НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яҙмышында – ил яҙмышы
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-12-2014, 15:15


Яҙмышында – ил яҙмышыЯҙмышында – ил яҙмышыБеҙ, Сибай институты студенттары, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Дәрестәрҙең береһендә үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙҙе, нәҫелебеҙҙән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе барланыҡ. Ил яҙмышының ата-бабалар яҙмышында нисек сағылыш табыуын күҙәттек. Уҡытыусыбыҙ Г. Сәмер­ханова тәҡдиме буйынса ҡарт­әсәйем тураһындағы материалды һеҙҙең редакцияға ебәрәм.
Минең ҡартәсәйем Гөлйөҙөм Яңыбай ҡыҙы Билалова 1928 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуған. Әсәһе балаҫ һуғыу оҫтаһы булған, беҙ уның матур балаҫтарын әле лә һаҡлап тотонабыҙ. Атаһы Яңыбай оҙон көйҙәр башҡарған, оҫта йырсы булараҡ танылған. Ҡартәсәйем атаһына оҡшап моңло тауышлы булһа, ә ҡул оҫталығына әсәһенән һәм ҡәйнәһенән өйрәнгән....

ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ, ЕҢЕҮ МЕНӘН!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-12-2014, 14:47


ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!Халҡыбыҙҙың данлы улы генерал Миңлеғәле Шаймора­тов­тың һыбайлылары Ҡырмыҫҡалы ауылына көн үҙәгендә килеп инде. Ай, анау ғәскәр алдынан килгән мөһабәт кәүҙәле ир арыҫланы Миңлеғәле үҙе түгелме ни? Шул бит, шул! Башҡорт кавалерияһы дивизияһы һу­ғыш­ҡа китер алдынан да Шайморатов туғандары, яҡын кешеләре менән хушлашырға, уларҙың фатихаһын алырға бер генә төнгә үҙенең тыуған ауылы Биштәкәгә ҡайтып киткәйне, ә бөгөн, ана, ҡайһылай ғорур ултырып килә ул арғымағының эйәрендә.
Ауыл осондағы быуа буйына йыйылған халыҡ, атлы ғәскәрҙе күреү менән, шулай уйланы.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт атлыларының немец фашистары менән бәрелешен сағылдырыусы тамашаға халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Хәйер, ошондай ваҡиғанан нисек ситтә ҡалмаҡ кәрәк? Бындай сара йыл да булып тормай бит....

Олатайымды тыуған тупрағының тартҡаны
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 21-11-2014, 11:49


Олатайымды  тыуған тупрағының тартҡаны85 йәшенә етеп барған олатайымдың бала сағы ауыр йылдар­ға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул 11 йәшлек бала ғына була. Бөтә ерҙә ҡыйралыш барғанда, ғүмерҙәр саҡ һаҡланып ҡалған саҡта уҡыу, белем алыу тураһында уйлау ҙа яҙыҡ булғандыр инде: өс класс белем менән генә тороп ҡала ул. Бала саҡтан сирләшкә генә булһа ла (игеҙәге Йомабикә өс көн генә йәшәп үлеп ҡуя), тиңдәштәре менән бер ҡатарҙан ил эшенә егелә. Ауырлыҡтарҙы үтеп, йәше етеп, әрмегә алына. Һуғыштан һуңғы емереклектәр­ҙе тергеҙеү эшендә ул да ҡатнаша. Әрменән һуң Украинала тороп ҡала. Бер йыл үтә, ике йыл. Әсәй урынына ҡалған иң оло апаһы Ғилмикамал ҡартәсәйем, был нишләп һаман ҡайтмай икән, тип, эҙләүгә бирә. Күп тә үтмәй, олатайымдан хат килеп төшә. Шахтала эш булғас, ҡа­лыр­ға булдым, тип хәбәр итә ул. Шулай итеп, тормошон Украина ере менән бәйләй. Украин ҡыҙына өйләнә. Ике ҡыҙы ла – Оксана апайым да, Галина туғаным да (Галина менән беҙ бер йылғы) милләте буйынса – башҡорт....

Мина яланында
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Әҙәбиәт // 9-05-2014, 12:54


Мина яланында– Еңеүгә тиклем? – Алла көлдө. – Ни өсөн? Һуң был еңеүҙән, һалдат, һиңә бер нәмә лә тәтемәйәсәк. Еңеү емештәренән башҡалар файҙаланыр, ә һеҙ, мина яландарынан йөрөүселәр, әҙ ҡалырһығыҙ. Хатта һеҙ еңгән немецтар ҙа еңеүселәр кеүек йәшәр, ә һеҙ, еңеүселәр, ғүмерегеҙҙе сирләп, туҡтауһыҙ эсеп, тиҙәктә үткәрерһегеҙ. Эйе, Еңеү көнө йыл да 9 майҙа билдәләнер, һеҙгә колхоз иҫәбенән нарком йөҙ грамын ҡойорҙар. һәр ун йыл һайын таушалып бөткән пинжәктәрегеҙгә һары юбилей миҙалдары тағырҙар. Һеҙ хаҡлы булған, әммә яуҙарҙа алынмаған ордендарҙы барыбер улар алмаштырыр. Һиңә, һалдат, әгәр иҫән ҡалһаң, һин ҡатнашасаҡ Еңеү көнөн, Еңеү байрамын күрһәтәм. Бына һин өлкә үҙәгенә өҙөк аяғыңа протез юллап килгән­һең. Һәм бер көнгә тотҡарланып, Еңеү паркына барырһың. Халыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ күренгән ҡала кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, үҫмерҙәр......

Һынмаҫ рух көсө
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 9-05-2014, 08:17


Һынмаҫ  рух көсө– Ағай, миңә өйгә ҡайтып килергә ине... – ун ете йәшлек Хаммат Манапов, һуғыш­ҡа китәһегеҙ, тигәнде ишеткәс, ни әйтергә белмәй, бер аҙ тапанып торҙо ла, бер хәрби комиссариаттан килгән кешегә, бер Ҡыпсаҡ ауыл советының “Ворошилов” колхозы етәксеһенә өмөтләнеп ҡараны.
– Ниндәй өйгә ти ул?! Тегеләй-былай йөрөргә ваҡыт бармы? – хәрби комиссариаттан килеүсе екереп ебәрҙе.
– Әсәйем менән хушлашайым, тигәйнем, – үҫмерҙең күңеле тулышты, тамағына килеп тығыл­ған төйөрҙө саҡ йотто, илап ебәрмәҫ өсөн күҙҙәрен сылт-сылт йомдо. – Ул бит мине, урман эшендә йөрөй, тип уйлар....

Ҡаһармандар хәтерләүгә лайыҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2012, 10:12


Бөйөк Еңеүҙең 67-се таңын Әбйәлил районының Буранғол ауылы айырыуса тантаналы төҫ менән ҡаршы алды. Ауылға иртә менән төрлө тарафтарҙан машиналар ағылды, клуб янына байрамса кейенгән-яһанған халыҡ йыйылды. Уларҙың барыһын да ошо ауыл кейәүе, Асҡар үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы Ренат Мәһәҙиев йыйҙы тиһәк тә, хата булмаҫ. Уның табиплығының бер ҡыҫылышы ла юҡ, әлбиттә. Ренат Таңатар улы – мауығыуы буйынса тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе. Ул һуңғы йылдарҙа шәжәрә байрамдарын ойоштороу, яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән әүҙем эшләй. Уның хатта, ҡәрҙәшлек тамырҙарын юллап, Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған менән осрашыуын иҫкә алмайынса булмай....

Әсәйем десантсы булған
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-05-2012, 11:34


Әсәйемде белмәһәм дә, ул һәр саҡ күҙ алдына килеп баҫа. Уны фоторәсеменән генә беләм.
Ул – Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Буранғолова, 1924 йылда Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте та­мам­лағас, Өфөгә уҡырға килә. Про­фес­сор Ж. Кейек­баевтың тәҡдиме буйынса сит телдәр институтына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына уҡытырға ебәрәләр. Унда кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тормош иптәше һуғышҡа алына. Ләкин уға фронтҡа инергә насип булмай. Улар барған поезды немецтар бомбаға тота....

Ҡаһарманлыҡ мәңге хәтерҙә
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-05-2012, 11:19


Ҡаһарманлыҡ мәңге хәтерҙә
Еңеү байрамы Өфөлә, һәр йылдағыса, шаулап-гөрләп уҙҙы. Байрам тантаналары баш ҡаланың һәр майҙанында, паркында ойошторолдо. Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) һәйкәленә, Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һалырға БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре лә килде....

45-се йылдың майы гел иҫтә...
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-05-2012, 11:18


45-се йылдың майы гел иҫтә...
− Һуғыш тураһында кино ҡарағанда мин һәр саҡ илайым, − ти ете йәшлек Аделина Хажипова. – Һуғыштан беҙҙең олатайыбыҙ Ринат Фазылла улы ҡайтмаған. Өләсәйем Фәниә Рәхим ҡыҙы һөйләүе буйынса, олатайыбыҙ бик батыр, ҡыйыу кеше булған. Ул тыуған ерҙе һаҡлаған....

Еңеү һалдаты
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 4-05-2012, 10:21


 Еңеү һалдаты
Матрай ауылын уратып ағыусы Быҙаулыҡ йылғаһы ярындағы ҙур, күркәм йорт алдындағы эскәмйәлә оло йәштәге инәй менән олатай ултыра. Ара-тирә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп алалар, йә ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, йылғаға ҡарап уйға сумалар. Уйланыр уйҙары ла, хәтерләр иҫтәлектәре лә, ҡағыҙға яҙып бөтмәҫлек күргән-кисергәндәре лә байтаҡ уларҙың – Нәсиха инәй менән Сабирйән олатай­ҙың. Ҡуҙғалған ыңғайға түшендәге орден-миҙалдары сыңлап, йөрәктәргә мәңге уңалмаҫлыҡ яралар һалған ауыр һуғыш йылдарын хәтерләтеп ҡуя......


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM