RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡҡа ла, борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

05.10.2019 Шатлыҡҡа ла, борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

“Эшләү йылдарында ниндәй генә хәл, ваҡиға, үҙгәртеп ҡороу булмаһын, ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем!” – ти Ейәнсура районының Абзан дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Сәриә Азат ҡыҙы БУЛАТАСОВА. Ә бит уйлап ҡараһаң, 31 йылда ул күпме балаға донъяны танып белергә, киләсәккә илтер юлды табырға ярҙам иткән, белемгә әйҙәгән.

Береһенән-береһе аҡыллыраҡ, уңғаныраҡ, матурыраҡ һәм маҡ­сатлыраҡ биш ҡыҙлы ғаиләлә тыуып үҫкән бөгөнгө мәҡәләм геройы. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Азат олатай менән Мәйсәрә инәй балаларын уҡырға, белем алырға өндәй. “Беҙҙең мөмкинлек булманы, ә хәҙер заман – белемлеләр ҡу­лында!” – тип өндәгән ата-әсә теләгенә ирешә. Ике ҡыҙы – Әлфиә менән Айһылыу медицина юлын һайлаһа, Зилә, Әнисә һәм Сәриә уҡытыусы булырға теләй.

– Миңә, ниндәй уҡыу йортон һайларға, тип оҙаҡ уйланырға тура килмәне. Сибай педагогия учи­лищеһын тамамлағас, сит­тән тороп юғары белем алған Әнисә апайым тура институтҡа барырға кәңәш бирҙе. Бер генә йыл айырма менән, беҙ бер үк уҡыу йортоноң баш­ланғыс кластар педагогикаһы факультетын тамамланыҡ. Һәм мин дә апайым эшләгән Абзан мәк­тәбендә хеҙмәт юлымды башларға булдым, – ти Сәриә Азат ҡыҙы.

Ул саҡтағы директор Миҙхәт Зиннәт улы Байназаров юғары белемле ҡыҙҙы ҡуш ҡуллап эшкә ала. Был ваҡиғаға инде 31 йыл ғүмер үтһә лә, кисәгеләй генә кеүек тойола. Тәүге көндәрҙән үк үҙен хәстәрлекле лә, талапсан да, ғәҙел дә, белемле лә итеп күрһәткән йәш уҡытыусы тиҙ арала хеҙмәт­тәштәренең, ата-әсәләрҙең, уҡыу­сы­ларҙың ихтирамын яу­лай. 2014 йылда уға “Баш­ҡортостан Республика­һының мәғариф ал­дынғыһы” билдәһе тапшырыла. Район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусылар әҙерләгәне өсөн Мәғариф министр­лығының рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Уның етәксе­легендә 2015 йылда башланғыс класс уҡытыусылары Баш­ҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә тәжрибә май­ҙансығы ойоштороп, методик әсбап сығарыуға өлгәште. Был һөнәр инде күптән уның йәшәү рәүешенә әүерелгән: һәр баланың белеме, тәртибе өсөн генә түгел, тотош яҙмышы өсөн дә борсолоу, аралашыуға бармаған кескәйҙәрҙең күңеленә асҡыс табыу өсөн эҙләнеүҙәр. Ә үткән йыл Сәриә Азат ҡыҙының иңенә барлыҡ мәктәп эше һәм мәшәҡәте ятты – ул бай традициялы, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған, бер быуатлыҡ тарихлы Абзан мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнде. Хәҙер инде уның һәр иртәһе: “Күрше ауылдарҙағы балалар имен генә килеп етһен ине...” – тигән уйланыуҙарҙан башлана ла, көнө: “Өйҙәрендә барыһы ла һәйбәтме икән?” – тигән борсолоуҙар менән тамамлана. Интернатта йәшәгән, мәктәптә уҡыған барлыҡ баланың да, уларға ашарға бешергән ашнаҡсының да, белем биргән уҡытыусының да, ауылдан-ауылға йөрөткән шоферҙың да һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә яҙмышына битараф ҡала алмай. Һәм был хәстәрлек эш өсөн түгел, ә ысын йөрәктән. Йөҙҙән ашыу бала, ике филиалы булған оло мәктәп, ҙур коллектив, матди-техник ба­заһы бай белем усағы – гүзәл зат ҡына түгел, ә көслө ир-егеттәр өсөн дә күтәрә алмаҫ йөк кеүек.

– Бер йыл мәктәп етәксеһе булып эшләү өсөн әллә ни күп ваҡыт түгел. Быға тиклем яуланған уңыштарҙы юғалтмай, белем кимәлен төшөрмәй эшләргә, тигән маҡсат ҡуйғанмын. Мәктәп өсөн иң мөһиме – бала яҙмышы һәм белеме. Беҙҙең элекке уҡыусылар әлеге ваҡытта Өфө, Мәскәү, Ырымбурҙағы уҡыу йорттарында уҡый. Быйыл да 13 сығарылыусыбыҙҙың һигеҙе юғары уҡыу йортона инде. Был – тотош коллективтың хеҙмәт һөҙөмтәһе, һәр уҡытыусының ғорурлығы. Башҡа мәктәптәргә хас проблемалар беҙҙә лә бар. Иң борсоуға һалғаны – йылдан-йыл балалар һаны кәмей. Ҙур ауылдан быйыл 1-се класҡа ни бары һигеҙ уҡыусы килде, – тип бер аҙ борсолоуҙары менән дә бүлеште уҡытыусы.

Кешенең тырышлығы, ғә­ҙәттә, өҫтәмә эш менән ба­һалана. Бер йылда үҙен булдыҡлы етәксе итеп күр­һәткән мәктәп директорын бы­йыл ауылдаштары ауыл советы депутаты итеп тә һайланы. Тимәк, хәҙер уның иңенә тағы ла мә­шәҡәттәр өҫтәлде. Хәйер, Сәриә Азат ҡыҙы зарланып ултырырға яратмай.

Изге лә, яуаплы ла, ауыр ҙа уҡытыу эшендә Сәриә апайға, хеҙмәттәштәренән тыш, һәр ваҡыт иң яҡын кешеләре – ғаиләһе терәк булып тора. Бер туған апаһы уның тәүге дәрестәренә кәңәшсе була. Коллективта улар 30 йыл бергә эшләп, быйыл ғына Әнисә Азат ҡыҙы Назарова хаҡлы ялға сыҡты. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар эҙһеҙ үтмәй, һаулығын юғалтып, Азат олатай 2011 йылда мәрхүм булды. Юлдаш ауылында йәшәүсе әсәйҙәрен – Мәйсәрә инәйҙе лә яңғыҙ итмәй ҡыҙҙары. Сәриә апай ҙа тынғыһыҙ эшенән күңеленә ял һәм дауа табыр өсөн, аҙна һайын хәл белешергә ҡәҙерле кешеһе янына ашыға. Ә Рәфил Хөрмәтулла улы менән ҡорған ғаиләләрендә буй еткергән балалары – Вадим да, Миләүшә лә юғары белемде иҡтисад йүнәлешендә алған. Әсәһенең юлын, бәлки, әлегә мәктәптә уҡып йөрөгән кесе улы Ильяс дауам итер?

Уҡытыусы йөрәге шат­лыҡтарға ла, борсолоуҙарға ла тулы була. Уға төбәлгән өмөтлө ҡараштарҙың киләсәге бил­дәһеҙ. Әммә ата-әсәләре кеүек, уҡытыусы ла уларға тик аҡ бәхеттәр, файҙалы ғилем, матур тормош һәм уңышлы яҙмыш ҡына теләй.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек