«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Капиталды кем нисек файҙалана?



04.02.2019 Капиталды кем нисек файҙалана?

“Әсәлек капиталы” программаһы ғәмәлгә ингәндән алып 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем Башҡортостанда 301931 дәүләт сертификаты тапшырылған. Был 93,8 миллиард һум тигән һүҙ.

Белеүегеҙсә, дәүләт ярҙамын мәктәпкәсә учреждениелар өсөн түләгәндә файҙаланып була. Быға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланың уҡыуы өсөн түләүгә һәм әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереп була ине. Хәҙер иһә балағыҙҙың түләүле балалар баҡсаһында тәрбиәләнгәне, мәктәпкәсә учреждениела шөғөлләнгәне өсөн “әсәлек капиталы”нан түләргә мөмкин. Бында дәүләт учреждениелары тураһында ғына һүҙ бармай. Сабыйҙарын шәхси баҡсаға йөрөтөүселәр ҙә был аҡсаны файҙалана ала, тик ойошманың белем биреүгә лицензияһы булыуы шарт.

РФ Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе сайты хәбәр итеүенсә, республикала “әсәлек капиталы”н, ғәҙәттәгесә, күберәк торлаҡ өсөн файҙаланалар. Ипотека түләүгә һәм торлаҡ һатып алыуға – 175 169, кредит йәлеп итмәйенсә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға – 68 668, белем биреү өлкәһенә ҡағылған 11 660 ғариза ҡабул ителгән. Ә 1413 ғаилә ясле һәм балалар баҡсаһы хеҙмәттәре өсөн “әсәлек капиталы” ярҙамында түләгән. 157 – ғариза пенсияның туп­ланма өлөшөнә күсереү тураһында. Шулай уҡ биш ғариза аҡсаны инвалид балаларҙы социаль адаптациялауға йәлеп итергә теләүселәр тарафынан яҙылған.

Әйткәндәй, капиталды белем биреү өсөн тотоноу ваҡыты сикле, уны балаға 25 йәш тулғансы файҙаланырға кәрәк.
“Әсәлек капиталы”н хәҙер өлөшләтә алырға ла ярай. 2018 йылда икенсе, өсөнсө балаһы донъяға килгән йәки уллыҡҡа алынған сабыйҙары булған аҙ тәьмин ителгән ғаилә айлыҡ түләүҙәргә дәғүә итә ала. Балаға йәш ярым тулғансы “әсәлек капиталы”нан 8490 һум аҡса түләнеп барасаҡ. Һәр кем уны үҙе теләгәнсә файҙаланырға хоҡуҡлы. Бындай түләүҙәрҙе һорап, республикала 660 ғариза яҙылған.
“Әсәлек капиталы” программаһының ваҡыты 2021 йылға тиклем оҙайтылһа ла, күләме үҙгәрмәне. Ул 2015 йылдан алып 453 026 һум тәшкил итә.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға