө бәйге, олимпиада, конкурстарҙа, йәмәғәт эшендә һынап ҡараны. Әйтәйек, Наҙгөл Хөснөтдинова киләсәктә үҙенең тормошон теүәл фәндәр менән бәйләргә йыйына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул бик хисле ҡыҙ – шиғырҙар яҙа. Ижад емештәре менән район гәзите ойошторған конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе булды. Наҙгөл – өйөндә һеңлеһе менән ҡустыһына өлгөлө апай, мәктәптең шаяндар һәм отҡорҙар клубының бик әүҙем ағзаһы (КВН-сы булараҡ бер нисә тапҡыр республика кимәлендә еңеү яуланылар), башҡорт мәҙәниәтенән олимпиадалар еңеүсеһе лә. Айгүзәл Вахитова ла шиғырҙар ижад итеү менән мауыға, башҡорт теле, хеҙмәт фәндәренән бер нисә йыл рәттән олим­пиадаларҙа призлы урындар яуланы. Уның иҫ китмәле матур иншалары район кимәлендә танылһа ла, Айгүзәл техник юғары белем алырға уйлай. Бик тырыш Гөлназ Ғиззәтуллина аҡыллы, төплө итеп фекерләүе менән айырым ихтирамға лайыҡ. Оҫта ҡуллы ҡыҙ бешеренергә, тәмлекәстәре менән байрамдарҙа синыфташтарын һыйларға ярата. Оло йәштәге өләсәһен ҡарарға ла, имтихандарға әҙерләнергә лә өлгөрә, әсәһенең ныҡлы таянысы. Киләсәктә медицина юлынан китергә хыяллана. Фирүзә Шәйәхмәтова тырыш­лығы менән башланғыс синыфтарҙа уҡ айырылып торҙо. Шулай уҡ башҡорт теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән бер нисә тапҡыр олимпиадалар еңеүсеһе булды, мәк­тәптең шаяндар һәм отҡорҙар клубы ағзаһы ла. Фирүзә дөйөм гимнастика буйынса республика ярыштарында еңеү яулауға өлгәште, теүәл фәндәр буйынса һынау тоторға йыйына. Өс бөртөк кенә егетебеҙ ипле холоҡло, аҡыллы булыуы, шаянлыҡтары менән айырылып тора. Район буйынса “Урал батыр” бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар алған шаян Заһир Хәйруллин күңелендә телсе булыу хыялын йөрөтә. Әсәһенең төп таянысы, ғорурлығы ул. Синыфтың алмаш­тырғыһыҙ хужалыҡсыһы Иҙел Мәхийәнов егәрлелеге, сабыр, тыныс булыуы менән алдыра. Дуҫтарына ла, синыф етәксеһенә лә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, ярҙамсыл, тәрбиәле егет. Киләсәктә электрик булырға теләй. Мәктәптең президенты Айгиз Сәйетғәлин тормошон медицина менән бәйләргә ниәтләй. Биология фәненән олимпиадала призлы урынға лайыҡ булған егет Фирүзә кеүек дөйөм гимнастика буйынса республика кимә­лендә еңеүҙәр яулауға өлгәште.

Мәктәптә уларҙы бәләкәй синыф уҡыусылары бик ныҡ хөрмәт итә. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” өлгөлө балалар бейеү ан­самблендә шөғөлләнеп, күп тапҡыр ра­йон­да, республикала үткәрелгән “Байыҡ”, “Сыңлы үксә” кеүек бейеү бәйгеләрендә үҙ төркөмдәрендә еңеү алып ҡайтты. Спорт буйынса ла төшөп ҡалғандарҙан түгел улар. Һәр яҡтан килгән тырыш, аҡыллы егеттәрем һәм ҡыҙҙарым имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡыу йорттарына инеп китер, унда ла һынатмаҫ, тип уйлайым.

“Ә әлегә уларҙы оло һынауҙар көтһә лә, ҡурҡмаһындар, гел алға, еңеүҙәргә, уңыштарға табан ышаныслы барһындар”, – ти Әлфиә Бәхтиәр ҡыҙы. “Йәшлек” гәзитенә синыфтары менән яҙылып, баҫмабыҙҙы даими уҡыған йәштәрҙең тормошта юғалып ҡалмаҫына, маҡ­саттарына ирешеренә беҙҙең дә өмөтөбөҙ ҙур. “Аҡбуҙат”тан башлап, “Аманат”, “Йәншишмә”гә күскән, һуңынан “Йәшлек”те уҡыған кеше бер ҡайҙа ла хур булмай ул – был күптән һыналған.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға