RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 Эш һөйгәнде ил һөйгән

Уҡытыусы һүҙенә оло хеҙмәт һыя – белем биреү, заманса технологияларҙы үҙләштереү, шул уҡ ваҡытта бала күңеленә тәрбиә орлоҡтарын һалыу. Заман талабы буйынса педагог яңылыҡҡа ынтылырға, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына яраҡлашырға тейеш – бөгөн иҫкесә уҡытыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай.

Ишембай районының Тимашевка мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Хә­лиул­лина ла һәр дәресенә яңылыҡ индерергә тырыша. Сөнки кескәй сағынан уҡ заманса мәғлүмәти мөхиттә аралашып үҫкән баланың уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙа компьютер технологиялары – уҡы­тыусының юлдашы. Гөлназ Иш­мөхәмәт ҡыҙының да төп ярҙам­сыһы – проектор, унһыҙ дәрестәр үтмәй тиерлек.

– Баланы ҡыҙыҡтыра белергә кәрәк. Мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ҡулланғанда, электрон дәреслектәр, виртуаль лабораториялар, интернетты дөрөҫ фай­ҙаланғанда уҡыусы дәресте ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлаясаҡ һәм ҡатнашасаҡ, – тип һөйләй ул. – Рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы иҫәпкә алғанда, миңә айырыуса тыры­шырға кәрәк. Башҡа милләт бала­һында туған телемә ҡарата хөрмәт уятыу – иң мөһиме.

Гөлназ Хәлиуллина, Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия акаде­мияһының башҡорт-инглиз теле бүлеген тамамлаған белгес булараҡ, инглиз теленән дә белем бирә. Ул ике телде лә коммуникатив методика аша өйрәтеүҙе хуп күрә. “Аудирование алымдарына таянып, йырҙар өйрәнәбеҙ, йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ, ике телде сағыштырыр өсөн бинар дәрестәр уҙғарабыҙ”, – ти.

Ысын күңелдән эшен һәм ба­лаларҙы яратҡан Гөлназ Ишмө­хәмәт ҡыҙы “Башҡорт теле уҡы­тыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсында ҡат­нашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Абруйлы бәйгегә уны тотош команда әҙерләй. Ғөмүмән, Ишембай уҡытыусылары был йәһәттән берҙәм һәм башҡа төбәктәргә өлгө булып тора. Бында башҡорт теле уҡытыусыларының үҙ мәктәбе бар һәм республика, төбәк-ара педагогик ярыштарҙа әлеге мәктәптең һөҙөмтәле эш­мәкәрлегенә шаһит булабыҙ. Был команда бер-береһен яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәү, йәш колле­галарының әүҙемлеген арттырыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡ­лашыу, дәртләндереү өҫтөндә эшләүҙе оло бурыс тип һанай.

– Быға тиклем республика ки­мә­лендә 2015 йылда тәүге тапҡыр көсөмдө һынап ҡараным. Ул саҡта “Педагогик перспектива” номи­нацияһын тапшырғайнылар. Бы­йыл мине “Башҡортостандың йыл уҡы­тыусыһы” конкурсына Әхмәт­зәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары Гөлнур Аҙнабаева, Рифат Әйүпов, ҡаланың мәғариф бүлеге методисы Әлфинур Яҡу­пова, 16-сы мәктәп уҡытыусыһы Альбина Хәлисова әҙерләне. Улар ярҙамында һөнәри конкурста алдынғы булыу бәхетенә ирештем, – тип һөйләй Гөлназ Иш­мөхәмәт ҡыҙы. – Дәртле, рухлы Гөлнур Шамил ҡыҙы мине сәм­ләндереп, бар яҡлап әҙерләне. Кәрәк икән, үҙе рулгә ултырып, кәрәк ергә алып барҙы, бының өсөн бер ни ҙә һораманы. Оҫта педагогтың белем, тәжрибә буйынса ғына түгел, ә тормошсан кәңәштәре лә ярышта ярҙам итте.

Бәләкәй генә ауыл мәктәбен яратып, һағынып, көн дә эшенә ашыға педагог. Күптән түгел ремонт яһалғас, бина тағы матурайып, ҡот ҡунғандай тойола. Академияны тамамлап, был мәктәп тупһаһын тәү тапҡыр аша атла­ғанға туғыҙ йыл ваҡыт үтеп киткән. Зөлхизә Хәмова етәксе­легендәге коллектив татыу, бер-береһенә ихтирамлы.

Балалар тауышынан гөрләп торған мәктәбе, Гөлназ Хәлиул­лина кеүек тырыш, көслө педагогтары булғанда, был ауыл, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк!



Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!