«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ…»



06.07.2018 «Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ…»

«Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ…»
Ҡояшта ҡыҙыныу модаһын кем уйлап тапҡан, беләһегеҙме? Баҡһаң, Коко Шанель кейемдәр генә түгел, пляж өсөн яңы шөғөл дә уйлап сығар­ған икән. Быға тиклем аристократ ҡатын - ҡыҙ ҡояшта зонтһыҙ һәм эшләпәһеҙ йөрөмәгән. Улар аҡ тәнле булырға яратҡан.
Ҡояш нурҙары кешегә бәхет гормонын бүлеп сығарырға ярҙам итә. Стресс йәки депрессиянан да ҡотҡара икән. Бөгөн аристократкаларҙың хаҡлы булыуына төшөнәһең, сөнки ҡояштың ультрафиолет нурҙары үтә зарарлы. Сәғәттәр буйына ҡояш аҫтында тороу тирегә насар тәьҫир итә, ул үҙенең һаҡланыу функцияларын үтәмәй башлай, терморегуляция юҡҡа сыға һәм кешене эҫе һуға.
Ҡояш аҫтында самаһыҙ йөрөһәң, тире һығылмалылығын юғалта, кибә, ҡороша, йыйырсыҡтар менән ҡаплана. Был процесты бер ниндәй ҙә кремдар туҡтата алмай. Ауыл балаларының йәйге осорҙа ҡап- ҡара булып яныуы – ғәҙәти күренеш. Бөгөн дерматологтар, көслө ҡояш аҫтында яныуҙан тыйылырға кәрәк, тип саң ҡаға. Ни тиһәң дә, был сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс, көслө ауырыуҙар тыуҙыра. Ультрафиолет нурҙары тәьҫирендә тирелә ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә, хатта яман шеш сиренең башланыуы бар.
Яр буйында ҡойонғанда, һыуҙан сыҡҡас та һөртөнөргә кәңәш ителә. Елдә кибенергә яратыусыларҙың тәнендәге һыу тамсылары ваҡ линзалар кеүек эшләй. Тимәк, яныу ҡурҡынысы арта. Тирене һаҡлау өсөн кремдарҙың магазиндарҙа төрлөһө бар. Ләкин уны ҡалын итеп һыларға ярамай, яныу эффекты артасаҡ – крем йылына һәм тәнде ҡыҙҙыра.
Тиреһе янып ҡайтҡан баланың тәненә составында декспантенол – провитамин В5 булған кремдарҙы һөртөү мөһим («Бепантен», «Д-Пантенол», «Корнерегель» һ.б). Әгәр ҙә тире күпереп сыҡһа, антисептик менән эшкәртегеҙ, тик уның составында спирт булмаһын, мәҫәлән, «Мирамистин».
Ҡул аҫтындағы ҡатыҡты ҡулланаһығыҙ икән, уны 10 минуттан һөртөп алырға кәрәк. Әрнегән тирелә ул ҡата башлаһа, тағы нығыраҡ ауырттырасаҡ. Шулай уҡ, иҙелгән ҡыяр, сей картуф йәки алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Янған тире ҡубып төшә башлаһа, алһыуланып торған йәш тирене һаҡларға кәрәк. Яңы тире тән төҫөн алғансы, ҡояшта ҡыҙынырға рөхсәт итмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡояшта ҡыҙыныу өсөн ваҡыт иртәнге сәғәт 10-ға тиклем һәм киске 5 – тән һуң хәүефһеҙ. Тап ошо мәлдәрҙә инфра ҡыҙыл нурҙар минималь икән, баҡһаң.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға