«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Яңы тыуған сабыйҙың сәсен ҡырып алыу мотлаҡмы?



29.03.2018 Яңы тыуған сабыйҙың сәсен ҡырып алыу мотлаҡмы?

Яңы тыуған сабыйҙың сәсен ҡырып алыу мотлаҡмы?
Баламдың сәсен һис тә ҡырҙыртҡым килмәй, ә ололар быны талап итә. Әлегә ныҡлап формалашмаған сәс тамырсаларына зыян килтереүҙән ҡурҡам.
Сәлимә.
Әбйәлил районы.

Баланың сәсен ҡырыу йолаһы борон замандан килә. Элек-электән башҡорттарҙа баланың тәүге сәсен алыуға етди ҡарағандар. Сабыйҙың сәсен тәүге тапҡыр алыу ҡарын сәсен алыу була. Быны яңы ай тыуғанда башҡарғандар. Уны атаһынан йәки күңелгә ятҡан кешенән генә алдырырға кәрәк. Ә бына сабый сағында ҡарын сәсе алынмаған кешене рәнйетергә ярамай, тигән юрау бар. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, ҡыҫтырып ҡуялар. Беҙҙең көндәрҙә бигерәк тә олатай-өләсәйҙәр сабыйҙың сәсен алырға ҡуша, йәнәһе, баланың сәсе ҡуйы һәм матур булып үҫәсәк. Са­быйҙың тәүге сәсен алыуҙың файҙаһы һәм зыяны хаҡында белгестәр ни һөйләй икән?
Медицина күҙлегенән ҡа­рағанда, сәстең ҡуйылығы һәм төҫө генетик факторҙарҙан тора. Ә улар әсә ҡарынында уҡ формалашҡан сәс тамырсаларына бәйле. Сәсте ҡырыу үҫеү процесына бер нисек тә тәьҫир итмәй. Әгәр ҙә баланың сәсе төрлө оҙонлоҡта үҫә икән, уны бер тигеҙ итеп ҡырҡып матурларға ғына мөмкин.
Балағыҙҙың сәсенең сифаты борсоуға һалһа, иң тәүҙә уның дөрөҫ туҡланыуына иғтибар бүлегеҙ. Сабый етерлек кимәлдә микроэлементтар һәм витаминдар аламы? Уның сәсен йыуғанда дөрөҫ һайлан­ған шампунь ҡулланаһығыҙмы – составында агрессив матдәләр юҡмы? Инфекциялы сирҙәр сәс үҫешенә кире йоғонто яһай. Шулай уҡ әсәнең баланы ауырлыҡ менән көтөүе, хроник ауырыу­ҙары, нәҫелдән килгән сирҙәр, һис шикһеҙ, сабыйҙың сәсе үҫешенә йоғонто яһай. Хәлде яҡшыртыу өсөн табиптар кәңәшен тотоу, баш тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү буйынса косметик саралар ҡулланыу ярҙам итмәй ҡалмай, ти трихологтар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға