RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Мәғариф тураһында” закон проекты ҡабул ителде

31.05.2013 “Мәғариф тураһында” закон проекты ҡабул ителде

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде.
Яңыртылған документта 14 статья бар һәм ул республикала белем биреү өлкәһендәге айырым хәлдәрҙе көйләү хаҡында. Быйыл беренсе сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк яңы “Мәғариф тураһында” Федераль законда федераль һәм төбәк вәкәләттәре билдәләнгән. Ошоға бәйле, беҙҙең депутаттар республика вәкәләттәренә тейешле нормаларҙы ҡарарға тейеш. Шул нормалар иҫәбенә урында туған телдә уҡытыу мөмкинлеге лә инә. Яңы закон Башҡортостанда, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле булған башҡорт телен уҡытыу­ға ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡты ла бөтөрөр, тигән өмөттә күптәр.

Әйткәндәй

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү мәсьәләләренә арналған селектор кәңәшмәһе уҙғарғайны. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Ил Хөкүмәте башлығы белдереүенсә, быйыл төбәктәр балалар баҡсаларын үҫтереүгә 50 миллиард һум субсидия аласаҡ. “Төбәк етәкселәре шуға иғтибар итһен: аҡса тап мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына тотонолор­ға тейеш, ә башҡа маҡсаттарға түгел. Беҙ был сумманы оҙаҡ эҙләнек, шуға ла, табыуын-тапҡас, маҡсатлы тотонорға тейешбеҙ”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре