RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәләтле уҡыусылар – республикабыҙ киләсәге

04.06.2013 Һәләтле уҡыусылар – республикабыҙ киләсәге

Һәләтле уҡыусылар – республикабыҙ киләсәгеРеспубликабыҙҙа «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумын үткәреп, олимпиадаларҙа һәм мәртәбәле конкурстарҙа еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләү матур йолаға әйләнде. Быйыл форум республикабыҙҙың 2012 – 2013 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң алдынғы 63 уҡыусыһын бергә йыйҙы. Уҡыусыларҙы мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡотлап:
– Республикабыҙҙың намыҫын яҡлаусы, мәртәбәһен күтәреүсе уҡыусыларға ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ. Ошондай үрҙәргә күтәрелергә ярҙам итеүсе уҡытыусыларға, ата-әсәләренә рәхмәт, − тине.
Бүләкләнеүселәр араһында Сибай ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе ике уҡыусы бар. «Ирән­дек» лицейының сығарылыш синыф уҡыу­сыһы, 1-се синыфтан алып башҡорт телен өй­рә­неүсе рус ҡыҙы Евгения Гаринова былтыр олимпиадала 2-се урын алған, быйыл 1-се урын­ға лайыҡ булған.
– Башҡорт теле буйынса олимпиадала юғары уңыштарға өлгәшеүем менән үҙемде бик бәхетле тоям һәм Башҡортостанда йәшәгән һәр кем башҡорт телен өйрәнергә тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки телде белмәйенсә халыҡтың менталитетын, мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын аңлап булмай. Миңә башҡорт теле бик оҡшай, унан тыш, инглиз, испан телдәрен өйрәнәм, – ти тырыш ҡыҙ.
– Уҡытыусы өсөн уҡыусыһының еңеүе – оло ҡыуаныс. Сөнки тап шунда эшеңдең һөҙөмтәһен күрәһең. Икенсенән, башҡа милләттәрҙә туған телеңә һөйөү уята алыуың өсөн ғорурлыҡ кисерәһең. Евгенияға килгәндә, ул бик тырыш ҡыҙ, тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Төрлө уңыштарға өлгәшеүҙә ҡыйыулығы ла ярҙам итә. Әсәһенә рәхмәт, телде өйрәнеүҙә уның яғынан ярҙам ҙур булды. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, нимәгә ул башҡорт теле, тимәне, ә ҡыҙының һәр аҙымын хуплап, күтәреп торҙо, – тип һөйләй Евгенияның уҡытыусыһы Гөлнәзирә Игелекова.
Сибай гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Гүзәл Солтанова ла һәр яҡтан килгән уҡыу алдынғыһы. Үҙе бейеүсе, үҙе нәфис һүҙ оҫтаһы, шиғырҙар ҙа ижад итә. Документтарын Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетына тапшырырға ниәтләй.
– Был минең тәүге ҙур еңеүем, әммә һуңғыһы булмаҫ, тип ышанам. Сөнки ул миңә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә ҡанат ҡуйҙы, – ти Гөлназ.
– Уҡыусыларым йыл һайын юғары уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Быйыл ғына ете уҡыу­сым төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа призлы урындар алды. Үҙем ижад кешеһе булараҡ, ниндәйҙер конкурста ҡатнашабыҙ икән, уҡыусыларҙан мотлаҡ һөҙөмтә булһын тип талап итәм. Сәмле эш – йәмле эш, – тип һүҙгә ҡушыла уҡытыусыһы, 25 йыл балалар менән эшләүсе Әнисә Алдырханова.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.


Әйткәндәй

Быйылғы уҡыу йылында республикала олимпиадаларҙың мәктәп этабында барлығы 144,67 мең уҡыусы, район күләмендә – 57,58 мең, төбәк этабында 2,869 мең кеше үҙен һынаған. Финалға 91 уҡыусы сыҡҡан. Башҡортостанда 21 фән буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы ойошторолған. Уларҙа 2869 кеше ҡатнашҡан, 66-һы еңеүсе исеменә лайыҡ булған, 506 кеше призлы урындар яулаған.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында, Башҡортостан намыҫын яҡлап, 91 уҡыусы сығыш яһаған. Шуларҙың 21-е призлы урындарға лайыҡ булған, алтауһына беренсе урын бирелгән.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!

Пар алмалай алһыу бите...

19.02.2019 - Мәғариф Пар алмалай алһыу бите...