RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Стартта – уҡытыусылар

03.04.2012 Стартта – уҡытыусылар

Стартта – уҡытыусылар
– Тот! Нығыраҡ бәр! Ал инде! – 12-се башҡорт лицейының спорт залында яңғыраған ауаздарҙы ишетеп, унда баҫтырыш йә бейсбол уйнайҙар­ҙыр, тип уйларға мөмкин ине.
Ысынында иһә спорт залында бер нисә сәғәт дауамында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән «Һау­лыҡ‒– 2012» физкультура-һауыҡтырыу спартакиадаһының беренсе этабында волейбол уйынында еңеү өсөн ҡыҙыу алыш барҙы. Волейболсыларҙың хис-тойғолар ташҡынына, утҡа май һибелгән кеүек, көйәрмәндәрҙең дә кисерештәре ҡушылды – һыҙғырып та, ҡысҡырып та, хатта торған урындарында һикереп, сәпәкәй итеп тә уйынсыларҙы дәртләндер­ҙеләр. Уларҙың гөр килгән тауыштарынан уҡыу йорто бинаһының түбәһе осоп китә яҙғандай булды. Әгәр үткән ярыштарҙа Учалы волейболсылары өсөн төп ярыштар белореттар булһа, был юлы Сибай ҡыҙҙары бер ҙә бирешергә уйламаны. Шулай ҙа уйында 2:1 иҫәбе менән учалылар еңде (башҡа командалар менән иҫәп – 2:0). Әйткәндәй, Сибай уҡытыусылары Белорет командаһын еңеп, бик үк көслө булмаған хәйбуллаларҙан еңелеп ҡуйҙы. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Учалы командаһы яуланы, икенсе урынды – белореттар, өсөнсөнө – Хәйбулла районы.
Ир-егеттәр араһында учалылар тәүҙән үк көслө уйнап, кемдең лидер булыуын күрһәтте. Әбйәлилдәр генә майҙан хужаларын артығыраҡ борсолорға мәжбүр итте. Уларға, бәлки, тәжрибә етешмәһә лә, амбициялары ташып тора ине, уҫаллыҡтарын минут һайын раҫланылар. Тик ошо осрашыуҙа ғына учалылар 2:1 иҫәбе менән еңә алды, башҡа уйындар 2:0 иҫәбе менән тамамланды. Көслө, матур уйын күрһәткән Учалы волейболсылары беренсе урынға сыҡты, ә Әбйәлил һәм Белорет командалары икенсе һәм өсөнсө урынды яуланы.
Стартта – уҡытыусылар
Кем спартакиаданың икенсе этабын – аҡыллылар уйынын спорт төрө түгел тип әйтер ине икән?! Шахмат майҙанында барған көсөргәнешле ярыш алышҡа оҡшағайны, хатта һауа ла ҡыҙғандай тойолдо. ҡунаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Учалы командаһы (Дим Фәхриев, Вадим Зәйнетдинов, Сергей Суханов һәм Зөһрә Батыршина) үҙен бик ышаныслы тотто.
– Миңә ҡалһа, ирҙәрҙең шахмат уйынын ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы менән сағыштырып булмай. Сөнки беҙ уйнағанда хистәргә лә бирелеп китәбеҙ. Шуға беҙҙең уйындың нисек тамамланырын алдан юрау мөмкин түгел, – тине ҡалабыҙҙың 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы Зөһрә Батыршина. – Бәләкәй саҡтан шахмат менән дуҫмын, шуға ла уйнап, көн дә күнегергә кәрәклеген яҡшы беләм.
Үҙенсәлекле «хәрби хәрәкәттәр полигоны» ҡыҙған табаға әүерелеп өлгөрмәне, сөнки учалылар бер-бер артлы ярышташтарын еңде. Әбйәлилдәр – «көмөш», белореттар «бронза» призерҙары булды.
Шахмат баталияларында шахматсылар хис-тойғоларына артыҡ ирек бирә алмаһа, өҫтәл теннисы буйынса ярышта ҡатнашыусылар рәхәтләнеп ярышты. «Ни эшләйһең һин, ҡайҙа остоң?» – тип ракетканың эргәһенән шыйлап осоп киткән тупсыҡҡа ла ҡысҡыр­ҙылар, уны сәтләүектәй ярырға маташҡандай, бар көсөнә лә һуҡтылар, «Ай, афарин, шәп елгәр­ҙең!», – тип бер-береһен дә дәртләндерҙеләр... Ғөмүмән, ярышсыларҙы күҙәтеү бик ҡыҙыҡ ине. Тыныс, баҫалҡы холоҡло Айтуған Ғәйнуллин шым ғына, аныҡ хәрәкәттәр менән ярышташтарын еңде. Унан саҡ ҡына оҫталыҡта ҡалышҡан ҡайнар ҡанлы Энрике Салас, әйтерһең дә, уйнаманы, ә бейене – шул тиклем дә ихлас уйнар икән кеше!
– Миңә бөгөн тиң уйнарлыҡ Айтуған Ғәйнуллин менән Геннадий Лежнев инде, – тине Куба егете. ‒ – Хәйбулланан килгән Геннадий Федорович әллә ҡырҡ йылдан ашыу уйнай ул, бик тәжрибәле тенниссы. Уны еңер өсөн миңә күп көс түгергә тура килде.
Өс уйында еңгән көслө спортсы Тамара Бухтиярованың И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Аҡманованан еңелеп, кәйефе төштө. Ә Әбйәлил ҡыҙҙары Ләйсән Хәлисова менән Гүзәлиә Итекеева Белорет ҡыҙҙарын еңеүҙәренә ҡыуанды. Ахырҙа, Учалы командаһы еңеүсе исеменә лайыҡ булды, әбйәлилдәр менән хәйбуллалар ҙа призлы урын яуланы.
Спартакиаданың һуңғы этабында Учалы һәм Белорет йөҙөүселәре үҙ командаларына иң күп мәрәй килтерҙе, һәм учалылар ярыштар­ҙың еңеүсеһе тип билдәләнде. Йөҙөүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, Белорет командаһы дөйөм зачетта икенсе урынды яуланы, ә Әбйәлил командаһы өсөнсө урын алды (Хәйбулла райо­ны – дүртенсе, Сибай – бишенсе).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!