RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

25.05.2019 Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбенең ун беренсе класс уҡыусылары – үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән егеттәр һәм ҡыҙҙар

Сәмле, тәүәккәл, һәләтле, тигәнде ышаныслы рәүештә аҡыллылар, спортты үҙ иткәндәр, берҙәмдәр, татыуҙар, тип тә дауам итеп була. Сөнки Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбенең ун беренселәре тап шундай шәп сифаттарға эйә. Береһенән-береһе матурыраҡтар ҙа, етмәһә. Әйтерһең дә, уларҙы мәктәпкә гүзәллек конкурсы үткәреп тороп һайлап алғандар. Бындай йөҙөк ҡашындай балаларҙы ни йөрәгең менән мәктәптән сығарып ебәрәһең?

– Тормош ҡануны шулай: берәүҙәр, ҡанаттарын нығытып, 11 йыл буйына белем эстәгән ояларынан осоп сығып китә, уларға алмашҡа икенсе балалар килә, һәм улар ҙа тора-бара алмас ташынан гәүһәргә әйләнә, – ти класс етәксеһе Миңзәлә Уразова. – Йөрәктән айырып сығарып ебәрәбеҙ, уныһы хаҡ. Үҙ балаларыбыҙға әйләнеп бөттөләр. Ата-әсәләре менән тығыҙ бәй­ләнештә булып, һәр береһе өсөн йән атаһың, борсолаһың, һәр кемен хәс­тәрләйһең... Бишенсегә 20 бала килгәйне. Күптәре туғыҙынсынан һуң урта һөнәри белем биреү йорттарына инеп, тырышып уҡып йөрөй. Ә урта белемде бында алған алты ҡыҙ менән өс егет мәктәптең данын арттырып, ысын йондоҙ булып балҡыны. Оло юлға оҙатҡанда, бөтә коллективыбыҙ менән уларға, үҙ юлдарын тапһындар, бәхетле, сәләмәт, оҙон ғүмер итһендәр, тип теләктәр теләп ҡалабыҙ.

География уҡытыусыһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы өсөн был балалар – тәүге сығарылыш уҡыусылары. Шуға ла тәүге хушлашыу сирҡанысын алыуы бигерәк ҡыйындыр. Һәм һағыш ҡатыш, һәр уҡыусыһы тураһында ул тик маҡтау һүҙҙәре менән генә һөйләй, ғорурлыҡ тойғоһона йөрәк йылыһы ла ҡушыла. Маҡтамаҫлыҡ, ғорур­ланмаҫлыҡ та түгелдәр бит ун беренселәр – һәр береһе берәгәй. Мәҫәлән, Таһир Хисаметдинов – уҡыу алдынғыһы, еңел атлетика буйынса республика чемпионы, баскетбол, саңғыла ла уңыштары бихисап. Мәктәп тамашаларының режиссеры ла, артист та. Маҡсаттарына ирешеүсән, ҡыйыу, лидер сифаттарына эйә булған көслө үҙәкле Ынйы Рамазанова иһә бөтә яҡтан да килгән: уҡыу алдынғыһы ла, спортсы ла, мәктәп сараларының уртаһында ҡайнаусы ла ул. Эльвина Зәйнәғәбдинова ла шулай уҡ спортта һынатмай, саңғы, баскетбол ярыштарында еңеүҙәргә өлгәшкән шәптекәй. Уҡыу алдынғыһы, спортсы Нариман Йәшелбаев – сәхнә йондоҙо: гитарала һәм ҡумыҙҙа шундай оҫта уйнай, хатта республика конкурсында икенсе урын ала. Ни тиһең инде – танылған сәхнә оҫтаһы Сәлим Йәшел­баевтың ейәне бит. Талантлы йырсы Айгөл Һағынбаеваның яҡын туғаны Динара Һағынбаева ла баскетболды, гимнастиканы үҙ итә – Таһир менән икеһе лә баскетболдағы уңыштары өсөн ҡала-районда “Ҡәҙерле уйынсы” исеменә лайыҡ булған иҫәпле спортсылар рәтендә. Һөйөндөк ауылы ҡыҙы Зинира Раянова ла тик “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшкән бик тырыш ҡыҙ. Юҡҡа ғына уға быйыл “Йыл асышы” исеме бирелмәгән. Динара Батиева (Таһир Хисаметдинов һәм Жан Жуматаев кеүек) – алтын миҙалға дәғүә итеүселәрҙең береһе. Уҡыуға мөкиббән киткән, аналитик фекерләүгә һәләтле ҡыҙ ғилми эштәре, башҡорт теле буйынса республика олимпиадаларында еңеүе менән ихтирам ҡаҙанған. Нариман менән Таһир ҙа, әйткәндәй, төрлө фәндәрҙән район һәм республика кимәлендә олимпиада еңеүселәре. Башҡорт рухлы Валентина Лапутина ла башҡорт теленән республика кимәлендә призлы урын яулаған уҡыу алдынғыһы, спортсы. Жан Жуматаев кеүек үк. Был егет тә уҡыуҙа бер кемгә ал бирмәй, спортта ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, бер һүҙ менән әйткәндә, Жан булмышы менән еңеүсе. Күреүегеҙсә, был балалар, яҡшы уҡыу һәм мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, спортсы булыуҙары менән дә бик ныҡ айырылып тора. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Айгөл Йәшелбаева әйтеүенсә, мәктәптә спорт яратмаған бала юҡ.

– Ауылда башҡа барыр урын да әллә ни юҡ бит, шуға ла барыһы ла кистәрен спорт залына килеп шөғөлләнә, – ти уҡытыусылар. – Уҡыусылар үҙ-ара ла, ауыл йәштәре, уҡытыусылар менән дә ярышырға, сәмләнеп уҙышырға ярата, даими рәүештә төрлө ярыштарҙа еңеп, өлкәндәрҙең танауына сиртә.

Хәйер, Заур Рамазанов кеүек үҙ эшен иҫе китеп яратҡан физкультура уҡытыусыһының ҡулы аҫтында уҡып, спорт менән шөғөлләнмәйенсә лә булмайҙыр – ул спорт енен барыһына ла ҡағылдыра.

– Ошондай яҡшы уҡытыусыларыбыҙға, атай-әсәй­ҙәребеҙгә, мәктәптә эшләгән һәр кемгә гәзит аша рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип Валентина Лапутина форсаттан файҙаланды. – Улар беҙгә оло терәк булды, кескәй генә уңыштарыбыҙҙы ла ҡыуанып ҡабул итте, беҙҙең менән ихлас ғорурланды. Ошо ышаныс беҙҙе ҡанатландырҙы, үрҙәргә этәрҙе, кәртәләр, уңыш­һыҙлыҡтар алдында туҡтап ҡалмаҫҡа өйрәтте. Класс етәксебеҙ Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙына, физкультура уҡытыусыһы Заур Рәфил улына айырым рәхмәт. Киләсәктә лә йөҙ ҡыҙартмаҫҡа бар көстө һалырбыҙ, мәктәп данын арттырырға тырышырбыҙ.

Мулдаҡай урта мәктәбен филология фәндәре кандидаттары Ҡамса Мортазин менән Гөлназ Вәлиева, билдәле яҙыусы-фантаст Фәниҙә Исхаҡова, сәхнә “йондоҙ”ҙары Флүрә Килдейәрова, Вилдан Яруллин, Айгөл Һағынбаева, Илдар Усманов, Зыяфат Әхмәтшина, Сәлим Йәшелбаев кеүек танылған шәхестәр та­мамлаған, бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары ла киләсәктә үҙҙәрен мотлаҡ танытыр, тигән ышаныс бар. Сөнки Гүзәл Әбүбәкирова етәкләгән белем усағында үҙ эшенең оҫталары, фиҙакәрҙәр эшләй, һәм улар сәскән орлоҡтар мул уңыш бирмәй ҡалмай.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар


  1. Аниля Гильмановна
    27 мая 2019 05:07: Аниля Гильмановна
    Афарин, всем желаю здоровья, счастья, удачи. Выпускникам удачи, смекалки, везения и всего наилучшего
  2. aylika73
    28 мая 2019 19:04: aylika73
    Цитата: Аниля Гильмановна
    Афарин, всем желаю здоровья, счастья, удачи. Выпускникам удачи, смекалки, везения и всего наилучшего

    Ҙур рәхмәт! Изге теләктәрегеҙгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ!


Оҡшаш яңылыҡтар



Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!