«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар



23.05.2019 Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Башҡортостанда балалар ҡаҙ­на иҫәбенә төрлө түңәрәктә шөғөлләнә ала, бының өсөн электрон сертификаттар булдырыла, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙсе.
Рәйлә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


– РФ “Мәғариф” өҫтөнлөклө проектына ярашлы, республикала “Һәр баланың уңышы” тип аталған төбәк проекты эшләй башлаясаҡ. Ул баланың өҫтәмә белем алыуына, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булып тәр­биә­ләнеүенә шарттар тыуҙыра. Ошо маҡсаттан республикала яңы уҡыу йылынан башлап өҫтәмә белем биреүгә электрон сертификаттар ғәмәлгә индереләсәк.

Ата-әсәләр онлайн-режимда махсус программаға теркәлеп, балаһына иҫәптә күпмелер һум аҡсаһы булған электрон документ төҙөй аласаҡ. Был сертификатты өҫтәмә дәрестәргә, шахмат, бассейн һәм башҡа түңәрәктәргә түләү өсөн ҡул­ла­нырға мөмкин. Өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән аҡсаны бюджет һәм коммерция түңә­рәктәре өсөн дә тотонорға була.

– Ата-әсәләргә электрон сис­темала баланың ҡайһы түңә­рәккә йөрөгәнлеген күр­һәтергә генә кәрәк буласаҡ. Унда төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә дәрестәр өсөн түләүҙәр күсереләсәк. Әгәр ҙә бала түңәрәкте ташлаһа, түләүҙәр шунда уҡ туҡтатыла. Ә ҡалған аҡсаны башҡа түңәрәктәр өсөн тотонорға мөмкин буласаҡ, – тине БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Әйткәндәй, был проектта лицензияһы булған мәғариф ойошмалары ғына ҡатнаша ала. Ата-әсәләр сертификаттағы аҡ­саны бер нисек тә ҡулына ала алмаясаҡ. Түләүҙәр төбәк бюджетынан туп-тура мәғариф ойошмаһы иҫәбенә күсәсәк.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға