RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғариф хаҡында уйланыуҙар

15.11.2011 Мәғариф хаҡында уйланыуҙар

йәки тәрбиә эше ата-әсәләрҙән аҡса йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын ине...
һәр ата-әсә балаһының белемле, һөнәрле, яҡшы кеше булып үҫеүен теләй. Тик был теләктәр ҡабул булһын өсөн ата-әсәнең һәм баланың тырышлығы һәм һәләте генә етһә икән! Баҡсаға йөрөй башлағандан алып урта мәктәпте тамамлағансы, ата-әсәгә һәм балаға мәғариф системаһындағы ниндәй генә "эксперименттар" менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килмәй! Инновациялар индереү һәйбәт күренеш, әлбиттә, ләкин ул алымдар төплө уйланылғанмы, һөҙөмтәләре нисек булыр, ыңғай яҡҡа үҙгәреш булырмы? ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыу булып сыҡмаҫмы?..
Беҙҙең "тормош сәскәләребеҙ" өйҙән сығып, балалар баҡсаһына йөрөй башлағас та, ата- әсәләрҙең кеҫәһе таҡырая башлай. Тапҡан нимә яҙырға, тиер ҡайһы берәүҙәр ("баланы баҡсаға йөрөт тә, аҡсаң да бөтмәһен, имеш"). Ләкин һүҙем был хаҡта түгел: баланы баҡсаға йөрөткән өсөн һәр ата- әсә түләй, унан тыш бер ниндәй ҙә документ менән нығытылмаған түләүҙәр борсой. Мәктәптә һәм балалар баҡсаһында йыл һайын ремонтҡа аҡса йыйыу­ҙар (300 һумдан алып), попечитель фондына ай һайын (100 − 120 һум) түләүҙәр... Тағы ла мәктәп күләмендәге сараларға (мәҫәлән, Яңы йыл маскарадына шыршы өсөн, 11-се кластарҙың һуңғы ҡыңғырау байрамына шарҙар, сәскәләр) түбән класс уҡыусыларының һәр береһенән аҡса йыйыуҙар. Канцеля­рия тауарҙары, хеҙмәткәрҙәрҙең эш халаттары һәм белизна-порошокка хәтлем ата-әсәләрҙең кеҫәһенән сыҡҡан аҡсаға алынған!
Балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә бер ҙә аҡса бүленмәйме икән ни? Тәрбиә һәм белем биреү менән шөғөлләнгән учреждение етәкселәре нисә йылдар буйы ниңә шулай беҙҙе алдап йөрөтә икән? Ай һайын бер класта ғына әллә нисә мең һум аҡса йыйыла, ә ярты йылға күпме, 9 айға?.. Шул хәтлем аҡса йыйыл­ғас, тағы ла ниндәй түләүҙәр булыуы мөмкин? Белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары ҡайһы берҙә һалым инспекцияһына оҡшап китә. Төрлө мәктәптә төрлөсә система һалын­ған, әлбиттә. Йыйылған аҡса уҡыусылар файҙаһына тотоноламы икән, әллә икенсе маҡсатҡамы? Ата-әсәләр, ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, күнеп, түләргә мәжбүр була, сөнки тегене-быны асыҡлап йөрөргә уларҙың ваҡыты юҡ.
Мәктәптәрҙә әлеге көндә аҡса менән бәйле шундай хәл күҙәтелә: бала 1-се класҡа уҡырға барҙы икән, ти. 1-се синыфтан алып 4-се си­ныф­ҡа тиклем уҡытыусы үҙенең класс кабинетына тулыһынса ремонт эшләттерә, бер нисә пластик тәҙрә ҡуйҙырта (лаборант бүлмәһенә тиклем), йыл һайын тиерлек иҙәндәргә линолеум түшәттерә, аудио-видео техникаһын яңырта. Класта ай һайын үткәрелгән генераль йыйыштырыуҙар, ремонттан һуң уҡыу бүлмәһен тәртипкә килтереү, йыһаздарҙы ремонтлау ҙа ата-әсә иҫәбенә башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта һәр мәктәптә директор­ҙың хужалыҡ эш­тәре буйынса урынбаҫары, йыйыштырыусылар бар. Үрҙә һанап кителгән эштәрҙең барыһы ла − директор урын­баҫарының төп бурысы. Беҙҙең биргән һорауға яуап бер генә − техник персоналдың эш хаҡы бәләкәй. Ә унда беҙ ғәйеплеме ни? Тәрбиәселәргә, класс етәксеһенә ярҙам итергә кәрәк, әлбиттә. Ләкин һәр нәмәлә сама тигән нәмә булырға тейеш. Балаһы мәктәпте тамамлап сыҡҡансы, ата-әсәләр мәктәптең бар тәҙрәләрен дә евротәҙрәләргә алмаштырып, кабинеттарҙа ремонт эшләтеп сыға.
Бала башланғыс синыфты тамамлап, 5-се класҡа күсә... Яңы кабинетта ата-әсәне шул уҡ хәл көтә. Яңы класс етәксеһе беренсе йыйылышта уҡ кабинетҡа яҡшы ремонт талап ителеүен, тегене-быны алырға кәрәклекте (яҡшы ишек ҡуйҙыртыу, мебель яңыртыу, обойҙарҙы алмаштырыу, косметик ремонт һ. б.) ата-әсәләр иғтибарына еткерә. Бынан тыш, кластарҙа иҙән йыуған өсөн йыйыштырыусыларға ата-әсәләр түләргә тейеш (5 − 6-сы кластарҙа). Мәктәп­тә беренсе планда уҡыусылар­ҙың тәртибе, өлгәшеүе торорға тейеш, ә аҡса йыйыу − һуңынан...
Бер класс етәксеһе минең хәтерҙә ҡалды. Ул йыйылышҡа тиклем кластағы бөтә уҡыусылар­ҙың нисек өлгәшкәнен күрһәткән сағыштырмаса мәғлүмәт яҙып әҙерләп ҡуйған. Иң тәүҙә − уҙған сирек һөҙөмтәләре буйынса гел “бишле”гә өлгәшкән уҡыусылар исемлеге, һуңынан − “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә уҡығандар исемлеге, шунан һуң − берәр һәм икешәр “өслө” билдәһе менән сиректе та­мамлаусылар... Артабан айырым пред­меттар буйынса класта өлгәштең нисә процент тәшкил иткәнен, бөтә мәктәп күрһәткестәре менән сағыштырғанда, клас­тағы өлгәштең нисә процент тәшкил иткәнен күрһәткән таблицалар урынлашҡан. Ата-әсәләрҙең барыһына ла оҡшаны ул.
Ни өсөн һуңғы йылдарҙа уҡытыусылар тарафынан уҡыусының белеменә иғтибар кәмене, баланың белеме уларҙы ҡыҙыҡһындырмай?! Был хатта алты йәшлектәр йөрөгән әҙерлек дәрестәрендә лә күҙәтелә. Кемдең ата-әсәһе уҡытыусыға бүләктәр би­рә, шул бала, уҡырға бик һәләте булмаһа ла, һәләтле баланан өҫтөн ҡуйыла, уға яҡшы билдәләр ҡуялар.
Бөтә уҡытыусылар ҙа уҡыусының белеменә иғтибарһыҙ, тип әйтмәйем. Араларында үҙ эшенең оҫтаһы булған бына тигән педагогтар ҙа етерлек. Ундайҙарҙы һәр уҡыусының белеме, нисек өлгәшеүе ҡыҙыҡһындыра. Артабан да ата-әсәләре бүләктәр биргән балаларға айырым иғтибар булһа, ә уҡырға һәләтлеләре иғтибарҙан ситтә ҡалһа, киләсәктә нимә көтә беҙҙе? Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ти халыҡ мәҡәле. ҡайһы бер мәктәптәрҙә сығарылыш кластарында миҙалдар ҙа “һатып алына” башланы хатта.
Етәкселек органдарына мәктәп­тәр­ҙәге “үҙешмәкәрлек”те бер аҙ “йүгәнләргә” кәрәк. Урта белем биреү учреж­дениеларын һалым йыйыу инспекцияһына әйләндермәһендәр ине. Ай һайын попечителлек фондына йыйылған аҡса класс файҙаһына китһен. Балалар − тормош сәскәләре. Педагогтар һәләтле балаларҙы күрә белһен, уларҙы уҡыр­ға дәртләндереп, күңелдәрен үҫтерһен! Уҡытыусы эше еңелдән түгел, әлбиттә. Замандар үҙгәреп тора.
Райондарҙа, ауылдарҙа яңынан-яңы мәктәптәр асыла. Ауылдарҙа балалар һаны ҡаланыҡы менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк. Шуға күрә һуңғы ваҡыттарҙа мәктәп бина­һына электр энергияһына, йылытыу системаһына сығымдарҙы экономиялау маҡсатында фельдшер-акушерлыҡ пункты, биләмә хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, хатта балалар баҡсаһы ла урынлаштырыла башланы.
ҡалалағы мәктәп биналарының күбеһе бик шәп хәлдә түгел, улар хәҙерге көн талаптарына яуап бирмәй. Капиталь ремонт талап иткән, иҫке биналарҙа урынлашҡан мәктәптәр йыл да сентябрь айында уҡыусыларҙы ҡабул итә. Нисәнсе йылдарҙа төҙөлгән икән был биналар?! Хатта уҡыу йылы барышында баш ҡалалағы бер мәктәп, авария хәлендәге бина, тип ябылып, һуңынан уҡыусыларҙы икенсе мәктәпкә күсереп, нисә йыл рәттән уларҙың икенсе мәктәпкә йөрөгәнен дә күрергә тура килде. Ниңә ҡала ерендә мәктәптәр бик аҙ төҙөлә? Төҙөлһә лә, яңы микрорайондарҙа ғына. Мәҫәлән, Өфөнөң бер районында йылына бер мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгәндә лә, хәл күпкә яҡшырыр ине. Был мөмкин булмаҫлыҡ хәл дә түгел бит. Ниндәй күркәм, ҡупшы биналарҙа урынлаш­ҡан төрлө ТСК-лар, сауҙа нөктәләре һ. б. объекттар! Дауалау учреждениелары би­на­лары ла күҙгә күренеп үҙгәрә, яңылары төҙөлә, ҡайһылары реконструкциялана, һәр береһендә − евроишектәр һәм тәҙрәләр. Мәк­тәптәр һәм ба­лалар баҡсалары ни ере менән кәм икән бүтән учреждениеларҙан? Улар ни өсөндөр иғти­бар­ҙан ситтә ҡала ки­лә. Унда бит йәш быуын белем ала һәм тәрбиәләнә. Ата-әсәләр булғанда, ниңә балаларға белем биреүсе учреждениеларға ремонт эшләтеп, аҡса сарыф итеп торорға, тип фекер йөрөтә, ахырыһы, ҡайһы бер етәкселәр.
Балаларҙы үткән быуат урталарында төҙөлгән иҫке, капиталь ремонт талап иткән мәктәптәрҙә уҡытҡансы, ниңә яңыларын төҙөтмәҫкә?

P.S. Әлбиттә, Розалияның хаты аҙағында фамилияһын күрһәтмәүен бик хупламаһаҡ та (аноним хат, тип архивҡа оҙатырға ла була ине), автор күпселек мәктәптәргә хас дөйөм күренеш хаҡында фекер йөрөткәнгә күрә, был хаҡта башҡаларҙың да фекерен белеү өсөн уны баҫырға буддыҡ.
Ысынлап та, бөгөн мәктәптәрҙең күбеһе ата-әсәләрҙең ярҙамынан тыш эшләй алмай. Бының өсөн уларҙың директорҙарын, уҡытыусыларҙы ғына ғәйепләү, бер яҡтан, дөрөҫ түгел. Иҡтисади көрсөк, туҡтауһыҙ алып барылған реформалар, оптималләштереү мәғариф учреждениеларының хәлен һис тә яҡшыртманы. Икенсе яҡтан, илебеҙ ҙур аҙымдар менән капитализмға китеп барғанда, бушҡа өмөтләнергә лә кәрәкмәйҙер. Мотлаҡ аҡсалата булмаһа ла, балағыҙ уҡыған мәктәпкә икенсе төрлөрәк ярҙам да күрһәтергә мөмкиндер бит. Мәҫәлән, ағас, сәскәләр ултыртыу һ.б. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Был хаҡта фекерҙәрегеҙҙе www.ye02.ru сайтында белдерә алаһығыҙ.

Розалия.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!