RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

Кис төшөп, йорт мәшәҡәттәренән бер аҙ арынғас, Рәмзиә китап-дәфтәрҙәрен алып, әсәһе янына килеп ултыра. Ул өҫтәл артында уҡыусыларҙың эштәрен тикшергән ғәзиз кешеһен күҙәтергә ярата. Шул арала уға килеп иркәләнергә лә өлгөрә. Унан инде, әсәһенә оҡшатырға тырышып, яҙырға, хата төҙәтергә тотоноп китә. Рәмзиә лә, үҫеп еткәс, әсәһе кеүек уҡытыусы буласаҡ!

Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Сәләхованың күңеленә туған телдең бар гүзәллеген һалыусы кеше – әсәһе – башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәлиә Мөхтәсәр ҡыҙы Ғиндуллина. Бөгөн уның уҡыусылары республика мәктәп­тәрендә, телевидениела уңышлы эшләй. Гүзәлиә Мөхтәсәр ҡыҙы бөтә булмышын балаларға тел донъяһын өйрәтеүгә бағышлаған.

– Уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым, сөнки мине юғары оҫталыҡҡа эйә булған уҡытыусылар уҡытты. Гөлнәзирә Әйүпова, Әминә Раҡаева, Ләйлә Хөсәйенова, Әнисә Мулла­ғоловаларҙың исемдәрен һанап үтмәйенсә булдыра алмайым. Һәр саҡ уларҙың уҡыусыларға булған йылы мөнәсәбәте, төплө белеме менән һоҡландым, ә хәҙер үҙем остаздарым кеүек булырға тырышам. Тыуған ил, әсә теле, милләт, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтарҙы бала йөрәгенә һеңдерә алған педагогтар күп булмай. Үҙемдең уҡыу йылдарын һаман да булһа һағынып иҫкә алам, – ти Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы.

Уҡытыусы бөтә һөнәр эйәһен әҙерләй. Тарихта эҙ ҡалдырыр ил башлыҡтарын да тап ул уҡыта, шәхес итеп үҫтерә. Тимәк, ер яҙмышы, киләсәк уҡытыусыларға тығыҙ бәйле. Заман дәресен мәғлүмәти технологиялар, компьютер, интерактив таҡтаһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Алдынғы техника хәҙер һәр мәктәптә, һәр класта, һәр йортта бар. Ә замана уҡытыусыһы былар менән оҫта эш итә белергә бурыслы. Тик Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы кеүек белемле, мобиль, ижади яҡтан ҡы­ҙыҡһыныусан уҡытыусылар ғына заман мөмкинлектәрен ҡолас ташлап файҙалана белә. “Килеп тыуған мәсьәләләр, проблемаларҙан юға­лып ҡалғаным булманы. Уларҙы тиҙерәк хәл итеп, уҡыусыларҙың күңелдәренә үтеп инерлек итеп дәрес үткәрергә ашығам. Рус һәм башҡа милләт балаларында туған телебеҙ хаҡында ыңғай фекер тыуҙырыу өсөн төрлө яңы уҡытыу ысулын эш практикаһында ҡулланып ҡараным”, – педагогтың тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһен уның Маҡтау ҡағыҙ­ҙарында күрергә мөмкин. Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы 2016 йылда Саҡмағош районы буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, 2017 йылда төбәк-ара “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә “Һөнәри оҫталыҡ” номинацияһы еңеүсеһе дипломдарына эйә булған.

Телсе булыуы менән ғорурлана уҡытыусы. Әсәһенән – уға, унан – балаларына, йөҙәрләгән уҡыусыһына күсә килеп, йөрәк ҡылдарына ҡағылып, рухты тергеҙһен, ҡөҙрәтте арттырһын башҡорт теле!



Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!