НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»
Башҡортостан / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 6-02-2016, 15:36


«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»Быйыл Башҡортостаныбыҙҙың данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула. Шуға күрә Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән 2016 йылды дивизияның легендар етәксеһенә арнап, «Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа – Рәсәй Геройы!» исеме аҫтында уҙғарыу иғлан ителде. Был акцияны хуплап, ҡалабыҙға батырҙың тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районынан делегация килде.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Рәмил Әхмәтов, Шайморат ауылының ветерандар советы рәйесе Әфхәт Ниғмәтуллин, Иҫке Муса ауылының мәктәп музейы етәксеһе Фәниә Юнысова, «Даирә» гәзите хәбәрсеһе Эльнара Әбекә­сева милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡалалағы фекер­ҙәштәре менән осрашыуға бик шатланып, илһамланып, рухланып килеп еткәйне. Салауаттар ҡунаҡтарҙы «Юр­маты ере» мемориаль комплексында ҡаршы алды....

Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 16-01-2016, 16:02


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсойТәмербәк олатай Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында өс ул үҫтереүсе Ғәфифә һәм Саях Аҡсулпановтарҙың эшсән ғаиләһендә тыуып үҫә. 13 йәшендә атаһы мәрхүм булғас, оло бала булараҡ, уға әсәһенә, ҡустыларына терәк булырға, ғаилә башлығы урынына төрлө осраҡты хәл итеү юлдарын эҙләргә тура килә. Был ваҡытта ул райондың Айыусы ауылы мәктәбенең 7-се класын тамамлай, ә заманы өсөн был юғары белемгә тиң була. Тәмербәкте колхозға тәүҙә хисапсы, аҙаҡ бригадир итеп эшкә алалар. Бик иртә ир ҡорона ултыра ул. Шуғалыр ҙа, һуғыш башланғас, йәшен бер йылға арттырып, үҙ теләге менән ил һаҡсылары сафына баҫа....

Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 8-01-2016, 12:15


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәйАуылдың, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Мөждәбәне Сәфәр ауылына уҡы­тыу­сы итеп ебәрәләр. Уның Сә­фәрҙә уҡытҡанын оло быуын кешеләре әле лә яҡшы хәтерләй. Тырышлығын, уңғанлығын күреп, күп тә үтмәй, уны ауыл рәйесе итеп ҡуялар, ә бер аҙҙан Һәйтәк ауылына рәйес итеп ебәрәләр. Ең һыҙғанып дәртләнеп эшләп, балалар тәрбиәләп, киләсәккә яҡты хыялдар бағлап йәшәгән мәлдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың июлендә Мөждәбәне фронтҡа алалар. Һуғышҡа киткәнендә оло ҡыҙы Наиләгә 8 йәш тулған була.
Уйҙары ошо урынға еткәс, Мөждәбәнең хәтер ебе кинәт өҙөлә. Тышта немец һаҡсыларының һүгенеп-аҡырынғандары, әсиргә төшкән һалдатты ҡаты туҡмауҙары ише­телә. Өйҙә ҡалған яҡындарын һағыныуҙан ирҙең йөрәге яманһыу­лай, яраһы тағы ла нығыраҡ һыҙлай башлай....

Бәхетле Шаһиғәли
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 25-09-2015, 16:23


Бәхетле ШаһиғәлиЯнымда ултырыусы исем-шәрифен атағас, бер юлы шаһ, хан һәм солтан титулдарын йөрөткән бөйөк кеше менән тәүге тапҡыр танышам, тип йылмайҙым («Ғәли» ғәрәп теленән «бөйөк» тигәнде аңлата). Шаһиғәли Хансолтан улы Яҡупов, әйтмәксе лә, миндә өс титул бар икән, тип аптыраны: «Ошоғаса был турала уйлаған да юҡ ине». Ысынлап, исеменә – күрә есеме, дуҫтар: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үҙ-үҙен тотошо менән хас та аҡһөйәктәр, хакимдар затынан һымаҡ. Юҡ-юҡ, маһайыу, танау сөйөүҙең, эрелектең эҙе лә юҡ унда, киреһенсә, үтә кеселекле, иғтибарлы, тыйнаҡ ул. Әммә тап ошо күркәм сифаттар уны һинән, гүйә, бер башҡа юғары, затлы итә, һәм ветеран менән әңгәмәләшкәндә үҙең дә һиҙмәҫтән арҡаңды турайтып, башыңды ололап эйәһең, һәр һүҙен йотлоғоп тыңлайһың....

Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Махсус бит // 24-07-2015, 16:11


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү«Киттең!» – ошо һүҙҙән һуң ныҡ итеп Фларидтың арҡаһына һуҡтылар. Дөрөҫөрәге, уны асыҡ ишеккә табан эттеләр. «Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн!» – тип ҡысҡырып, егет бушлыҡҡа атланы. «Асылһа ярар ине!» – тигән уй менән ул, инструктор­ҙар өйрәткәнсә, тамсы кеүек йомрайып, аҫҡа осто. Шул мәлдә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты бар булмышын ялмап алды, йөрәге күкрәк ситлеген емереп сығырҙай итеп дарҫлап типте. Берәй ышаныслы нәмәгә тотонғоһо, йәнтәслимгә йәбешкеһе килде. Ер ҙур тиҙлектә үҙе уға ҡаршы елгән һымаҡ тойолдо. Уң ҡулы айырып алмаҫлыҡ итеп сытырлатып төп парашют дүңгәләгенә йәбешкән, һул ҡулы запас парашютты асыр­ға әҙер. Бар тере йәнгә хас тәбиғи хис – ҡурҡыу менән көрәшкән Фларид эстән һанай башланы: «Биш йөҙ бер, биш йөҙ ике, биш йөҙ өс…» «Биш йөҙ дүрт» һанына етеү менән уң ҡул дүңгәләкте, әйтерһең дә, үҙ белдеге менән тартты. «Эй, Хоҙайым, асыл­һа ярар ине!» – тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үтте һәм кинәт уны ниндәй­ҙер көс бар ҡеүәтенә өҫкә атып бәрҙе....

Геройҙың батырлығы онотолмай
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 19-06-2015, 16:34


Геройҙың батырлығы  онотолмай1943 йылдың сентябрендә Днепрҙың һул яҡ ярында беҙҙең ғәскәрҙәр фашистарға ҡаршы хәл иткес һөжүмгә, Днепрҙы аша сығып, дошманды артабан ҡыуырға, эҙәрлекләргә әҙерләнә ине. Ҡыйыу башҡорт егете Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы артиллеристары йылғаның дошман урынлаш­ҡан уң яҡ ярын ентекле күҙәтеү менән мәшғүл булды.
Ҡараңғы төштө. Һәр урында тынлыҡ. Ағас япраҡтарының ҡыштырлауынан башҡа бер нәмә лә ишетелмәй. Немецтарҙың үтә яҡты прожекторҙары киң йылға өҫтөн, беҙҙең ғәскәр урынлашҡан окоптарҙы, траншеяларҙы өҙлөкһөҙ яҡтыртып тора. Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары йылғаны аша сығыу, немецтарға ҡаршы нисек һөжүм итеү тураһында әкрен генә һөйләшә. Командирҙар һәм политработниктар алда торған яуаплы бурысты аңлата....

Ул антифашист ине…
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 19-06-2015, 16:10


Ул антифашист ине…Ул Австрияла тыуған. Алты йәшендә Трогтар ғаиләһе Германияға күсенә. Ғүмере буйы ул үҙен барыбер австрий тип иҫәпләне, ләкин тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәй алманы. «Мин күңелем менән Австрияла, ниңәлер, Германия үҙ илем кеүек тә түгел», – тигәйне ул бынан күп йылдар элек, әсенеп. Бала сағы Дессау ҡалаһында уҙа. Петерға ун йәштәр булғандыр, илдә йәштәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙы хәрби рухта, милләтселек тойғоһонда тәрбиәләү башлана. Гитлерҙың оҙайлы планы буйынса, гитлерюгенд хәрәкәтенә юл һалына һәм малайҙарҙы алда буласаҡ ҡанлы һуғышҡа әҙерләй башлайҙар. Ун дүрт йәштән ун һигеҙгә тиклемге үҫмерҙәр­ҙең барыһы ла гитлерюгендҡа инергә тейеш – Адольф Гитлер һәм йәштәр хәрәкәте етәксеһе Бальдур фон Ширахтың фарманы был....

Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 19-06-2015, 10:39


Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғас, Учалы районының Һөйөндөк ауылынан алтмыш кеше фронтҡа киткән. Ни бары егерме дүрт кенә ир-егеткә кире әйләнеп ҡайтырға насип иткән. Һуғышҡа китеүселәрҙең унауһы Камаловтар нәҫеленән булып, етеһенең ғүмере сит-ят ерҙәрҙә өҙөлгән, ә өсәүһе яраланып ҡайтҡан.
Ҡайтыусыларҙың береһе – минең атайым, 1920 йылғы Шәйхәйҙәр Шәйхетдин улы Камалов. Ул 1943 йылдың 6 мартында һуғышҡа алына. Бессарабия, йәғни хәҙерге Молдавияла, НКВД штабында хеҙмәт итә, бандерасыларға ҡаршы көрәшә. Ауыр һуғыш йылдарында бер кемгә лә еңел булмаған. Мине, туғыҙ көнлөк сабыйҙы, өләсәй ҡарамағына өйҙә ҡалдырып, әсәйем мәктәпкә эшкә сыҡҡан, балалар уҡытҡан. Тәнәфес ваҡытында йүгереп ҡайтып, мине имеҙеп йөрөгән....

Быуаттарға балҡыр дан!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 13:24


Быуаттарға балҡыр дан!Көндөң илаҡ, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, Әбйәлил районының Күсем ауылы иртәнән геү килде: һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булған фронтовиктар исемлеге яҙылған таҡтаташты асыу тантанаһына әллә күпме халыҡ йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараны Мәңгелек ут йөрөтөүселәр марафоны асып ебәрҙе. Марафонсыларҙы ҡаршылағанда бәләкәстәрҙең ғәжәпләнеүҙән ауыҙы асылһа, ололарҙың күҙе йәшкә мансылды – һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән зат-зәүерен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...
...

«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:59


Йылдар үтеү менән, үҙебеҙ ҙә олоғайып бөткәс, атай-әсәй хаҡында, уларҙың тормошо, нисек йәшәгәндәре тураһында йышыраҡ уйландыра.
Атайыбыҙ Рамаҙан Фәтҡулла улы Насиров Санъяп ауылы кешеһе ине. Әсәйем Мәғрифә Нәбиулла ҡыҙы менән йәшләй генә яратышалар. Тик уларҙың китаптарҙа ғына һүрәтләнгән матур хистәре, мөхәббәте хаҡында бик һуңлап, атайыбыҙ вафат булғас ҡына уның яҙмаларынан уҡып белдек....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM