RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Премия алыусылар асыҡланды

07.03.2014 Премия алыусылар асыҡланды

Премия алыусылар асыҡландыЕңеүселәр араһында Сибайҙағы “Алтынай” башҡорт балалар театр-студияһынан Азалия Солтанова ла бар. Уға премия “Рус драмаһы” XV халыҡ-ара мәктәп театрҙары фестивалендә еңеү яулағаны өсөн тапшырылды. Мәскәүҙә Рәсимә Ураҡсина һәм Алтынай Бурина етәкселегендә “Тәгәрәп китте йомғағым…” спектаклен ҡуйған саҡта, темпераментлы Азалия Мәскәй әбей роле менән жюри ағзаларын үҙенә ғашиҡ иткән.
Рәсәй Президентының 2006 йылдың 6 мартында сыҡҡан ҡарарына ярашлы, йыл һайын уҡыуҙа уңыштарға өлгәшкәндәрҙе дәртләндереү маҡсатында 14 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге уҡыу­сыларға һәм студенттарға аҡсалата премиялар тапшырыла. Шундай тантаналы сара ошо көн­дәр­ҙә Өфөлә үтте. Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй олимпиада, конкурстарында еңеүселәргә – 60 мең, төбәк һәм төбәк-ара бәйгеләрҙә еңеүселәргә 30 мең һум күләмендә премия тапшырылды. Бының өсөн барлығы биш номинация булдырылған: фәнни-техник ижад һәм фәнни эҙләнеүҙәр, профессиональ оҫталыҡ, художестволы ижад, һәүәҫкәр спорт.
2006 йылдан алып беҙҙең республикала барлығы меңгә яҡын уҡыусы һәм студент бындай премияға лайыҡ булған. 2011 йылдан уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ла шундай уҡ күләмдә матди яҡтан дәртләндереү ҡаралған. Быйыл 138 кеше тантанала ҡатнашты, 29 номинант – 60 мең, 109 кеше – 30 мең һум дәртләндереү сараһына лайыҡ булды. Улар барыһы ла – мәктәп уҡыусылары, училище, колледж, университет студенттары, өҫтәмә белем биреү усаҡтары тәрбиәләнеүселәре, уларҙың остаздары.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты – йәштәр проблемаларына официаль органдарҙың һәм йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеүҙе әүҙемләштереүҙең бер стимулы. Был проект мәғарифтың төп йүнәлештәрен үҫтереүҙе һәм туҡтауһыҙ белем алыуҙың заманса кимәленә етеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проектта талантлы йәштәрҙең ҡатнашыуы ил генофондын һаҡлауға һәм йәмғиәт үҫеше ресурсын булдырыуға тиң, сөнки “Һәләтле йәштәргә – дәүләт ярҙамы” йүнәлеше инновацион потенциалды Рәсәйҙең һәм Башҡор­тостандың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендә ҡулланыуға тейешле шарттар тыуҙыра.

М. САЛАУАТова.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!