НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-08-2011, 13:23


Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар
Олатайым тураһында уйлана торғас, уның үткәндәренә төшөп киттем. Уй-фекерҙәремде бер төйөнгә төйнәп, осон табырға тырышам. Еңел түгел икән шул һуғыш тураһында яҙыуы. Сөнки уның тураһында нимә беләм инде? Кинофильмдарҙа күрһәтелгән ҡурҡыныс кадрҙарҙы күҙ алдына килтерә алам, уҡыған китаптарым был мәхшәр тураһында бер аҙ күҙаллау бирә. Ә бына һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәреп, уларҙы йырып сыҡҡан олатайымдың үҙ ауыҙынан ишеткәндәрем күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Юҡ, ул фронтта, ут эсендә, булмаған, әммә шул мәлдә быуыны ла нығынып өлгөрмәгән үҫмер тыл михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән. Шуның өсөн дә, моғайын, «һуғыш» һүҙе ҡолағыма салын­һа, кесерткән менән балтыр­ғандан аш бешереп ашаусылар ҡылт итеп иҫкә төшә....

Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Тормош юлдары ҡатмарлы // 28-06-2011, 20:25


Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһынУҡытыусы ағай бер ваҡыт мине Райхана менән Зифаның уртаһына ултыртты. Уларҙың атайҙары булғас, тамаҡтары туғыраҡ булғандыр, шаяралар, мине ултырмаһын тип ике яҡлап семетәләр, сәсте тарталар, ә уларға ҡаршы һуға алмайым. Сөнки Зифаның атаһы ҡаршыла ғына, беҙҙе уҡыта (беренсе партала ултыра инек), Зифаға һуҡһаң Мостафа ағай хәҙер башыңа таяғы менән килтереп һуға (уң аяғы зәғиф, таяҡҡа таянып йөрөй ине). Класташым Мостафа менән бер урамда йәшәгәс, бергә ҡайта инек. Ул да мине ҡыйырһытты. Ул минән бер йәшкә оло һәм атаһы ла бар. Шулай ҡыйырһытылып булһа ла 1948 йылды дүрт класты яҡшы ғына уҡып бөттөм. Шул аслыҡ, яланғаслыҡ менән йәй ҙә үтеп китте, Сәйетбабаға бишенсегә барырға ни кейем юҡ, ни йөрөрлөк хәл юҡ. һигеҙ саҡрым араны көн дә үтергә кәрәк, хәҙерге кеүек интернат йәки мәктәп автобусы юҡ. Был ҡышты ағайҙар менән сабата яһарға тотондом, уҡымағас эшләргә кәрәк бит....

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ...
Башҡортостан / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-06-2011, 13:56


Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,  Алдан сыҡты даныбыҙ...1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Төхвәтулла Ҡорманаевтың яҡты рухына бағышлап, Учалы районының Рәсүл ауылында обелиск астылар
14-се башҡорт полкы составында хеҙмәт иткән батыр яугир, һәләтле ҡурайсы, полк муллаһы Төхвәтулла Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ике көмөш миҙал менән наградлана («Парижды алған өсөн» һәм «1812 – 1814 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә»). Ул башҡорт атлыларының үҙенсәлекле маршына әйләнгән «Любезники-любизар» йыры авторҙарының береһе тип иҫәпләнә. Үкенескә күрә, ҡыйыу яҡташыбыҙ хаҡында бар мәғлүмәт шунан ғибәрәт.
– Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым атайымдан килә, – ти батырҙың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған ветеран уҡытыусы Талип Ғәйнуллин. – Ул өс һуғышта ҡат­наш­ҡан. Биш йыл батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыуы булған, уны рус-япон һуғышына саҡырғандар. Ике йыл япондарға ҡаршы һуғыш­ҡан....

Дан һеҙгә, ил ҡаһармандары!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 25-06-2011, 16:21


Дан һеҙгә,  ил ҡаһармандары!Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 мең кеше ҡатнаша, шуларҙың 300 меңе тыуған иленә әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында ятып ҡала. Төп тыл төбәгенә әйләнгән республикабыҙ эвакуацияланған сәнәғәт предприятиелары, госпиталдәр, ойошмалар, уҡыу йорттарының да үҙәге була.
Өфөнөң тимер юл вокзалы – һалдаттарҙы яуға, тылдан фронтҡа ярҙам оҙатҡан, һуғыш барған урындарҙан эвакуацияланған халыҡты ҡаршылаған берҙән-бер урын. Шанлы ла, данлы ла йылдарҙың шаһиты булған «Өфө» станцияһы үҙендә оло хәтер һаҡлай....

Һуғыш балалары онотолмаһын!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 25-06-2011, 09:56


Зыя Юлмөхәмәтовтың «Йәшлек»тә баҫылған хатын тетрәнеп уҡыным. Әсендем, әрненем, сөнки мине лә был проблема күптән борсой ине. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан һалдаттар, уларҙың ғаиләләре хөкүмәттән ниндәйҙер ярҙам, льготалар, юғары пенсиялар менән фай­ҙалана.
Ә беҙ, яҡындарыбыҙҙы һуғышта юғалт­ҡан ғаиләләр, балалар, бала сағыбыҙ урланған быуын, бер ниндәй ҙә ярҙам алғаныбыҙ юҡ. Һаман бер үк ветерандар, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрә хөкүмәт. Был беҙҙе атайһыҙ, етемлектә, аслыҡ-ялағаслыҡта, хәйерселектә үҫкән быуынды, кәмһетә, ғәҙелһеҙлекте әсе кисерергә дусар итә. Минең ғаиләмдән генә атайым Мостафин Сол­танмәхмүт Хибатулла улы, өлкән ағайым Әбүзәкир Ибраһим улы Мәмбәтҡолов (әсәйемдең баш балаһы), Мирза Солтанмәхмүт улы Мостафин үҙ теләктәре менән һуғышҡа китеп, Мирҙа ағайым ғына 20 йәштә һыңар аяҡ, ярты үпкә менән II төркөм инвалиды булып ҡайтты. Ә атайым менән Әбүзәкир ағайым – һуғыш ҡорбандары. Иптәшем мәрхүмдең дә атаһы Әхмәр Хәсәнов, уның бер туған ҡустыһы Ҡәйүм һуғышта һәләк булған....

ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 14-05-2011, 12:53


ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ9 майҙа баш ҡаланың Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин һәм Совет урамдары дөйөм бер спорт майҙансығын хәтерләтте. Сөнки был урамдарҙа «старт»ы һәм «финиш»ы «Динамо» стадионына тура килгән еңел атлетика эстафетаһының маршруты үтте. Ҡыҙҙырып торған ҡояш аҫтында спорт костюмдарындағы ҡыҙҙар һәм егеттәр мәж килгән спорт сараһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 66 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Эстафета Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Молодежная газета» редакцияһының призына үткәрелә. Ул быйыл 63-сө тапҡыр уҙҙы....

«Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам...»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-05-2011, 13:40


«Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам...»Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам,
Бик күп итеп китап яҙырмын.
Халыҡ араһында онотолмаҫлыҡ
Бөйөк итеп маяҡ ҡаҙармын!...

Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 11:09


Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы баш ҡалабыҙҙа киң билдәләнде
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды9 майҙа Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы, ауыл-ҡасабаһы Еңеү көнөн байрам итте. Тантаналар республиканың баш ҡалаһы урамдарында, парктарында ла барҙы. Өфөнөң Еңеү паркында был көндө айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө. Байрам иртәһенең салт аяҙ тороуы май ҡояшының, гүйә, Еңеү һалдаттарын тәбрикләүе ине. Һәр ерҙә дәртле көйҙәр яңғырай, оркестр һуғыш йылдары көйҙәрен уйнай. Ваҡыт аяуһыҙ – халыҡ ағымы араһында түштәрен тултырып орден-миҙалдар тағып атлаған ветерандар сафы һирәгәйә төшкән инде. Улар был көндө ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылаған ветерандарҙы иң бәхетлеләр рәтенә индерергә булалыр....

«Картуф сәсер мәл етә...»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 11:06


йәки 96 йәшлек һуғыш ветераны Мөждәбә Ғәҙелшин ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай
«Картуф сәсер мәл етә...»− Бәрәңге сәсер ваҡыт етә, онотоп ҡуймағыҙ, килегеҙ, бергәләп сәсербеҙ, − тип оҙатты балаларын 96 йәшлек Мөждәбә Ноғоман улы. Үҙенең саҡ тын алып, хәлһеҙ ятыуында эше юҡ, һаман донъя ҡайғыртты. Ул электән шулай эшкә талымһыҙ, бер минут тик ултырыр­ға яратмай. Әле ун йыл элек һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының яйлап баҫып, мал тәрбиәләп йөрөгәненә һоҡланһам, быйыл ҡыш инде йөҙ йәште баҫтырған олатай ҡар көрәп аптыратты. Тыуған көнөмә балалар йыйылһа, көрткә сумып йөрөмәһендәр, тип, йылы өйҙә ятып түҙмәй, ҡулына көрәк алған. Көрәктең дә иң еллеһен, ауырын тотҡан, йәнәһе лә, эш ырамлыраҡ барһын. Бар нәмәне еренә еткереп эшләп өйрәнгән Мөждәбә бабай ҡапҡа алдын һепереп үк ҡуйған. Әле уның, ауырһынып, урынынан тора алмай ятыуына ышан­ғы ла килмәй......

Олатайым – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2011, 11:04


Олатайым – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙОлатайым Мәлик Ғәзиз улы Хәкимов 1929 йылдың 13 июлен­дә Әлшәй ра­йо­нының Иҙрис ауы­лында крәҫтиән ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1941 йылда ун бала атаһы – Ғәзиз Хә­ким улы фронт­ҡа китә. Бөтә донъя мәшәҡәттәре Мәликкә йөкмәтелә, үҫмер әсә­һенең уң ҡулы була. Бәләкәйҙән колхозда эшләй башлай, сана һөйрәп, әсәһе менән Бәләбәй районының Знаменка ауылына картуфты игенгә ал­маштырып ҡайталар. Ун ике йәшенән тылда хеҙмәт итә: ат егеп, трак­тор­ға яғыулыҡ ташый. Ниндәй эш тура килһә лә, тырышып эшкә то­тон­ған. Атаһы ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM