RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Еҙ ҡыңғырау йәнә мәктәпкә саҡыра

31.08.2010 Еҙ ҡыңғырау йәнә мәктәпкә саҡыра

Еҙ ҡыңғырау йәнә мәктәпкә саҡыра1 сентябрь – бала саҡтың иң сағыу, иң матур байрамдарының береһе. Матур-матур гөлләмәләр тотоп мәктәпкә ашығыусы балалар үҙҙәре лә сәскә кеүек. Йәйге каникул ваҡытында етемһерәп ҡалған мәктәп тә, балаларын ҡаршы алыуға ҡыуанғандай, балҡып ултыра. 1-се синыфҡа барыусы кескәйҙәр, мәктәп тигәндәре ошо буламы икән, тигән кеүек, ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп тупһаһы аша атлап үтһә, өлкән синыф уҡыусылары шау-гөр килеп дуҫтары, синыфташтары менән осраша, уҡытыусылар менән дә үҙ кеше күреп һөйләшә. Йәйге каникул осоронда барыһын да һағындырған, һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә күбәйгән, үҙгәрештәр ҙә байтаҡ!
Быйыл республикабыҙҙа 44 меңдән ашыу бала 1-се синыфҡа уҡырға бара. Мәктәптә үткән һәр көн, һәр дәрес уларға белем донъяһының яңы биттәрен, мөғжизәле серҙәрен асырға ярҙам итер. Һеҙ һүрәттә күргән Батырхан Сәғитов менән Илназ Рәхмәтов та – 1-се синыф уҡыусылары. Улар баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Рәмзиә Мөхәммәт ҡыҙының синыфында уҡыясаҡ. Мәктәпкә улар күптән әҙер, форма ла, ручка-дәфтәрҙәр ҙә алғандар, хәрефтәрҙе лә өйрәнгәндәр, уҡый ҙа беләләр. Дөрөҫ, әлегә балалыҡ шуҡлыҡтары ла бөтмәгән, бар белгәндәре уйын ғына, әммә уҡыуҙар башланып, көн дә дәрес әҙерләй башлағас, уйынға ваҡыттары ла ҡалмаҫ, уҡыусы кеше өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртип икәнлеген дә аңларҙар.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Т. ТАһИРОВ фотоһы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре