RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

05.12.2018 Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

йәки Мәсьәлә йыртыҡ кейемдәге генәме?

Әленән-әле мәктәп тормошонан төрлө видеороликтар интернетҡа һалына, ҡайһы берәүҙәрендә педагог һәм уҡыу­сының үҙ-ара мөнәсәбәте оло хафаға һала. Күптән түгел Сахалинда уҡытыусы тарафынан йыртыҡ кофтаһы өсөн әрләнгән уҡыусы ҡыҙҙы йәлләп борсолһаҡ, ошо арала Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында педагог уҡыу­сыға ҡарата йоҙроҡтарын йәлләмәгән видео таралды. Унан һуң – Томскиҙа 2-се класс балаһының башын партаға бәргән башланғыс класс уҡытыусыһы... Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған да инде. Ә зыян күргән тәртип­һеҙ уҡыусыларҙың парта ултыр­ғысын бәреп, күҙгә ручка менән төртөп «мәрәкә» тапҡаны иҫәпкә алынмай. Замана уҡытыусыларының ҡанһыҙлығы хаттин ашҡан, тип әйтеү дөрөҫмө?


Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙең артҡандан - арта барыуы Рәсәй­ҙәге мәғариф системаһының етди көрсөккә килеп терәлеүе хаҡында һөйләй. Аңлашылмаусанлыҡ ар­ҡаһында педагогик хеҙмәткәрҙәр­ҙең дә, уҡыусыларҙың да мөнәсәбәте агрессияға ҡорола.
Сахалиндағы хәлде алып ҡарайыҡ. Тәү ҡарашҡа видеояҙма, ысынлап та, уҡытыусының баланы мәсхәрәләүен мәңгеләштергән кеүек. Мин педагогты аҡламайым, әммә таяҡтың ике яҡлы булыуын күрһәтергә теләйем. Ҡыҙҙан: «Ни өсөн кейемең йыртыҡ? Әллә һин тәрбиәгә алынған баламы?», – тип һораған уҡытыусы бөгөн үҙ теләге менән эштән киткән. Ә быға тиклем ул уҡыусынан һәм уның ата-әсәһенән ғәфү үтенгән булған. Видеола тик уҡытыусының һүҙҙәренән генә торған өлөш бар, талаштың ниндәй сәбәп арҡаһында башланыуы, быға тиклем ниҙәр булыуы кадр артында ҡалған. Мине иһә йыртыҡ кейемен ямарға ҡулынан килгән үҫмер ҡыҙҙың әрпеш йөрөүе аптыратты. Был йәштә өҫ-башыңды ҡарап йөрөтөү генә түгел, ә башҡаларға оҡшарға тырышып ҡупшы кейенергә ынтылаһың. Уҡытыусы асыуланмай ғына ҡыҙҙан ата-әсәһе хаҡында һораша. Һин тәрбиәгә алын­ған баламы әллә, тигәнгә бөтә класс дәррәү көлөргә тотона.

– Бында көлөү урынһыҙ, хәҙер тәрбиәгә алынған бала – ғәҙәти күренеш, – тип яуаплай ул балалар­ға. Бының менән ҡыҙҙың ғаилә хәлен, баланың ни өсөн ҡарауһыҙ икәнен асыҡларға тырыша. Тик ҡыҙ күҙ йәштәренә ирек бирә. Бәлки бала, үҙенең бер кемгә лә кәрәк булмауын иҫенә төшөрөп, илап ебәргәндер?

Береһе лә хәлдең айышына төшөнөп тормай ғына, уҡытыусының ғәйебе ҙур, тип һығымта яһаны. Барлыҡ хеҙмәт юлын белем усағына бағышлаған 62 йәшлек педагог меҫкен хәлдә эштән китергә тейеш булды, уның быға тиклем булған барлыҡ ҡаҙанышы абруйы менән бергә аяҡ аҫтына һалып тапалды. Хаҡлы ял йәшенә еткән көйөнсә уҡытып йөрөмәһен, өйөндә генә ятһын, тап оло уҡытыусыларҙың белем биреү методикаһы ошондай «үҙенсәлекле» була, тине бер танышым уның тураһында. (Ә бит тиҙҙән пенсияға алты тиҫтәне артмаҡлағандан һуң ғына сыға башлаясаҡбыҙ). Уҡытыу­сылар хаталанырға тейеш түгел: класс тарафынан даими психологик баҫымға бирешергә лә, артыҡ эш йөкмәтеүҙәренән арырға ла, аҙ эш хаҡына зарланырға ла – балалар телефонын сығарырға әҙер генә тора! Уларға шоу ғына булһын, кем дә кем интернетҡа шаҡ ҡатырлыҡ видеояҙма һала, шул герой! Балалар һәм үҫмер­ҙәр ярышы был – сенсация ни тиклем ҙурыраҡ булһа, шул тиклем шәберәк! Улар уҡытыусының ҡыланышына ҡар­шы булғанға күрә ошо видеоны төшөргән тиһегеҙме? Юҡ! Бары тик күмәкләшеп ыржайыу, «прикол» һәм «хайп» өсөн генә. Мәктәп бөгөн уҡытыусы клоун ролендә тамашасы - уҡыусының күңелен асырға тейешле циркка әйләнеп барған кеүек.

Уҡыусылар үҙҙәренең хоҡуғын яҡшы белә: «теге-был» ергә олаҡтырып ҡына ҡалмай, ә суд һәм прокуратура менән янай. Ҡыҫ­ҡаһы, уҡытыусы шелтә яһау хо­ҡуғына ла эйә түгел булып сыға. Беҙҙең заманда дәресте алып барыр­ға ҡамасаулаған, урынынан тороп йөрөгән, уҡытыусыны тыңламаған хулиганды елкәһенән тотоп сығарып ебәреү бер ни ҙә түгел ине. Бөгөн иһә, уҡыусы юрамал ҡыланыуына ҡарамаҫтан, бындай хәл интернет ярҙамында барлыҡ илгә тараласаҡ. Совет осоронда насар тәртип өсөн пионерҙар сафынан сығарырға, ата-әсәһен саҡыртып һөй­ләшергә мөмкин ине. Сөнки был алымдарҙың файҙаһы булды. Ә хәҙер ата-әсәләр, тик балам ғына хаҡлы, ә педагог ғәйепле, тигән ныҡлы уй менән мәктәпкә килә. Бына нисек, замана уҡытыусыһының уҡыусыға йоғонто яһау ысулдары ла ҡалмаған! Тың­ла­маған баланы ишек артына сығарып ҡуйыу? Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?! Был – бөтөнләй ярамаған эш!

Кемдәрҙе тәрбиәләйбеҙ һуң? Ошаҡ­сы балаларҙымы? Бер ниндәй йәлләү, аяу белмәгән, үҙ позициялары булмаған быуындымы? Ни өсөн улар уҡытыусыларҙы күрә алмай? Пе­дагогты бар донъяға фаш иткәнсе, үҙҙәрен борсоғон мәсьәләне уртаға һалып, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшергә лә мөмкин ине.

Оло быуын уҡытыусылары талапсан, белем генә түгел, баланың тормошҡа әҙерлеген дә талап итә. Ә хәҙерге педагог, нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ, миңә теймәһәгеҙ булған, тигән битараф позицияны тоторға тейеш. Әлеге уҡытыусы ҡыҙ менән бөхтә ҡиәфәт тураһында айырым ҡалып һөйләшһә, яҡшы булыр ине, әлбиттә. Шау-шыулы сенсация ғына көтөп ултырған уҡыу­сылар хаҡында онот­ҡан, күрәһең (бәлки, арып та киткәндер). Күп нервы талап иткән ауыр һөнәр эйәһенең хаталаныуы һис тә ғәжәп түгел. Етмәһә, уҡытыусының был һүҙҙәренә тиклем ниндәй хәлдәр булғанын белмәйбеҙ. Бәлки, видеоға төшөргәндәрен күреп һәм үҙен ҡорбан итеп күрһәтергә теләп, ҡыҙ балауыҙ һыға башлағандыр.
Тиҙҙән уҡытыусыларҙы дәрес өҫтөндә үк инфаркт һуҡмаҫ тимә, тәүбә. Арығандан, йонсоғандан түгел, ә күпме көс түгеп белем биргән уҡыусыларының һатлыҡ йәнлегенән. Былай барһа, уҡытыу­сыларҙы юғалтасаҡбыҙ, ә уларҙың йөҙөндә – тотош илебеҙҙе.
Тағы бер уҡытыусы эштән китте. Тик бының менән хәл яҡшыр­ҙымы?



Автор: Л.Хәлитова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Ашарға ярамаған аҙыҡтар

29.11.2018 - Мәғариф Ашарға ярамаған аҙыҡтар


Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

19.11.2018 - Мәғариф Рухлы ла ул, маҡсатлы ла


Тәм-томдо тыйығыҙ!

16.11.2018 - Мәғариф Тәм-томдо тыйығыҙ!


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”

Бергәләп – киләсәккә

08.11.2018 - Мәғариф Бергәләп – киләсәккә


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»

Яҡшы кәйеф һеҙгә!

25.10.2018 - Мәғариф Яҡшы кәйеф һеҙгә!


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре

Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!