RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Заман мәктәбе үҫеш юлында

04.09.2010 Заман мәктәбе үҫеш юлында

Заман мәктәбе үҫеш юлындаБыйылғы уҡыу йылын да Илеш районы белем биреү учреждениелары яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршыланы. Ғөмүмән, ундағы мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урынды биләй.
Районда бер гимназия, 23 урта мәктәп, 11 төп белем биреү мәктәбе, дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Мәктәптәрҙә 4252 уҡыусы белем ала, 1250 бала балалар баҡсаларына йөрөй. Район мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ямаловтың әйтеүенә ҡарағанда, барлыҡ бюджет средстволарының 61 проценты мәғариф учреждениеларына бүленә.
Әйтергә кәрәк, бөгөн мәғарифта модернизациялауға йүнәлтелгән үҙгәрештәр бара. Уҡытыусы йылы районда яҡшы старт алды. Был йәһәттән төрлө саралар үткәрелә, «түңәрәк өҫтәл»дәр, күргәҙмәләр ойошторола. Беҙҙең яңы мәктәп – милли мәғариф инициативаһын тормошҡа ашырыу буйынса план, шулай уҡ республика һәм район проекттары тормошҡа ашырыла.
Финанс күләменә ҡарап, райондың мәғариф өлкәһенә артабан да ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Был йүнәлештә «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты мөһим роль уйнай. Уны тормошҡа ашырыу мәлендә район средстволарына 27 компьютер, ике мультимедиа проекторы, ике интерактив программа комплексы, балалар баҡсаларына бер миллион 230 мең һумлыҡ уҡыу-уҡытыу әсбаптары булдырылды, яңы техника һәм заманса уҡытыу йыһаздары ҡайтарылды. Уҡыусы­ларҙы йөрөтөү өсөн ун автобус алынды. Барлыҡ белем биреү йорттары интернет селтәренә тоташтырылды.
Үрге Йәркәйҙәге өс мәктәп – 1 миллион һум, «Иң яҡшы уҡытыусы» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса 16 педагог 100 мең һум күләмендә РФ Президенты грантын алды. 4-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы К. Насрет­динова 200 мең һум аҡсалата премияға лайыҡ булды. Башта әйтелеүенсә, райондың мәғариф системаһы күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урында тора. Әлбиттә, был уңыш педагог­тарҙың һөнәри оҫталығына бәйле.
Бөгөнгө көнгә 683 педагогтың 84-е – юғары, 418-е – беренсе, 71-е икенсе категорияға эйә. «Йыл уҡытыусыһы – 2010» республика конкурсында ҡатнашыусылар­ҙың өсөһө лә төрлө номинацияларҙа лауреат исемен яуланы.
Базытамаҡ урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Р. Ғилемйәнов, В. Сухом­линский миҙалы менән бүләкләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында Ф. Ғибә­ҙуллина менән Д. Ғиләжетдинова төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
26 мәғариф хеҙмәткәре – төрлө бүләктәргә, биш педагог – «БР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһенә, алтыһы – БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына, бишеһе – Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына, дүртеһе – муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһына, бишеһе мәғариф бүлегенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
«Башланғыс кластар йыл уҡытыусыһы» район конкурсында 1-се мәктәптән – А. Миңлебаева, 2-се мәктәптән – Р. Хужина, 4-се мәктәптән Г. Мәрҙәмшина иң яҡшылары тип табылды.
Шулай уҡ уҡыусылар ҙа төрлө кон­курстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, республика олимпиадаларында еңеү яулай. БР Мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, райондың сығарылыш уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Быйыл 17 сығарылыш уҡыусыһы мәктәпте – алтын, 31-е көмөш миҙал менән тамамланы. БДИ һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларҙың 61 проценты республиканың, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Пермь, Силәбе, Ижевск, Екатеринбург ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде.
Ҡыҫҡаһы, район уҡытыусыларының тырышлығы, үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуы район мәктәптәрен республика күләмендә алдынғылар рәтенә баҫтырҙы. Киләсәктә лә ошо позицияны юғалтмайынса эшләргә яҙһын.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре