«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!



11.03.2019 Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Нимә ул буллинг? Беҙҙеңсә юрамал яла яғыу, мыҫҡыл итеү, кәмһетеү тигәнде аңлата. Һүҙе заманса булһа ла, был күренеш беҙҙә электән киң таралған, йәшерен-батырыны юҡ. Быға тиклем хулиганлыҡ тип аталһа, уға күп ваҡытта күҙ йомолһа, хәҙер буллинг өсөн енәйәт эше асылыуы бар.

“Үргә ос” Беренсе мәктәп форумында Радий Хәбиров тәүгеләрҙән булып, ниһайәт, асыҡтан-асыҡ буллинг хаҡында сығыш яһаны. Ул, республика мәктәптәрендә кәмһетеү, көс ҡулланыу булырға тейеш түгел, тип талап итте. “Мәктәптең әхлаҡи, психологик мөхите мөһим роль уйнай. Бындай яуызлыҡ балаға ғына түгел, барлыҡ мәғариф системаһына зыян килтерә. Уҡыусыларҙың эҙәрлекләнгән, мыҫҡыл ителгән осраҡтарына юл ҡуймағыҙ – был факттар ғәҙәттән тыш хәлгә тиң булырға тейеш”, – тип белдергәйне Башҡортостан етәксеһе.



Балалар һәм үҫмерҙәрҙең рәхимһеҙлеге хаҡында һөйләшеүе бигерәк ауыр. Ул ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшерелгән йомаҡ кеүек. Нилектән килеп сыға был яуызлыҡ – ғаиләнәнме, ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәтенәнме, урам йоғон­тоһомо? Был проблеманы һис тә бер яҡлап ҡына хәл итеп булмай. Шуға күрә уҡыу учреждениеларында буллинг күренешен булдырмау буйынса БР Йәмәғәт палатаһы ойошторған “Янымда бул” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”гә төрлө һөнәр эйәләре – юғары класлы психологтар, психотерапевтар, профилле министрлыҡтар һәм власть органдары эксперттары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары йыйылды. Һөйләшеүҙең темаһы – өлкәндәрҙең балаға түгел, ә баланың балаға ҡарата рәхимһеҙлеге. Дөрөҫөн әйткәндә, был күренештең тамырҙары тәрәнгә барып тоташа. Беҙ бала саҡта ла осраны ундай хәлдәр. Тик яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәткән белем усағы – туған мәктәбебеҙҙә балаларҙың бер-береһен генә түгел, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың да йәберһетеп ҡарауын татығаныбыҙ булды. Ә бына замана уҡыусыларының ҡан­һыҙлығы, ҡаты бәғерле булыуы хаттин аша. Башҡа һыймаҫлыҡ яуызлыҡ ҡылыу ғына түгел, хатта үлтереү осраҡтары ла теркәлә. Әлбиттә, улар күп түгел, тик бала енәйәте тураһында һүҙ барғанын онотмайыҡ.

Ун-ун алты йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр туҡмай, язалай, хатта көсләй – ошо “тамаша”ны башҡалар көлә-көлә телефонға төшөрә. Әлеге видеояҙманың интернет аша тараласағын белеп тә, “көслө” “көсһөҙ”ҙөң сәләмәт­легенә зыян килтереүен артабан да дауам итә. Яза булмаясағын белеп, башҡаларға “хайп” күрһәтергә теләп, рәхәтләнеп язалай.

Психологик-педагогик реалибитация һәм коррекция үҙәге директоры Наталья Казбан бел­­­дереүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендә директорҙар һәм уҡытыусылар буллинг факттарын танырға теләмәй. “Уҡыусыларҙың бер-береһен кәмһетеү, төр­көмдәргә бүленеү, хәлле ғаиләлә үҫкән балаларҙың ярлы ғаиләнән булған тиҫтерҙәрен “хәйерсе” тип йәберләү күре­нештәре киң таралған, бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә. Ә мәктәп был хәлдәрҙе донъяға таратмаҫ өсөн барыһын да эшләй, буллинг проблемаһын күп осраҡта инҡар итә. Психологтар ҙа бындай факттарға дөрөҫ баһа бирмәй. Уҡыу учреждениелары хакимиәте һәм уҡытыусылар менән ошо күренеште профилактикалау эшенә тотонорға ваҡыт”.

БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина: “Буллинг проблемаһы ведомство-ара бәйләнеште талап итә. Кон­фликтҡа бала, мәктәп һәм ғаилә инә. Беҙ төҙөгән команда ошо “өсмөйөш” менән эшләргә тейеш”, – тине, сараны асып.

– Социологик һорау алыуҙа ҡатнашҡан Өфөләге 34 мең 9-сы класс уҡыусыһының 15 проценты кәмһетеүҙәргә дусар булған, – тигән статистика килтерҙе ҡала мәғариф идаралығының су­и­цидтарҙы профилактикалау методисы Елена Новикова. – Уларҙың 12 проценты мәктәптә, 3 проценты – урамда йәки башҡа урындарҙа. Ә 27 проценты буллингтың шаһиты булған.

Билдәһеҙ “йыртҡыс”



– Һәр мәктәптә балалар өсөн “ышаныс телефоны” номеры күрһәтелгән. Ә шылтыратыуҙар юҡ тиерлек. Ни өсөн? Сөнки был телефон һандары оло стендтың бер мөйөшөндә ваҡ һандар менән яҙып ҡуйылған. Социаль-психологик ярҙам тураһында яҙма әллә ҡайҙан иғтибарҙы яулап торорға тейеш, яҙма үҙе үк баланың ышанысын яулап алһын! – ти БР Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Милана Скоробогатова. “Буллинг проблемаһы яңы түгел. Балалар психикаһына хас күренеш: үҫмерлек осоронда төрлө төркөмгә берләшеү ғәҙәти, был бәйләнеш лабораторияһы тип атала. Өр-яңы проблема ул – кибербуллинг. Уға ҡаршы нисек көрәшергә бөтөнләй белмәйбеҙ. Элек кәмһетеү осрағының шаһиттары бер нисә кеше булһа – класташтар, уҡытыусылар, ә хәҙер был хаҡта ҡорбан менән таныш булмаған кешеләр хәбәрҙар. Сөнки интернетҡа һалынған факт барлыҡ донъяға тарала”, – тип өҫтәне Милана Марат ҡыҙы.

Интернет аша фейк биттәрҙән эш иткән мыҫҡыл итеүсене асыҡлауы ауыр. Берәүҙе ҡорбан итеп һайлағас, уны күмәкләп агрессив рәүештә йәберләүҙән ҡыҙыҡ табалар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөнөң 131-се мәктәбе уҡыусылары социаль селтәрҙә үҙҙәренең класташына яла яҡҡан. Ҡыҙ хаҡында «енси бәйләнеш аша йоғоусы сир менән ауырый», тигән ялған мәғлүмәт тарата тиҫтерҙәре. Республика Эске эштәр министрлығы хеҙмәт­кәрҙәре хәбәр итеүенсә, полиция был ғәйбәттең сығанағын асыҡлаған. Тик 15 йәшлек үҫмерҙәргә “яла яғыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата алмағанлыҡтан, уларҙың ата-әсәләренә административ протокол төҙөгәндәр. Был факт буйынса материалдар Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияһына тапшырылған. Үкенескә күрә, кибербуллинг замана балалары һәм үҫмерҙәре араһында киң таралған. Баланың нығынып етмәгән психикаһы яуызлыҡҡа ҡаршы тора алмай, һөҙөмтәлә йә суицид ҡылына, йә башҡаһы. Бала йәки үҫмер енәйәте йәмғиәтте айырыуса шаулата.

Март айында социаль селтәрҙәрҙә буллингка ҡаршы махсус хэштегтар, ата-әсәләрҙең көрәш тәжрибәһе яҙмалары урын аласаҡ.

Балаларға ярҙамға



Был мәсьәләне хәл итеү буйынса республикала эшсе төркөм булдырыла. Проблема төрлө яҡлап ҡарала: уҡыусылар менән генә түгел, ә педагогтар, ата-әсәләр, психологтар һәм башҡа белгестәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Эшсе төркөмдө Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлек һәм иреклелек комиссияһы рәйесе Лида Иҫәргәкова етәкләйәсәк.

– Беҙҙең төп бурыс – проблеманы хәл итә алғандай команда төҙөү. Уны бер айҙа йәки бер йылда юҡҡа сығарырлыҡ түгел. Бөгөндән үк маҡсатлы эш башлағанда юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин буласаҡ. Буллинг – беҙҙең республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә таралған. Башҡортостандың уны күр­мәмешкә һалышмауы маҡтауға лайыҡ. Йыл башынан алып БР Мәғариф министрлығына буллинг факттары буйынса биш мөрәжәғәт булған.

Эшсе төркөм программаһы комплекслы буласаҡ. Фәндәр академияһының да беҙгә ҡушылыуы мөһим, сөнки алда социологик һорау алыу бурысы ята, – тине төркөм етәксеһе.

– Беҙ тәрбиәләнгән совет осорондағы система бөтөнләй юҡҡа сыҡты, – ти Баҫма һәм киң матбуғат саралары агентлығы еткәсеһе урынбаҫары, дүрт бала атаһы Марат Ғәзизов. – Бөгөн балалар кемгә ҡараһын, кемдән өлгө алһын? Телевидениела прайм-таймда барған тап­шырыуҙарҙы, фильмдарҙы ҡара­ғыҙ. Шуны ҡарап үҫкән бала кемдән үрнәк алырға тейеш? Бала психикаһына ысын мәғәнәһендә һөжүм бара. Барлыҡ сығыш яһаусылар менән килешәм, ысынлап та, проблема күп яҡлы. Тик буллингка ҡаршы көрәш тип, һәр мөйөш һайын саң ҡағып, уға ҡарата йәш быуын араһында резонанслы ҡараш, үтә популярлыҡ тыуҙырмайыҡ.

“Буллингты хәл итеүҙә мәк­тәптәрҙә уҡыусыларҙың үҙида­ралыҡ үҫеше ярҙам итәсәк. Балалар күберәк төрлө сараларҙа ҡатнашһа, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтһә, ниндәйҙер шөғөл менән мәшғүл булһа, кемделер кәмһетеү хаҡында уйламаясаҡ”, – тип тәҡдим итә 11-се Аксаков гимназияһы уҡытыусыһы, БР Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Егор Тарасевич.


Сирен йәшергән – үлгән



Яуызлыҡ, ҡанһыҙлыҡ... Был һүҙҙәр балаларға һәм үҫмерҙәргә һис тә килешмәгән кеүек. Ләкин Республика клиник психотерапия үҙәгенең медицина психологы Ирина Хохтың сығышына ҡарағанда, донъяла кибербуллинг буйынса Рәсәй беренсе урынға сыҡҡан. Әйткәндәй, был социологик тикшереү 11 йәшлек балалар араһында уҙғарылған. Бала­ларҙың дүрттән бер өлөшө тиҫтерҙәрен кәмһетеүҙә ҡатнашҡан, 13 проценты буллинг ҡорбаны, барыһы ла тиерлек уның шаһиты, күҙәтеүсеһе булған.

Быға тиклем йылдар буйы йәшереп маташҡан буллингка ҡаршы Башҡортостанда оло проект старт алды. Яуызлыҡты төбө-тамыры менән аҡтарып сығармаһаң, ул баҡсаны баҫҡан аҡтамыр үләне кеүек, ҡара эштәрен йәнә башлаясаҡ. Иң мөһиме – балалар һәм үҫмерҙәр араһына өлкәндәр ҡыҫылмайынса ул юҡҡа сыҡмаясаҡ.

Бәләкәй генә бер факт та иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмаһын. Әгәр ҙә балағыҙҙы тиҫтерҙәре ҡыйырһыта икән, барыһын да аяҡҡа баҫтырығыҙ, саң ҡағығыҙ. Ваҡытында яһалған киҫәтеү күп күңелһеҙ хәлдән аралап алып ҡалыр.

Һәр баланың буллинг ҡорбанына әйләнеүе бар. Шулай уҡ буллер ролендә лә һәр кем – ата-әсә агрессияһына дусар булыусы йәки өлкәндәрҙең иғтибарына мохтажлыҡ кисереүсе һәм башҡа баланың булыуы мөмкин. Өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы баланы аҙҙыра, тәртәнән сығара. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаһына күрһәтергә тейешле наҙ-хәстәрҙе, ваҡыт тарлығына һылтанып, уның матди ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән генә сикләнә.

Бала ауыр хәлгә тарыған осраҡта ваҡытында сик ҡуйыу мөһим. Бының өсөн ата-әсәләргә бала тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәтте белергә кәрәк. Әгәр ҙә ул ата-әсәһенең һөйөүен һәм хуплауын тойһа, ҡырын эшкә бармаясаҡ. Игелек белеп үҫкән бала башҡаларға ҡарата ла үҙен игелекле тотасаҡ.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға