«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»



07.11.2018 «Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»
Шулай ти Сибай ҡалаһының педагогия колледжы уҡытыусылары Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шакирова менән Гәүһәриә Исмәғил ҡыҙы Солтанова. Күптән түгел улар икеһе лә «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» республика конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Бындай дәртләндереү сараһы белем усағында дәүләт телдәрен уҡытыуға күп көс һалғандары өсөн бирелде.
Мәғарифҡа 30 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған Гәүһәриә Исмәғил ҡыҙы хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Билал ауылында башлаған. Әбйәлилдең Таштуй ауылында балаларға һабаҡ биргән, юғары категориялы уҡытыусы 2005 йылдан алып Сибай педагогия колледжында эшләй. Рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыуҙан тыш, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү бүлеге мөдире вазифаһын да башҡара.
Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы иһә Ейәнсура ҡыҙы. 2008 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған уҡытыу­сы 20 йылға яҡын педагогия колледжына тоғро ҡала.
– Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлығыбыҙҙы ишәйтәбеҙ, ҡайғыбыҙҙы таратабыҙ, күңелебеҙҙе сафландырабыҙ, – ти тел белгесе, эшенә мөкиббән бирелеүенә баҫым яһап. – Төп эшемдән башҡа, уҡыу йортонда гуманитар һәм ижтимағи-иҡтисади предметтар циклы комиссияһын етәкләйем. Профориентация эше беҙҙең иңдә, өс йыл рәттән ҡабул итеү комиссияһы сәркәтибе булдым. Төркөм етәксеһемен. Ул уҡыу йортонда эшләү дәүеремдә әйҙәгән дүртенсе төркөмөм. Хеҙмәтеңә ижади ҡарамай тороп, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп булмай. Студенттарым тел буйынса үткәрелгән республика олимпиадаларында гел алдынғы урындар яулай.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын педагогия колледжы ғына түгел, бер яҡ кешеләре булыу ҙа берләштерә – Әбйәлил районының Ишҡол ауылы. Гәүһәриә Солтанова ошо ауылда тыуып үҫһә, Гөлнара Шакирова Ҡыҙыл буйына килен булып төшкән.
Гөлдәр ҠАДАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға