RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ишкәкле кәмә диңгеҙ яулар

05.10.2010 Ишкәкле кәмә диңгеҙ яулар

Тырышлы­ғын, булдыҡлылығын ишкәктәр итеп алып, ғилем даръяһын ҡыйыу яулаған Лүзә Шөғәйепованың – абруйлы уҡы­тыусының офоҡтары киң, хыялдары сикһеҙ, ниәттәре изге
Ишкәкле кәмә диңгеҙ яуларҒәҙәттә, юғары синыфта, курста уҡығандар үҙҙәренән һуң килеүселәргә иғтибар итмәй, бар диҡҡәттәре өлкәндәрҙә була. Әммә, юҡ-юҡ та, «бәләкәстәр» ҙә күҙгә салына, әгәр улар һәләттәре, тырышлыҡтары менән алға сыҡһа, үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан күрһәтһә. Белорет педагогия училищеһында ике курсҡа түбән уҡыған Лүзә Шөғәйепова шундай шәп ҡыҙҙарҙың береһе ине. Ут һымаҡ янып тормай, баҫалҡы, ләкин булмышындағы ныҡлығы – ҡараштарында, үҙ-үҙен тотошонда. Артыҡ хәбәр һөйләмәй, әммә ауыҙын асһа, тураһын ярып әйтә. Буш вәғәҙәләр өләшмәй, тик һүҙ бирһә, шуны бер нәмәгә ҡарамай, еренә еткереп үтәй. Лүзә тормошта юғалып ҡалмаҫ һымаҡ тойола ине, был, ысынлап та, шулай булып сыҡты. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, кәртәләрҙе еңеп сығып, тормош үрҙәрен яулауҙы дауам итә. Әллә нисәмә йыл үтеп, яңынан осрашҡас, уның менән, бөгөн инде Белорет педагогия колледжы уҡытыусыһы менән, һоҡландым, профессиональ уңыштарына ҡыуандым. Бай дидактик материал туплап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса алты эш программаһы яҙған, бихисап методик пособие әҙерләгән Лүзә Шөғәйепованың «Аҡмулла – изгелек һәм ғилем йырсыһы» тигән эше, мәҫәлән, былтыр төбәк конкурсында өсөнсө урынды алһа, «Хәтер китабын яҙабыҙ» исемле синыф сәғәте республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды. Эшкә әүҙем, һәләтле, ижади эшләгән педагог төбәк-ара, республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба, фәнни мәҡәләләре һәм очерктары ла махсус баҫма­ларҙа йыш донъя күрә. Лүзә менән яңынан та­нышҡандай, һөйләшә торғас, ул бала саҡ хәтирәләренә әйләнеп ҡайтты:
– Һәр кем бәләкәй сағында ниндәйҙер ролле уйынды яратып уйнай. Мин, мәҫәлән, уҡытыусы булып уйнарға ярата торғайным. Мәктәптә Рита Шәймәрҙән ҡыҙы уҡытты, һәм «мәктәп» уйнарға булһаҡ, иң беренсе һикереп төшәм дә: «Мин Рита апай булам!» – тип алдан ҡысҡыра һалам. Рита апай берәү генә булғас, йәнәһе лә, урынын минән башҡа берәү алып ҡуймаһын. «Уҡыусылар»ҙы рәхәтләнеп, күңел биреп уҡытам, «бишле»не йәлләмәйем, ялҡауланһалар, «ике»не лә сәпәп ҡуям, орошҡан булам. Эй, күңелле, уйһыҙ саҡ... Ә хәҙер шул мәлдәргә әйләнеп ҡарайым да, тәүге уҡытыусым Ләлә апай Бирғәлинанан уңдым, тип шатланам, юлымда осрауына яҙмышыма рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Был ғүмеремдең бик мөһим ваҡиғаһы булған. Сөнки күп нәмәгә нигеҙ башланғыс синыфтарҙа һалына. Ә Ләлә апай балаларҙы яратҡан, ихтирам иткән, аҡыллы уҡытыусы ине. Һуңынан башҡорт теленән дә үҙ эшенең оҫтаһы уҡытты – Әнисә апай Кәримова. Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөүҙе Белорет педагогия училищеһында Хәтимә Вәлиева ла үҫтерҙе.
Лүзә Хәбир ҡыҙы 1994 йылда, Белорет педагогия колледжын тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус-башҡорт бүлегенә документтарын тапшыра. Биш йыл күҙ асып йомғансы үтеп китә, һәм Башҡортостан Президенты стипендиатын аспирантурала ҡа­лырға өгөтләйҙәр. Тик Лүзә икенсе юлды һайлай: кейәүгә сыға, бала таба, ҡатын-ҡыҙ бәхете ғаилә усағын һаҡлауҙалыр, тип ысын күңелдән ышана. Ихласлап ауыл мәктәбендә балалар­ға рус теленән һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Әммә 2002 йылда ғаилә хәле буйынса Белоретҡа күсеп килгәс, педколледжға уҡытырға инә һәм уға барыбер ғилем юлына баҫырға тура килә. Беренсенән, бөгөнгө мәғариф системаһы шуны талап итә, икенсенән, колледж педагогының статусы ябай уҡытыусыныҡынан саҡ ҡына булһа ла юғары булырға тейеш, тип иҫәпләй Лүзә Хәбир ҡыҙы. БДПУ-ның башҡорт теле кафедраһы янындағы аспирантурала «Башҡорт һәм рус телдәренең хәл ҡылымын сағыштырыуҙа өйрәнеү» диссертацияһы өҫтөндә эшләгән Лүзә Хәбир ҡыҙы студенттарҙың фәнни һәм диплом проекттары менән етәкселек итә, туған тел методикаһын уҡыта, рус төркөмдәрендә уҡыусыларға башҡорт телен өйрәтә. Аспирантурала уҡыу, диссертация өҫтөндә эшләү был йәһәттән өҫтәмә ярҙам ғына. «Сит телде туған телең менән сағыштырып өйрәнеү күпкә еңелерәк», – тип иҫәпләй йәш ғалимә.
Студенттары ла методистың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, практиканы гел «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә тапшыра. 5 «А» курсының синыф етәксеһе булараҡ та, Лүзә Хәбир ҡыҙы юғары уңыштарға өлгәшә – уның төркөмө уҡыу сифаты буйынса даими рәүештә лидерҙар исемлегендә. Йәш саҡта бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙала­нырға, бер минутың да бушҡа сарыф ителмәҫкә тейеш, тип өндәүе һөҙөмтәһендәлер, ахыры, өҫтәмә специальность итеп «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» фәнен һайлаған студенттары башҡорт театр студияһы «Йәйғор»ҙа ла, башҡорт вокал һәм хореография студияларында ла шөғөлләнә. Улар, береһенән-береһе матурыраҡ, егәрлерәк, талантлыраҡ егет һәм ҡыҙҙар, мәктәпкә килһә, әллә күпме бала отасаҡ. Әммә педколледж студенттары ҡайтырмы мәктәпкә? Был һорауға Лүзә Хәбир ҡыҙы һаҡ яуап бирә: «Һәр кемдең үҙ юлы, ләкин, ҡайҙа, кем булып эшләһәләр ҙә, тормошто яҡшыртырға, матур йәшәргә, тырышып эшләргә тигән теләктәре, дәрттәре һүнмәһен-һүрелмәһен ине – шул бик мөһим».
Шағир Рамазан Шәғәлиевтың «Ишкәкле кәмә диңгеҙ яулар, ишкәк­һеҙ кәмә ярҙа аунар» тигән ике юллығы бар. Улар тап Лүзә Шөғәйеповаға ҡарата әйтелгән кеүек: тырышлығын, булдыҡлылығын ишкәктәр итеп алып, ғилем даръяһын ҡыйыу яулаған йәш ғалимәнең, абруйлы уҡы­тыусының офоҡтары киң, хыялдары сикһеҙ, ниәттәре изге.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре