«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Беҙҙекеләр иң яҡшы вуздарға инһен!



01.02.2019 Беҙҙекеләр иң яҡшы вуздарға инһен!

Беренсе мәктәп форумында Радий Хәбиров: ”Уҡыҡ алдынғылары ниндәй юғары уҡыу йортона инергә теләй, шунда белем алһын. Тик улар республикаға әйләнеп ҡайтһын. Бының өсөн, уҡытыусылар, һеҙгә өндәшәм, отличниктарға тешегеҙ-тырнағығыҙ менән йәбешегеҙ. Хәҙерҙән үк аңлатыу эштәре алып барығыҙ. Ҡиммәтле кадрҙар үҙебеҙгә ныҡ кәрәк”, – тине.

– Был фекерҙең яңғырауына мин ифрат шат, – ти БР Эске сәйәсәт буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Азат Бәҙрәнов. – Уҡыу алдынғылары ғына түгел, барыһы ла ҡайтһын ине.

Ҡасандыр БР Мәғариф министрлығы тарафынан уҡырға ебәрмәү, хатта тыйыу кеүек йәшерен сәйәсәт алып барылды. Үҫмерҙең үҙе теләгән вузға инергә хоҡуғы бар. Ә төбәк, республика үҙенең ул-ҡыҙҙары уҡып ҡайтыуға бар шартты тыуҙырырға бурыслы. Радий Фәрит улының был тәҡдимен өлкән класс уҡыусылары ғына түгел, ә Мәскәү, Питерҙағы белем алған студенттар ҙа ҡыуанып ҡабул итәсәк.

Бөгөнгө форум – Радий Хәбировтың позицияһының дауамы. Ул ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклекте күрһәтеп, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә аныҡ бурыстар ҡуйҙы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға