RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

04.05.2019 «Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Йылдан-йыл тормош үҙгәрә. Ә белем биреү өлкәһе унан да алдараҡ бара. Бөгөн уҡытыусы өсөн тәжрибә, һынау, яңы стандарттар – заман талабы. Был яңылыҡтар даръяһында туған тел мөхитенә урын тарайғандан-тарая барған кеүек. Үҙ иңенә төшкән бурысты атҡарыр өсөн, бөгөнгө мәғариф талаптарына яуап биргән туған тел уҡытыусыһы булыу еңел түгел.

Дүртөйлө ҡалаһындағы 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльнара Ғәзизова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының “Үҙ педагогик инициативаһын таратыуҙа һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн” номинацияһында маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Юғары категориялы педагог әйтеүенсә, баланың күңеленә юл табып ҡына телгә ҡарата һөйөү уятырға мөмкин. Эльнара Зиф ҡыҙы менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Гәзит уҡыусыларға бер аҙ үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.

– Дүртөйлө районының Түбәнге Әлкәш ауылында агроном ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Халҡыбыҙҙың иң ҡеүәтле, күп һанлы һәм көслө ырыуҙарының береһе һаналған Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуынан булыуым менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетын тамамлағас, мәктәптә эш башланым. Дөйөм педагогик эш стажым 18 йыл, шуның 17-һен башҡорт теленә бағышланым. Үҙем эшләгән гимназияла директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Буш ваҡытымда шиғырҙар уҡырға яратам, сәскәләр үҫтереү менән мауығам. Ирем Флүр менән Айвар һәм Әлфир исемле улдар үҫтерәбеҙ.

– Был һөнәргә һөйөү ҡайҙан килә?

– Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма тәүге уҡытыусым сәбәпсе булды тиһәм, һис хата булмаҫ. Ул – Исмаил урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләгән Мәмдүдә Флүр ҡыҙы Әхмәҙуллина. Мәктәп тупһаһынан тәү башлап атлап ингән мәлемдән алып уға ғашиҡ инем. Мәктәп йылдарында алдымда кем булырға тигән һорау торманы ла. Күңелдәргә матур һүҙҙәр яҙыусы, һуҡмаҡ һалыусы һөнәр эйәһе миңә ҡанат ҡуйҙы. Йөрәгемә бала саҡтан яҡын булған һөнәремде һайларға мөмкинлек бирҙе.
Бына инде ике тиҫтә йылға яҡын мәктәп ҡаҙанында ҡайнайым. Балалар араһында үҙеңдең олоғая барғаныңды ла һиҙмәйһең. Ул бер мөғжизәле донъя кеүек. Ниндәй генә ауырлыҡ килеп тыумаһын, ижади эшләү, уҡыусылар менән үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, телеңә ҡарата оло һөйөү барыһын да еңә. Өҫтәүенә, мин бит тел һағында тороусы. Был һүҙҙе ғорурлыҡ менән әйтәм. Сөнки Дүртөйлө районы һәм ҡалаһы хакимиәтенең терминология комиссияһы ағзаһымын да. Ә тел һаҡсылары таш диуарҙарға тиң булырға, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа бурыслы.
Тел уҡытыусыһы һәр саҡ ижади эҙләнеүҙә булырға тейеш. Уҡыусыларының да ижади һәләтен үҫтереүгә күп көс һалмауы мөмкин түгел. Мин дә балаларымдың район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа (эпос, әкиәт һөйләү, ижади иншалар, шиғыр ятлау һ.б.) призлы урын алыуын, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеүен күргәс, хеҙ­мәтемдең бушҡа түгелмәүенә ҡыуанам.

– Башҡорт телен өйрәнеүҙә еңел методика юҡ, тип зарлана күптәр. Һеҙ нимәгә таянып эшләйһегеҙ?


– Ерле һөйләш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, ихтирам итеп, башҡорт телен уҡытыуҙың һөҙөмтәле алымдарын табып, туған телде ерле халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәтәм. Уҡыусыларымда туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү – төп маҡсаттарымдың береһе. Сөнки кеше милли рух тойғоһон, рухи ныҡлыҡты бары тик тыуған яғында, әсә теле аша ала. Туған тел халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына хөрмәт тойғоһо тыуҙыра, уның аша бүтән халыҡтарҙың телдәренә лә һөйөү тәрбиәләнә. Үҙемдең затлы Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуынан булыуымды тәүҙә әйтеп уҙғайным инде. Шуға күрә лә миндә бөрйәндәргә генә хас булған сәм, ныҡышмалыҡ, ҡыйыулыҡ та бар бит әле. Бына ошо сифаттар заман менән бергә атларға мөмкинлек тыуҙыра.

– Ә заман менән атлаған, йәғни XXI быуаттың башҡорт теле уҡытыусыһы ниндәй ул?


– XXI быуат уҡытыусыһына киләсәк заман кешеһе булырға, йәғни уҡыусыларҙан бер аҙым алда барырға тура килә. Барлыҡ уҡытыусыны уртаҡ маҡсаттар – баланы шәхес булараҡ формалаштырыу, мәҙәниәтле һәм белемле кеше итеү ниәте берләштерә. Ә тел уҡытыусылары тағы бер мөһим миссияны үтәй – балала милли үҙаң тәрбиәләү. Сөнки милләтле булыу һәм милли мөхит тыуҙырыу беҙҙе һаҡлап ҡаласаҡ.
Эйе, хеҙмәтебеҙ еңелдән түгел. Мәшәҡәтле лә, борсоулы ла, ҡыҙыҡлы ла ул мәктәп донъяһы. Уҡыусыларым бала сағын, мәктәптә уҡыған мәлен яҡты итеп иҫкә алһын тип, ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышам. Бының өсөн йәш быуынды аңларға, нисек бар шулай ҡабул итергә, хаталарына ҡарата түҙемле, үҙемә талапсан булырға өйрәндем. Һәм шул ваҡытта үҙемә ошондай һорау ҡуя инем: уҡытыусы өсөн иң мөһиме нимә? Үҙ тәжрибәмдән сығып, был һорауға, уҡыусыны шәхес итеп күреп, үҙ көсөнә ышанырға өйрәтеү, тип яуаплайым. Көн дә иртән уҡыу­сыларымдың ышаныс менән төбәлгән күҙҙәрен күрәм. Улар – Башҡортостандың киләсәге. Кем һәм ниндәй булыуҙары минән дә тора, тип уйлайым. Башҡорт теле уҡытыусыһы, дөрөҫ яҙырға, уҡырға өйрәтеүҙән тыш, яуаплылыҡҡа, кешеләргә шәфҡәтле булырға әйҙәй, Тыуған илгә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Ул ғына түгел, яңы быуат толерантлы, рухи һәм әхлаҡи тәрбиә алған шәхестәр талап итә.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!