RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

06.02.2018 Оҫтахана

ОҫтаханаЙомшаҡ китап – сабый өсөн бына тигән бүләк. Ул ваҡ моториканы, уйлау һәләтен, иғтибарлылыҡты үҫтерә, төҫтәр һәм формаларҙы айырырға өйрәтә.
Йомшаҡ китап өсөн фетрҙы, флис туҡыманы, ептәрҙе, төймәләрҙе, муйын­саҡтар­ҙы, синтепонды, яһалма күнде, «молния» һәм йәбешкәк ҡаптырмаларҙы, әҙер аппликацияларҙы файҙаланырға була.
Биттәр төрлө төҫтән торһон. Ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн сабыйға мәсьәлә уйлап сығарығыҙ. Мәҫәлән, түтәлгә емеш-еләкте, терпегә алманы, бәшмәкте йәбешкәк ҡаптырма йәки төймә ярҙамында «ултыртып» булһын. Һәр бит ниндәйҙер темаға арналһын – транспорт, йәнлектәр, кейемдәр һәм башҡа. «Кеҫә»гә «асҡыс» һалырға, «кроссовкалар» тегеп, уның бауын бәйләргә мөмкин булһын. Бер нисә таҫма текһәгеҙ, уны үрергә өйрәнеү бала өсөн файҙаға ғына. Һәр битте һанлау цифрҙарҙы өйрәнергә ярҙам итәсәк. Ҡул эшенә айырым оҫталыҡ талап итмәгән ижади эш буйынса интернеттан бик күп идея алырға була.
Ҙурыраҡ балалар өсөн ҡағыҙ ярҙамында китап яһарға тәҡдим итегеҙ. Ул төрлө формала һәм темала булыуы мөмкин, бының өсөн А4 форматындағы ҡағыҙ һәм степлер кәрәк буласаҡ. Йөкмәтке өсөн әҙер наклейкалар, гәзит-журналдан ҡырҡып алынған һүрәттәр, төҫлө ҡәләм-фломастерҙар һ.б. ярап ҡаласаҡ. Шиғырҙар, үҙегеҙ уйлап сығарған әкиәт, йомаҡтар – баланың фантазияһы нимә уйлап сығара, шундай итеп яһағыҙ. «Китап»ты «баҫҡан»да янында кәңәш биреп, ярҙамлашып тороуығыҙ артыҡ булмаҫ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек

Иғтибарлы булайыҡ!

24.02.2019 - Мәғариф Иғтибарлы булайыҡ!


Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

22.02.2019 - Мәғариф Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр


Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 - Мәғариф Баланы ирененән үпмә!


“Бәрәмәс”тән  бәлә күрмә!

Пар алмалай алһыу бите...

19.02.2019 - Мәғариф Пар алмалай алһыу бите...