RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны

24.08.2010 Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны

Баймаҡ районының урман төпкөлөндә урынлашҡан Бөрйәнйылға ауылында донъяға килгән Зөлфирә, ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый.
Аң-белем багажы һәлмәгәйгән, ҡәләме үткерләнә төшкән ҡыҙ, мәктәп менән хушлашмайынса, икенсе ҡиәфәттә уға яңынан әйләнеп ҡайтыу өсөн тура БДУ-ға юллана. Филология факультетында уҡығанда күп әҙипте оло юлға сығарған «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, шиғыр, хикәйәләре республика матбуғатында баҫыла.
ҡулына диплом алған йәш белгес 1989 йылда Шишмә районының Горный ҡасабаһында рус һәм башҡорт телдәренән уҡыта башлай. Бер йылдан, йәйге ялға ҡайтҡанда, яҙмыш уны әрменән ҡайтҡан Яманһаҙ егете Рәсүл менән осраштыра, һәм улар, шаулатып туй үткәреп, гөрләтеп донъя көтөргә тотона.
Зөлфирәнең Яманһаҙға килен булып төшөүенә теүәл 20 йыл үтеп тә киткән. Нәҡ ошо дәүерҙә ил тарҡалды, йәмғиәт ҡоролошо үҙгәр­ҙе, идеология ла, рухи ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыҡты, ҡырағай баҙар иҡтисады урынлашты. Был үҙгәрештәр, әлбиттә, мәғарифты ла урап үтмәне: уҡыу программаһы селпәрәмә килде, дәреслектәр буталды, эш хаҡы тотҡарланды, мәктәпкә иғтибар юғалды. Һөҙөмтәлә күптәр юғалып ҡалды, әммә былар Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙына ҡағылманы тиерлек. Ул дәртләнеп һәм ихлас эшләүен дауам итте, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Киреһенсә, тәжрибәле уҡытыусы, өлгөлө әсә һәм өмөтлө әҙибәгә әүерелде.
– Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, – ти Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы.
Эйе, был һүҙҙәрҙә этәргес көстөң һәм алға ынтылыштың ярылып ятыуы ҡоҙашевтарҙа иһә бар яҡтан да күренеп тора: иркен, ҙур йорт, ишле мал, ихата тулы ҡош-ҡорт – үҙҙәре үк бында эшһөйәр һәм уңған кешеләр йәшәүенә ишара. Ғаилә башлығы Рәсүл Әмир улы ике йыл Балтик буйында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан бирле шофер булып эшләй, алдынғылар рәтендә. Биш бала үҫтерәләр: Илнара менән Илзирә – Өфөлә, Светлана менән Айтуған ауылда уҡый, кинйәләре Иштуған балалар баҡсаһына йөрөй. Уларҙы уҡырға әҙерләп ебәреү, ҡаршы алыу, дәрес әҙерләшеү, хис-тойғоларын, эске кисерештәрен тойомлап, ваҡытында һүҙ ярҙамы күрһәтеү – ишле ғаиләнең мәшәҡәттәрен һанап сығырлыҡ түгел.
Был өлгөлө ғаилә тураһында Башҡортостан телевидениеһы «Автограф» тапшырыуы ойошторҙо, ә Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы тәүге Президентыбыҙ М. Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алды.
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы – бик әүҙем һәм күп нәмәгә һәләтле кеше. Яуаплы эштә булыуына һәм күп бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, ауылдың һәм райондың үҙешмәкәр сәнғәт тормошонда, ҡатын-ҡыҙҙар советында, мәктәптең барлыҡ сараларының уртаһында ҡайнап йәшәй, сценарийҙар, мәҡәләләр яҙа, шиғыр­ҙар, хикәйә, повестар ижад итә. Уның ике тиҫтәнән ашыу хикәйәһе «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдарында баҫылды, «Китап» нәшриәтендә «Сиселмәгән сер» исемле тәүге китабы донъя күрҙе. БДУ доценты З. Әлибаев «Йыйынтыҡта, ысынлап та, ниндәйҙер серлелек бар. Кеше­нең Ерҙә йәшәүе – үҙе үк сер. Ә серҙе белергә ынтылыу мәслихәт», – тип яҙып сыҡҡайны. Авторҙа иһә үҙ ижадында тормоштоң мәңгелек серен сисергә ынтылыу күҙәтелә. Әле уның «Хыялға илтер һуҡмаҡ» исемле повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы нәшриәттә сират көтөп ята.
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙына балаларҙың күңелен яулау өсөн артист та, йырсы ла, бейеүсе лә, сәсән дә һәм башҡа күп сифатҡа эйә булыр­ға тура килә. Киң күңеллелек, балалар менән уртаҡ тел таба белеү, эҙләнеүҙәр уны башта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010» район конкурсында еңеүгә, артабан республика конкурсы финалына күтәр­ҙе.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылында Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙының «Башҡортостан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә һәм төбәк-ара конкурста Президент премияһына лайыҡ булыуы «Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте» тигән халыҡ мәҡәленең ҡыуаныслы дәлиле булды. Ябай ауыл ҡатынының һәм маҡтаулы һөнәр эйәһенең алда әле яңы үрҙәр яулауына өмөт тә, Яҙыусылар союзы сафын тулыландырасағына ышаныс та бар. Быға уның ҡаҡшамаҫ өс тағаны дәлил.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!