НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ул антифашист ине…
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 19-06-2015, 16:10


Ул антифашист ине…Ул Австрияла тыуған. Алты йәшендә Трогтар ғаиләһе Германияға күсенә. Ғүмере буйы ул үҙен барыбер австрий тип иҫәпләне, ләкин тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәй алманы. «Мин күңелем менән Австрияла, ниңәлер, Германия үҙ илем кеүек тә түгел», – тигәйне ул бынан күп йылдар элек, әсенеп. Бала сағы Дессау ҡалаһында уҙа. Петерға ун йәштәр булғандыр, илдә йәштәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙы хәрби рухта, милләтселек тойғоһонда тәрбиәләү башлана. Гитлерҙың оҙайлы планы буйынса, гитлерюгенд хәрәкәтенә юл һалына һәм малайҙарҙы алда буласаҡ ҡанлы һуғышҡа әҙерләй башлайҙар. Ун дүрт йәштән ун һигеҙгә тиклемге үҫмерҙәр­ҙең барыһы ла гитлерюгендҡа инергә тейеш – Адольф Гитлер һәм йәштәр хәрәкәте етәксеһе Бальдур фон Ширахтың фарманы был....

Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 19-06-2015, 10:39


Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғас, Учалы районының Һөйөндөк ауылынан алтмыш кеше фронтҡа киткән. Ни бары егерме дүрт кенә ир-егеткә кире әйләнеп ҡайтырға насип иткән. Һуғышҡа китеүселәрҙең унауһы Камаловтар нәҫеленән булып, етеһенең ғүмере сит-ят ерҙәрҙә өҙөлгән, ә өсәүһе яраланып ҡайтҡан.
Ҡайтыусыларҙың береһе – минең атайым, 1920 йылғы Шәйхәйҙәр Шәйхетдин улы Камалов. Ул 1943 йылдың 6 мартында һуғышҡа алына. Бессарабия, йәғни хәҙерге Молдавияла, НКВД штабында хеҙмәт итә, бандерасыларға ҡаршы көрәшә. Ауыр һуғыш йылдарында бер кемгә лә еңел булмаған. Мине, туғыҙ көнлөк сабыйҙы, өләсәй ҡарамағына өйҙә ҡалдырып, әсәйем мәктәпкә эшкә сыҡҡан, балалар уҡытҡан. Тәнәфес ваҡытында йүгереп ҡайтып, мине имеҙеп йөрөгән....

Быуаттарға балҡыр дан!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 13:24


Быуаттарға балҡыр дан!Көндөң илаҡ, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, Әбйәлил районының Күсем ауылы иртәнән геү килде: һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булған фронтовиктар исемлеге яҙылған таҡтаташты асыу тантанаһына әллә күпме халыҡ йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараны Мәңгелек ут йөрөтөүселәр марафоны асып ебәрҙе. Марафонсыларҙы ҡаршылағанда бәләкәстәрҙең ғәжәпләнеүҙән ауыҙы асылһа, ололарҙың күҙе йәшкә мансылды – һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән зат-зәүерен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...
...

«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:59


Йылдар үтеү менән, үҙебеҙ ҙә олоғайып бөткәс, атай-әсәй хаҡында, уларҙың тормошо, нисек йәшәгәндәре тураһында йышыраҡ уйландыра.
Атайыбыҙ Рамаҙан Фәтҡулла улы Насиров Санъяп ауылы кешеһе ине. Әсәйем Мәғрифә Нәбиулла ҡыҙы менән йәшләй генә яратышалар. Тик уларҙың китаптарҙа ғына һүрәтләнгән матур хистәре, мөхәббәте хаҡында бик һуңлап, атайыбыҙ вафат булғас ҡына уның яҙмаларынан уҡып белдек....

Ватандың тоғро һаҡсылары
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:05


Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ,.. малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙакәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Р. Фәхретдинов....

Германияға һыбай барып еткән ул
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:03


Йәшлектәрен һуғыш урлаған атайым менән әсәйем, 12 балаға ғүмер биреп, 63 йыл матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 32 йәшлек атайым Ғәйетҡол Аҫылхужа улы Минһажев менән 26 йәшлек әсәйем Кәфиә Хәлилулла ҡыҙы дүрт бала тәрбиәләп йәшәп ятҡан була. 1941 йылдың 7 июлендә беренсе саҡырылыш менән үк атайымды һәм башҡа ауылдаштарымды фронтҡа оҙаталар. Һуғышҡа ингәнсе Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтәләр. Һуғышҡа киткәндә Иглин аша үтәләр....

Ҡартатаһы һәм ҡаһарман ауылдаштары рухына арнала
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-03-2015, 10:40


Ҡартатаһы һәм ҡаһарман  ауылдаштары рухына арналаБөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында бик үҙенсәлекле акция үткәрелгән. Ауылға ингән ерҙәге боролошта артиллерия орудиеһы урынлаштырылды.
Һәйкәлде ҡороу, уны урынлаштырыу менән Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән Фаил Әбүбәкиров етәкселек итә. Уға ауылдаштары – иретеп йәбештереүсе Фирғәт Әминев, Нәзир Мәхийәнов һәм Наил Рафиҡов ярҙам итә.
Фаил Илгиз улы әйтеүенсә, проект Бөйөк Ватан hуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәм ҡартатаһы – 112-се Башҡорт атлы дивизияһының танкка ҡаршы 45 миллиметрлы орудие расчеты командиры Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбә­кировтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана....

Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-01-2015, 12:27


Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡӨфөлә 15 меңгә яҡын ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал тапшырыласаҡ кешеләр категорияһы Рәсәй Президенты ҡарары менән билдәләнгән. Хәрби хеҙмәткәр­ҙәрҙән тыш, награда үҙе теләп ялланыусылар­ға, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына биреләсәк. Был категорияға шулай уҡ «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерҙар­ҙың бәлиғ булмаған тотҡондары ла ҡарай....

Яу, яуҙың төбө – дау
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 16-01-2015, 11:32


Яу, яуҙың   төбө – дауКешелек, сик белмәҫ зиһене һәм тыйып тотҡоһоҙ дәр­те ме­нән, ғәжәйеп мөғ­жизәләр­ҙе бар иткән, Ерҙә донъя ҡорған, үҙе лә әҙәм рәүешендә хасил булған йән эйәһенән аҡыллы ла, ҡеүәтле лә затҡа әйләнгән. Шул уҡ ваҡытта, меңәр йылдар дауамында, камиллыҡҡа ынтылыу менән бергә, әҙәм балаһының күңелендә бер-береһенән көнләшеү, уҫал намыҫ, кемгәлер ҡарата ҡырсыныу орлоҡтары ла яралған. Тора-бара, ер-һыу, мөлкәт бүлешеү теләге ошо орлоҡтарҙан, уларҙы сәйәсәт һыуы менән һуғарып, дошманлыҡ емештәрен өлгөрткән. Һуғыш. Яуҙар. Баҫҡынсылыҡ. Ил-ер һаҡлау. Халҡыңды ҡурсалау… Ҡәүемдәр, дәүләттәр ара­һындағы ғүмер баҡый тынмаҫ низағтарға әллә ниндәй атамалар бирергә мөмкин. Ниндәй сәбәптәр нигеҙендә башланып, ниндәй маҡсаттар көҫәп дауам итһә лә, һәр һуғыштан ҡала торған төп нәмә – ҡыйылған ғүмерҙәр. Тимәк, ҡауышмаған йәрҙәр, тыумаған сабыйҙар, ейелмәй ҡалған ризыҡ, йырланмаған йырҙар… Ошо афәт тураһында рустарҙың бөйөк физиолог-ғалимы Иван Пет­рович Павлов зыялылар­ға хас иплелек менән былай тигән: «Һуғыш, ғәмәлдә, тормоштағы ауырлыҡтарҙан йыртҡыстарса ҡотолоу әмә­ле. Сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булған аҡыллы кеше өсөн килешмәгән әмәл»....

Ҡурҡыныс сәскәләр, Катюша һәм татһыҙ бал
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 16-01-2015, 11:29


Ҡурҡыныс сәскәләр,   Катюша һәм татһыҙ балЯратам кинәйәләрҙе, арҡыры-торҡоро фекерҙәрҙе, йор һүҙҙе, “йәшертен” генә әсе итеп шаярыуҙарҙы. Совет осорондағы “яңыса” исемдәрҙе лә тап шундай шаяртыуҙар рәтенә индерәм. Эйе, ата-әсә бәпесенә Ивс (Иосиф Вис­сарионович Сталин), Вил (Владимир Ильич Ленин), Рафинад (шаҡмаҡ шәкәр), Радий (химик элемент) кеүек исемдәр ҡуша икән, улар юморға бай тигән һүҙ. Тик хәҙер, СССР тарҡал­ғас, революция идеялары юғалды ла, “ялҡынлы” исемдәр ҙә артта ҡалды. Бөгөн халыҡсандары модала. Шулай ҙа юҡ-юҡта беҙҙең телдә ҡолаҡты “ҡымырйытып” торған төрөкмө, әзербайжан йә монголмы исеме ишетелеп ҡала. Юҡ, кеше исемдәрен берәм-бөртөкләп “сәйнәргә” йыйынмайым. Мине икенсе бер нәмә йылмайта. Ул да булһа – беҙҙең хәрби “байлыҡ” атамалары. Бер көндө виртуаль донъяла әрме тураһындағы мәҡәләләргә байҡау яһап ултырғанда снайперҙың маскировка кейеме исемдәренә аптырап, көлөп ебәрҙем хатта – “Леший”, “Кикимора”, имеш!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM