RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!

27.11.2015 Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!

Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Баланы мәктәпкә оҙатыу, дәрестәрен әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе мәшәҡәт тип ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки был – һәр ата-әсәнең изге бурысы. Икенсе яғы ла бар: төрлө сәбәп менән аҡса йыйыу башлана. Был күренеш, әлбиттә, күп ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!“Рособрнадзор”, “Мәғариф тура­һында”ғы Федераль законға таянып, ата-әсәләрҙе мәктәптә аҡса талап иткән осраҡтар буйынса ҡурҡмайынса рәсми ялыу яҙырға саҡыра. “Мәғариф учреждениеһын тотоу һәм һаҡлауҙы, матди-техник яҡтан һәм белем биреү процесын йыһазландырыуҙы тәьмин итеү, китап һәм әсбап алыуға бәйле ата-әсәләрҙән (законлы вәкилдәренән) аҡса йыйыу өлкәһендә ғәмәлдәге “Мәғариф тураһында”ғы законды боҙоуға юл ҡуймау өсөн мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса урындағы органдарға, шулай уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тип белдерә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре.

Ил Президенты Владимир Путин да халыҡ менән “тура бәйләнеш” үткәргән саҡта “Рәсәйҙә белем биреү бушлай тормошҡа ашырыла” тип белдерҙе. Әммә беҙҙең ҡайһы бер мәғариф учреждениелары элеккесә аҡса йыйыуҙы дауам итә.
Беребеҙгә лә сер түгел, мәктәптә үткән беренсе класс сәғәтендә үк мәктәп фонды, класс фонды һәм башҡа сәбәп менән аҡса йыйыу башлана. Был хәл балалар баҡсаһында бигерәк тә көслө. Мәҫәлән, ай һайын 150 йәки 250 һум һәм башҡа күләмдә төркөм фонды тип аҡса йыялар. Бынан тыш, ҡағыҙ-ҡәләм, буяу, теш щеткаһы, һабын, бәҙрәф ҡағыҙына тиклем үҙебеҙ алып барабыҙ. Балалар баҡсаһында төркөм бүлмәһен төҙөкләндереү, ремонтлау, мебель, уйынсыҡтар алыу – бөтәһе лә ата-әсә кеҫәһенән сығып башҡарыла. Түләргә теләйһеңме-юҡмы, был хаҡта һинең фекереңде әллә ни һорамайҙар. Тейешһең! Ә закон буйынса, һәр кем үҙ теләге буйынса бағыусы ярҙамы күрһәтеү хоҡуғына эйә. Мөмкинлеге булғандар, әйҙә, рәхим итһен! Мәрхәмәтлек ярҙамы ысын күңелдән күрһәтелергә тейеш. Риза булмағандарҙан ниңә көсләп, мәжбүри рәүештә аҡса талап итергә?

Ә бит кемдер 50 – 100 мең һум күләмендә эш хаҡы ала, кемдер минималь эш хаҡына йөрөй йә бөтөнләй эшләмәй, үҙе ярҙамға мохтаж. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһен дә ҡыҙыҡһындырмай.

Уҡыу йылының тәүге көндәренән үк “Рособрнадзор”ға ата-әсәләр­ҙән ремонт өсөн, хәүефһеҙлек хеҙмәтен тотоуға, китаптарға һәм башҡа бихисап ошондай законһыҙ йыйым буйынса ялыуҙар килә башлай. Әммә был сығымдар ата-әсәләр кеҫәһенән түгел, ә башҡа бюджет сығанаҡтарынан ҡапланырға тейеш.

Мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу бик сетерекле мәсьәлә, тип иҫәпләйем. Ҡайһы бер белем усаҡтарында аҡса йыйыу әле лә дауам итә. Ата-әсәләр: “Балама насар була, уҡыуына ла зыян итәсәк”, – тип шым ғына тейешле сумманы түләй. Әммә был системаға ҡаршы көрәшкән кешеләр ҙә күп. Мәҫәлән, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан депутат Сергей Шудегов белдереүенсә, унда ата-әсәләрҙән мәктәп мохтажлығы өсөн аҡса йыйыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдереп яҙған хаттар күп йыйылған, улар Рәсәйҙең һәр төбәгенән тигәндәй ебәрелгән. Был мөрәжәғәттәр Рәсәй Эске эштәр министрлығына сара күреү өсөн ебәрелгән.

Беребеҙгә лә сер түгел, ата-әсәләрҙән аҡса йыйҙылар һәм әле лә был хәл дауам итә. Беҙ ҙә бирәбеҙ. Балаһының башҡалар араһында ала ҡарға булыуын кем теләһен?!

Ҡала мәктәптәрендә был хәлдең нисек тороуы менән яҡындан танышыу маҡсатында бер нисә ата-әсәгә мөрәжәғәт иттек.

Сафия:
– Балалар баҡсаһында йөрөгән саҡта төркөм фонды, ремонт өсөн һәм башҡа маҡсатта аҡса йыйыу­ҙары ныҡ йонсотто. Мәҫәлән, минең бер балаға, балалар баҡсаһы өсөн (туҡланыу өсөн) түләүҙе иҫәпкә алмағанда, яҡынса 800 һум аҡса китә ине: 200 һум фонд иғәнәһе, ике ай һайын уйынсыҡтар өсөн, түңәрәктәргә (бала йөрөргә теләйме-теләмәйме – һорамай­ҙар), көнкүреш кәрәк-ярағы өсөн, йәнһүрәт ҡарауға, хатта бер йылы түшәк-ҡаралды өсөн дә йыйҙылар. Ул иҫ китмәле, һанап бөткөһөҙ. Балабыҙ мәктәпкә барыу менән ай һайын аҡса һығыу, түләү проблемалары артта ҡалды. Ҡыҙым 21-се ҡала мәктәбендә уҡый, айына бер тапҡыр туҡланыу өсөн түләйбеҙ, башҡаса бөтөнләй аҡса йыйыу юҡ.

Ләйсән:
– Мәктәп, балалар баҡсаһында аҡса йыйып, хәлде бөтөрәләр. Балалар баҡсаһында ай һайын төркөм фонды өсөн аҡса йыялар. Бәләкәстәр төркөмөнән урта төркөмгә күскәндә сығарылыш кисәһе ойошторалар, уның өсөн һәр ата-әсәнән 1500 һум аҡса йыйҙылар, ул төркөмдән китһәк тә, ремонт өсөн 1500 һум алдылар. Икенсе балалар баҡсаһына күстек, унда ла шул уҡ хәл, тағы ла ремонт өсөн 2000 һум аҡса йыйҙылар.

Мәктәптә уҡыған бала менән иҫ китә. Йәрминкәлә ҡатнашмаған балаларға 150 һум аҡса алып килергә ҡушҡандар. Бындай саралар балаларҙы дәртләндереү, аҡса эшләү теләген тыуҙырыу, матди ярҙам булһын өсөн үткәрелергә тейеш түгелме? Мәктәптә башлан­ғыс класты тамамлағас, сығарылыш кисәһе үткәреү модаға инде. Бының өсөн 2000 һум тирәһе аҡса йыялар. Былтыр ремонт өсөн 1500 һум бирҙек, быйыл ремонт булмаһа ла, балаларҙы үҫтереүгә төрлө әйбер алыу өсөн ошо сумманы йыйыуҙары ихтималлығын белдерҙеләр. Ошо иҫәптән балаларға стипендия түләйбеҙ, тип аңлаталар. Мин ниңә һуңғы аҡсамды башҡа балаларға стипендия түләү өсөн бирергә тейешмен?! Аңламайым...

Мәктәптәрҙә аҡса йыйыу мәсьәләһенең нисек тороуы менән танышыу маҡсатында директорҙарына мөрәжәғәт иттек.

Владимир Иванович САТАРОВ, ҡаланың 20-се мәктәбе директоры:


– Беҙ мәктәпкә ремонтты бюджет аҡсаһына эшләйбеҙ. “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, үҙебеҙҙә түләүле өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәткән аҡсаны ла белем усағының матди-техник торошон яҡшыртыуға йүнәлтәбеҙ. Косметик ремонтты мәктәптең техник персоналы атҡарып сыға. Уҡыусылар ҙа, персонал да мәктәп милкенә һаҡсыл ҡарай. Мәктәп сығымдарын кәметеү өҫтөндә, йәғни һыу, электр утын һаҡсыл тотоноуҙы тәьмин итеү буйынса эш алып барабыҙ. Һыу бушҡа аҡмаһын өсөн былтыр үҙебеҙҙең көс менән һыу менән тәьмин итеү системаһын алмаштырҙыҡ. Электр утын экономиялау маҡсатында спорт залының һәм ашхананың яҡтыртыу ҡорамалдарын яңырттыҡ, мәктәптә утты күп сарыф итмәгән махсус лампочкалар ҡуйып сыҡтыҡ, шулай уҡ көндөҙ ут янып тормаһын өсөн ҡарап торабыҙ.

Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә 876 бала уҡый. Майҙан буйынса ҡарағанда, файҙалы хеҙмәт коэффициенты ла юғары, финанслау ҙа күберәк килә. Быларҙың барыһы ла мәктәптә санитар һәм янғын хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә булышлыҡ итә.

Беҙҙең мәктәп берҙәм дәүләт имтиханы биреү пункты булып торғас, 26 июнгә тиклем ремонт эштәрен башлай алмайбыҙ. Учреждениены яңы уҡыу йылына әҙерләүгә бик әҙ ваҡыт ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең техник персонал мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләп өлгөрҙө.

Аҡса йыйыуға килгәндә, шуны әйтер инем: төрлө осраҡ була, әгәр ҙә мәктәп администрацияһы яғынан бындай тәҡдим тыуа ҡалһа, быларҙың бөтәһе лә закон сиктәрендә һәм документтарға таянып ҡына башҡарылырға тейеш, отчет булыуы ла мотлаҡ.
Беҙ үҙебеҙ бындай аҡса йыйыу эшенән алыҫ торорға тырышабыҙ. Мәктәптең төп маҡсаты – балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ныҡлы белем биреү.

Владимир Лукич КРИВОУС, ҡаланың 21-се мәктәбе директоры:

– Беҙ үҙ ваҡытында ата-әсәләр ярҙамында күп эш атҡарып сығыуға ирештек. Бөгөн иһә, тотона белгәндә, ремонтҡа бюджет аҡсаһы ла етә. Беҙ, ҡайһы берәүҙәр кеүек, кәрәгенән артыҡты булдырырға ынтылмайбыҙ. Булғанын һаҡсыл файҙаланырға тырышабыҙ. Әле республика бюджетынан тәҙрә алмаштырыу өсөн аҡса юлланыҡ. Был маҡсатта мәктәпкә 8 млн һумға яҡын аҡса бүленде.

Ата-әсәләрҙең ҡарашын, хәлен аңлайбыҙ. Бөгөн ауыр заманда йәшәйбеҙ, аҡса еткереүе еңелдән түгел. Балалар ҙа мәктәп милкенә һаҡсыл ҡарай башланы. Үҙебеҙ ҙә был йүнәлештә эшләйбеҙ, уҡыусылар менән әңгәмәләр алып барабыҙ. Энергияны һаҡсыл ҡулланыу маҡсатында электр утын әҙ алған лампочкалар ҡуйҙыҡ.

21-се мәктәп район-ҡалала иң ҙур мәктәп: һандар теле менән әйткәндә, район-ҡала уҡыусыларының 12 проценты – 1301, уҡытыусылар­ҙың 12 проценты – йөҙгә яҡыны беҙгә тура килә. Йән башына финанслауҙы беҙҙең мәктәп ыңғай яҡтан тойҙо.
Йыл да көҙгө йәрминкә ойошторабыҙ. Балалар үҙҙәре килтергән әйберҙе һатып, аҡсаһын алып ҡыуана. Бындай ҡараш уҡыусылар­ҙа аҡса эшләү теләге тыуҙыра, дәртләндерә.

Күп эште үҙебеҙ атҡарабыҙ. Мәктәп биләмәһе һәм уның алдын да үҙ иҫәбебеҙгә тәрбиәләп, сәскәләргә күмеп тотабыҙ. Был бит беҙҙең ҡала һәм уны матурларға, яратырға тейешбеҙ.

Ата-әсәләрҙән ремонт һәм башҡа сәбәптәр буйынса аҡса йыйыу менән шөғөлләнмәйбеҙ. Улар үҙ-ара нимәлер эшләргә хәл итә икән, беҙ ҡыҫылмайбыҙ.

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында аҡса йыйыу мәсьәләһе буйынса муниципаль район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Марина Владимировна САРАНЦЕВАҒА ла мөрәжәғәт иттек:

– Ирекле ярҙам тик ата-әсәләр­ҙең теләге буйынса ғына атҡарылырға тейеш. Әгәр ҙә нимәлер етмәһә, бының өсөн өҫтәмә сығым талап ителһә, уҡытыусы ошо хаҡта ата-әсәләргә аңлата, еткерә белергә тейеш. Аҡса йыйырғамы-юҡмы – уныһын иһә ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Бюджет резина түгел, шуға ла бөтә кәрәк-яраҡҡа аҡса еткереп булмай. Мәҫәлән, әле башланғыс кластарҙы китап менән тулыһынса тәьмин итеү мөмкинлеге юҡ. Ата-әсәләргә үҙҙәренә китап алырға тура килә. Эш дәфтәрҙәре лә бер тапҡыр ҡулланыуға тәғәйенләнгән, уларҙы йыл һайын алмаштырырға кәрәк – был да атай-әсәй кеҫәһенә һуға.

Район-ҡала мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында аҡса йыйыу буйынса тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү осраҡтары булғанмы? Ошоно асыҡлау маҡсатында Белорет район-ара прокуратураһына мөрәжәғәт иттек.
– Былтыр Белорет ҡалаһында балалар баҡсаһында ремонт өсөн аҡса йыйыуҙары тураһында мөрәжәғәт булды. Был етешһеҙлекте бөтөрөүҙәрен, ғәйепле кешеләргә ҡарата сара күреүҙәрен талап итеп, мәғариф идаралығы начальнигы исеменә күрһәтмә яҙҙыҡ. Йыйған аҡсаны ата-әсәләргә кире ҡайтар­ҙылар. Эйе, әле лә мәғариф учреждениеларында аҡса йыйыу осраҡтары бар, тик ата-әсәләр, балаларыбыҙға насар булыр тип, прокуратураға мөрәжәғәт итергә ҡурҡа. Ошондай осраҡтар булһа, урындағы прокуратураға мөрәжәғәт итһендәр. Шулай уҡ ялыуҙарҙы интернет селтәре аша прокуратураның электрон почтаһына ебәрергә мөмкин, – тине прокурор ярҙамсыһы Денис Исламов.

Аҡса йыйған осраҡ булһа, был аҡсаның тик маҡсатҡа ярашлы ғына ҡулланылыуын күрһәтергә кәрәк. Уны мәжбүри йыйыу тыйыла, ололар үҙ теләге менән ярҙам итергә хоҡуҡлы.

Ысынлап та, кәрәк осраҡта ата-әсәнең балаһы өсөн бер аҙ аҡсалата ярҙам итеп ебәреүе лә ихтимал. Тик ҡайһы бер мәктәптәрҙә бындай “ирекле ярҙам” мәжбүри төҫ ала һәм был ата-әсәләрҙә, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Уларға бигерәк тә ауырға тура килә. Барлы-юҡлы эш хаҡы мәктәптән үтмәй. Бынан тыш, баланы кейендерергә, башҡа ваҡ-төйәк әйбер­ҙәр ҙә алырға тура килә. Беҙҙең арабыҙҙа түбән килем алған халыҡ ҡатламы күпселекте тәшкил итә. Шуға ла мәғариф учреждениелары артыҡ ялтырауыҡ артынан ҡыумаһын, ә балаларға ныҡлы белем биреүгә ентекләп иғтибар бирһен ине.

Яңыраҡ бер танышым балалар баҡсаһында ата-әсәләрҙең сығарылыш кисәһе өсөн 3 500 һум аҡса йыйырға килешеүҙәре хаҡында белдерҙе. Ошо сумманан балалар баҡсаһы мөдиренә, тәрбиәсегә, методисҡа, башҡа хеҙмәткәрҙәргә, хатта ашхана хеҙмәткәрҙәре, кер йыуыусыларға ла бүләк алырға кәрәк! Төркөмдәрендә 25 бала йөрөүен иҫәпкә алһаҡ, улар бер сығарылыш кисәһе өсөн генә бөтәһе 87500 һум аҡса йыясаҡ. “Был үтә йомартлыҡмы әллә үтә мәғәнәһеҙлекме?” тигән һорау тыуа. Сөнки уның көнөн-төнгә ял­ғап, саҡ етешеп йәшәгәнен беләм. Балалар баҡсаһына йыл аҙағында ике ай туҡланыу өсөн бер юлы аҡса тапшырырға кәрәк, уның өсөн 4 мең һумды еткерә алмағанын да беләм. Мәктәптәрҙә лә уҡытыусыға сәскә генә бүләк итмәйҙәр, хәҙер затлы бүләктәр алыу модаға инде, ул бүләк өсөн дә аҡса беҙҙең кеҫәнән сыға. Ҡайһы берәүҙәр хатта ниндәй бүләк кәрәклеген алдан уҡ әйтеп ҡуя.

Бөтә уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе ғәйепләргә йыйынмайым, намыҫлы, үҙ эше өсөн янып йөрөгән педагогтар алдында баш эйәм. Әммә үтә шашып киткәндәр күктән ергә төшһөн, ата-әсәләрҙең кеҫәһе резина булмауын иҫәпкә алһын ине. Ҡайһы бер ата-әсәләр һуңғы тиндәрен бала хаҡына мәктәпкә алып барып тапшыра. Бик теләгәндән түгел, ә балаһы башҡалар араһында кәм-хур булмаһын өсөн. Бигерәк тә бөгөнгө эшһеҙлек ваҡытында бала уҡытыу ауырға төшә.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: бала тәрбиәләүҙә иң тәү сиратта педагогтың һөҙөмтәле эше мөһим фактор булып ҡала. Ҡиммәтле биналарҙа уҡып ҡына “алтын белем” алыу мөмкин түгел. Иң тәүҙә балаға иғтибар, күңел йылыһы кәрәк.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!