RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Уҡыусың рәхмәтле булһын»

08.09.2018 «Уҡыусың рәхмәтле булһын»

«Уҡыусың рәхмәтле булһын»
Портфолио. Ләйсән Хәсән ҡыҙы Шәрипова Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылында донъяға килгән. Ауыл мәктәбенән һуң Баймаҡ интернаты, унан һуң Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Мерәҫ ауылында урта мәктәп ябылғанға тиклем инглиз теленән уҡыта.
Ләйсән Хәсән ҡыҙы – әүҙем блогер, «Бәйләнештә» сайтында «Л. Шәрипова: объектив+ҡәләм» тип аталған төркөмөн алып бара. Авторҙың ғаилә, мәктәп темаһына көндәлектәр формаһында алып барған фотоһүрәттәре, фекерҙәре, уйланыуҙары һәм борсолоуҙары фәһемле.

– Бөгөн интернетта блогтар бик күп. Кеше үҙҙәре, эше хаҡында яҙа...
– Интернетты баҫып алған башҡа блогерҙар араһында юғалып ҡалмаҫ һәм үҙеңдең уҡыу­сыңды табыу өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк, тип уйлайым.
– Һеҙҙең төркөмдә тәрбиә, ата-әсә һәм мәктәп темаһына ҡыҙыҡлы фекерҙәр бар. Шулай уҡ, төркөмөгөҙҙә матурлыҡты күреү, тойоуға баҫым яһала. Фото­ларығыҙҙы дәрестә лә ҡулланаһығыҙмы?
– Ҡыҫҡартыуға эләккәне бирле өс йыл эшләмәнем һәм быйыл ғына эшкә саҡырыу алдым. Форсаты сыҡһа – урынлы булған осраҡта, фотолар менән дәрестәрҙе биҙәп ебәреү яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым.
Уҡытыусы һөнәре һәр заманда ла иң мөһим һәм мәртәбәле һөнәр­ҙәрҙең береһе һаналған. Тиҫтә йылдар дауамында йәмғиәттең ҡарашы үҙгәрҙе, әммә ул үҙенең ошо бөйөк исемде күтәреп йөрөүен бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелдер, тип иҫәпләйем. Төркөмдә күңелемде өйкәп торған ҡайһы бер күренештәрҙе, тәрбиәгә ҡағылған проблемаларҙы күтәрәм дә инде. Киң билдәле фекер буйынса уҡытыусы психолог, артист, юрист һәм башҡа һөнәр эйәһе булырға тейеш, тиҙәр. Быға өҫтәп, мин, педагог битараф һәм моңһоҙ булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем. Үҙенең күңелендә усаҡ тоҡандыра алмаған уҡытыусының бала йөрәгенә осҡон илтеп еткереүе икеле.
– Ауыл уҡытыусыһы ҡаланыҡынан нимәһе менән айырыла?
– Ҡала уҡытыусыһы “тунында” булып ҡарағаным юҡ, әммә ауыл уҡытыусыһынан һорау күберәк. Етәкселәрҙең талаптарын күҙ уңында тотмайым. Һыйырын ваҡытында көтөүгә ҡыуғанмы, балалары урам буйында тәртип­һеҙ ҡы­ланмаймы – барыһы ла ауыл хал­ҡының күҙ алдында. Уҡы­тыусыға, ауылдыҡына ла, ҡаланыҡына ла күп нәмә ярамай. “Һуң һин бит уҡытыусы!” – тигән һүҙ­ҙәр гел генә оҙатып йөрөй. Йәғни өҫ-башыңдан алып йәшәү рәүешеңә тиклем үрнәк булып торор­ға тейешһең. Тағы ауыл уҡытыу­сыларының барыһы ла тиерлек “универсаль һалдат”ҡа әйләнеп бөттө. Хатта үҙемә лә, инглиз теле уҡытыусыһы булыуыма ҡарамаҫтан, йыр, рус теле һәм әҙәбиәте, хатта география фәндәрен алып барырға тура килде.
Шунан ҡайҙан инде ауыл мәктәбендә уҡыуҙың сифаты юғары булһын?! Был хәлде күреп торған ата-әсә лә балаһын ҡала мәктәбенә биреүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә ҡала мәктәптәрендә урын етмәй, сменалап уҡыйҙар, ә ауыл мәктәбендә нисек бала һанын тултырыр­ға белмәй аптыраналар.
– Мәктәбегеҙ оптималләштереү тулҡынына эләккәс, һөнәрегеҙҙән айырылыуы ауыр булдымы?
– Эйе, яратҡан һөнәремде, мәктәбемде ныҡ һағындым. Мәктәптәр ябылғас, бар ғүмерен ошо изге һөнәргә арнаған тәжрибәле уҡытыусылар бер кемгә лә кәрәкмәй булып сыға. Тәүҙә “Класта иң кәмендә ете бала булырға тейеш” тигән ҡағиҙә арҡаһында алты уҡыусынан торған класты ябырға тура килде. Бер бала етмәүе арҡаһында алты бала тыуған мәктәбендә, ата-әсәһе янында ғына уҡыу бәхетенән мәхрүм булды. Ни бары ун биш йыл тирәһе элек беҙҙең мәктәптә 150-ләп бала уҡый һәм 20-ләп уҡытыусы эшләй ине. Бик күп түңәрәк гөрләп эшләп торҙо, төрлө сарала мәктәбебеҙ алдын­ғылыҡты бирмәне. Интернет, интерактив таҡталар һ.б. – барыһы ла булды. Һәр бер уҡытыу­сы айырым ноутбук менән тәьмин ителде. Ә бөгөн һуң? Ике ҡатлы ҙур мәктәп бинаһы бикле тора, ә эргә-тирәһен ҡаҙ-өй­рәктәр, һарыҡ-быҙауҙар төйәк иткән. Элек гөрләп баҡса үҫкән ерҙә сүп үләндәре ҡотора. Сөнки мәктәп, балалар һаны тулмау сәбәпле, ябылды. Ә башлан­ғыс кластар балалар баҡсаһы бинаһына күсерелде.
Бөтә ил буйынса ҡыҫҡартыу, мәктәптәр ябылыу процесы туҡтатылһын ине. Хәҙерге заманда мөғәллим булыуы былай ҙа еңел түгел. Уҡытыусылар, дәрестәр һаны кәмеү, оптималләштереүҙән ҡурҡмай ғына фәнен юғары кимәлдә еткерергә, ә бала фәнде һыу кеүек эсергә тейеш. Тормошта беҙ биргән белемде уҡыусы рәхмәт хисе менән файҙаланырлыҡ бул­һын, тип тырышырға кәрәк.
– Хәҙерге заман уҡытыусыһы юғары белемле, компьютерҙы яҡшы белгән, заманса уҡытыу технологияларын үҙләштергән, киң эрудициялы булырға тейеш, тигән талап бар. Был хаҡта нисек уйлай­һығыҙ?
– Компьютерҙы, яңы технологияларҙы һәйбәт белеү бик шәп, әлбиттә. Әммә быларҙың барыһы ла уҡытыусыны ниндәйҙер кимәлдә ялҡаулыҡҡа этәрмәйме икән? Сөнки әлеге лә баяғы интернетта әҙер дәрес пландары, төрлө сараның сценарийҙары туп-тулы. Әйҙә, үҙеңә күсереп ал да, рәхәтләнеп дәрес үткәр! Анһат та инде! Ә һин компьютер­һыҙ, юғары технологияларһыҙ ғына үҙеңдең артыңдан әйҙәй алырлыҡ, шул балаларҙың күҙҙәрендә осҡон уйнатырлыҡ остаз булып ҡара!
Л. ХӘЛИТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!

Пар алмалай алһыу бите...

19.02.2019 - Мәғариф Пар алмалай алһыу бите...