«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мин – Аҡмулла университеты студенты



02.10.2015 Мин – Аҡмулла университеты студенты

Мин – Аҡмулла  университеты  студентыСтудент йылдары… Иң сағыу ваҡиғалары менән ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр һәм киләсәк тормошто хәл итер мәл. Кисә генә мәктәп тупһаһы аша үтеп, ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығып, бөгөн юғары уҡыу йортона белем алыуҙы дауам итергә килдек. Ғәҙәт­тәгесә, I курс студенттары өсөн сентябрь айында студентлыҡҡа арнау сараһы үтә. Беҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ла был саранан ситтә ҡалманы.
Беренсе курс студенттары байрамды дәртләнеп һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынланып көтөп алды. Ул Аҡмулла майҙанынан башланып китте. Квест – төрлө һорауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша факультет корпусына барып етеү студенттар өсөн ҙур һынау булды. Башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова тантаналы рәүештә студент билеттары тапшырҙы. Барлыҡ уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар изге теләктәрен теләп, ҡотлау һүҙен әйткәс, сараның иң сағыу өлөшө – концерт башланды.
Байрам бик дәртле һәм сағыу барҙы. Фәдис Иҙрисовтың милли кейемдәге дәртле бейеүе, Байрас Азаматов менән Наҙгөл Бикмырҙинаның Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектакленән өҙөк күрһәтеүе тамашасыларҙың күңеленә ятты. Юлиә Һәйетованың йөрәккә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләүе, Инсур Кинйәбаев менән Динар Ғайсиндың дәртле йырҙары ла күптәрҙе ҡыуандырҙы.
Йәштәр рухына тап килтереп, сараны дискотека дауам итте. Заманса дәртле көй аҫтында уйнап-бейеп күңел асыу I курс студенттарының күңеленә онотолмаҫлыҡ булып һеңде.
Яңы ғына мәктәпте тамамлап килгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе ҡанатландырып, артабанғы уҡыуына дәрт уятҡаны өсөн барлыҡ уҡытыусылар­ға, юғары курс студенттарына I курс студенттары исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙҙең факультеттың шау-гөр килеп торған ҙур ғаилә икәненә, татыулығына, берҙәмлегенә тағы ла бер инандым.

Рәйлә ХӨСӘЙЕНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға