RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров биш көнлөк уҡыу программаһына күсергә тәҡдим итте

01.02.2019 Радий Хәбиров биш көнлөк уҡыу программаһына күсергә тәҡдим итте

“Торатау” Конгресс-холында “Взлетай” (“Үргә ос”) беренсе мәктәп форумы эшләй. Йыйынды асып, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулаусы уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы БР Башлығы гранты менән бүләкләне.

Республика етәксеһе үҙ сығышында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырҙай тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Мәҫәлән, мәктәптә биш көнлөк уҡыу программаһына күсергә (сөнки балалар бик арый), шахматҡа өйрәтергә, өлкән класс укыусыларын водитель танытмаһына уҡытырға, вальс бейеү серҙәрен төшөндөрөргә, инглиз телен база кимәлендә белергә тигән тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Биш көн уҡый икән, был шәмбе мәктәпкә бармай тигән һүҙ түгел. Һәр шәмбелә дәрестәр тыш саралар үткәреләсәк. Экскурсияға барыу, спорт ярыштары, волонтерлыҡ һ.б. булыуы мөмкин.

Шулай уҡ мәктәп автобусы водителдәре тураһында үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашып, ниәттәрен дә әйтте.
Радий Фәрит улы район-ҡалаларҙа мәктәп водителдәре менән күп аралашҡанын, уларҙың автобусты төрлөсә биҙәгәнен, матур ҡорғандар элгәнен телгә алды. Хатта ҡайһы бер водителдәр балаларға юл буйына йырҙар йырлай икән.
– Беҙ был кешеләргә балалар ғүмерен ышанып тапшырабыҙ, шуға күрә, минеңсә, водителдәр айырым хуплауға лайыҡ. Улар араһында конкурстар үткәреү, эенә яуаплы ҡарағандарҙы билдәләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Етәксе тағы ла уҡыу учреждениеларында киң таралған “яуыз буллинг” күренешенә ҡаршы көрәш асыу буйынса алымдар эҙләргә ҡушты.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Битлек, мин һине таныным!»

Капиталды кем  нисек файҙалана?

Беҙҙекеләр иң яҡшы вуздарға инһен!

Һәр уҡытыусы һөнәренән бәхет тапһын!

Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсының абсолют еңеүсеһе билдәле булды

Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”