RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәғрифәтсе, зиһенде тәрбиәләүсе, әйҙәүсе

19.10.2010 Мәғрифәтсе, зиһенде тәрбиәләүсе, әйҙәүсе

Мәҡәләмдең геройы – күптәрҙең хөрмәт иткән уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсина хаҡында уйланғанда тап шул сифаттар иҫкә килә.
Торғонлоҡ йылдарында – бөтә һорауҙарға ла яуаптар әҙер осорҙа уҡытты ул беҙҙе. Тик зиһенебеҙҙе уяу тоторға, уйланырға саҡыра, фекер йөрөтөргә әйҙәй ине. Ҡалыплашмаған һабаҡтар бирергә йөрьәт иткән берҙән-бер уҡытыусы ине шикелле ул.
Сибай педагогия училищеһын тамамлауға 25 йыл тулды, тимәк, беҙ уның менән 30 йыл ҡатнашып йәшәйбеҙ. Аҙ ғүмер түгел.
Республиканың төрлө тарафынан йыйылған 26 ҡыҙ Сибайға 80-се йылдар башында килгәйнек. Береһенән-береһе яңы фәндәр, ят уҡытыусылар, рус телендә генә аралашҡан өлкән курс студенттары. Күңелгә ауыр. Ауылды, өйҙө һағындыра,ҡайт­ҡы ғына килеп тик тора. Барыһы ла беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы аңлата, тырышып уҡыр­ға өндәй. Өйрәндек, әлбиттә. Тырышып уҡыныҡ. Сөнки уҡытыусыларыбыҙға ышандыҡ. Тәрән белемле, тәжрибәле ине мөғәллимдәребеҙ. Улар хаҡында бары рәхмәт тойғоһо ғына күңелдәрҙә һаҡлана. Ә инде йәнебеҙгә яҡыны Рәсимә Булат ҡыҙы биргән дәрестәр булғандыр.
Ихласлығы, алсаҡлығы менән беҙҙең йомоҡлоғобоҙҙо яҙа алды ул – “Һеҙ бит буласаҡ тәрбиәселәр. Тәү сиратта ҡыйыу, асыҡ сырайлы, ыҫпай булырға тейешһегеҙ”. Туған телгә, әҙбиәткә һөйөү тәрбиәләү менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар­ға ғына тәғәйен һабаҡтарҙы ла ул бирҙе, өйрәтте. Кемгә ниндәй төҫ килешә, сәстәр, ҡулдар, кәүҙә тотошоң һ. б. Ә үҙе артистар кеүек матур, кейемдәре буй-һынына килешле. Шиғыр уҡыһа, йөкмәткеһенә инеп китеп, бергилке аҙашып ултыраһың. Һуңыраҡ апайыбыҙҙың ҡала халыҡ театры актрисаһы икәне мәғлүм булды. Һөйләше баймаҡлашһа ла, телмәренең әллә ниндәй бер үҙенсәлеге була торғайны. Тыуған яғы – Дим буйы һөйләше йоғонтоһо, имеш.Студенттарға йәне көйөп киткәндә йә шаяртҡанда ысҡына ине Рәсимә апайҙың “ҫ”лары. Беҙҙең төркөмдө ул бик яратты. Әнүзә, Сулпан, Зәкиә, Лилиә, Сәғирә, Фәниәләр шиғыр, мәҡәлә яҙырға оҫтарҙы. Тәбиғәтте, кешеләрҙе күҙәтергә, матур һүҙҙәр менән иншалар яҙа белергә лә тейеш инек беҙ.Тағы ла йәнле телмәр дәрестәре үҙе бер спектакль ине. Шулай бер шиғыр уҡыйбыҙ. Гөлфиә Юнысова, “Һуған”.
Өҫтәлдә ята һуған.
Уны бында кем ҡуйған?
Яҡын барайым әле,
Тәмләп ҡарайым әле.
Ҡабып алдым яртыһын,
Юғалттым көн яҡтыһын.
Күҙем йәш менән тулды,
Илаған кеүек булдым.
Еңел генә шиғыр. Ә хәҙер һәр юлды тейеш интонация һәм мимика менән уҡып ҡарағыҙ. Шунда уҡ килеп сыҡмаймы? Булмай шул. Рәсимә Булатовна сумкаларыбыҙҙан көҙгөләр алдыра ла, көҙгөгә ҡарап үҙебеҙгә уҡырға ҡуша. Тәүҙә тартыныу ғәләмәте ҡамасаулай ине. Аҙаҡ балалар алдына барып шиғырҙар, әкиәттәр уҡый башлағас, аңлашылды былай “ҡыланып” ултырыуҙарыбыҙҙың файҙаһы. Әсәй булғас, ҡыҙыма ла ятлатып йөрөнөм әле ошо юлдарҙы. Әйткәндәй, ҡыҙыбыҙ бик телсәр булды бәләкәй сағында. Ә Рәсимә апай, ундай балаларҙы күрһә, донъяһын онота. Эй, һөйләшә шулар телендә. Һөҙөмтәлә матур-матур шиғырҙар тыуа.
Элек яҙыусылар район үҙәгенә килә лә, беҙ, төпкөлдәгеләр, тере һүҙ оҫталарын күрмәй ҙә, танымай ҙа инек. Педучилищеға улар йыш килде, әҙиптәрҙе Рәсимә Ураҡсина саҡыра ине. Башҡорт дәүләт университетынан “Шоңҡар”сылар ҙа көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ булды. Автор менән осрашҡандан һуң әҫәрҙәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә. Шулай әҙәбиәтте программа буйынса түгел, эске яҡтан яратырға өйрәндек. Спектаклдәр, кино… Дәрестәргә Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары килә ине. Юғары мәҙәниәтле, эрудитциялы кеше булараҡ, Рәсимә Булатовна беҙгә бөйөк әҙәбиәтте, музыканы, сәнғәтте асты. Һәм, әлбиттә, үҙе лә ижад донъяһына тоғро ҡалды. Рәсимә Ураҡсина балалар өсөн 12 китап, спектаклдәр авторы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты.
Шулай уҡ ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хәтер тигәндән, Рәсимә апайҙың педучилищела етәкләгән төркөмдәре лә булды. Ә беҙ ни бары уның дәрес алып барған төркөмдәре иҫәбендәбеҙ. Тик айырма һиҙелмәне лә тиерлек. Һәр береһенең яҙмышын яҡшы белеп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәй ул. Хәйер, тормош иптәше Урал ағай, ҡыҙы Гөлназ менән улы Салауат та студенттарҙың ағаһы, туғандары булып китте. Быныһы инде аңлатып бөтөп булмай торған киң күңеллелек. Беҙгә лә улар яҡын, үҙ кешеләр. Ейәнсәре менән ейәне өсөн баҡса участкаһында әкиәт йорто төҙөп, өләсәй-ҡартатай кинәнесе менән йәшәй Ураҡсиндар. Ҡайнап торған тормошло ғаиләнең юғары дәрәжәле, абруйлы, билдәле шәхес булған дуҫтары ла, оло тормошҡа яңы аяҡ баҫҡандары ла бихисап. Һәр береһенә күңел йылыһы, уртаға һалып һөйләшер һүҙ табыла бында. Оҙаҡ-оҙаҡ йылдар­ға шулай булһын. Ғаиләгеҙҙән ҡот-бәрәкәт китмәһен.
Ошо көндәрҙә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй. Емештәрҙән һәлмәкләнә төшкән ғүмер ағасығыҙ ерҙе йәмләп оҙаҡ торһон. Уның ышығына килеп һыйыныусылар ҙа, серен уртаҡлашыусылар ҙа, талсығып киткәндә таяныусылар ҙа күп булырына иманым камил. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?!

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре