RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.05.2014 Мина яланында

Мина яланында– Еңеүгә тиклем? – Алла көлдө. – Ни өсөн? Һуң был еңеүҙән, һалдат, һиңә бер нәмә лә тәтемәйәсәк. Еңеү емештәренән башҡалар файҙаланыр, ә һеҙ, мина яландарынан йөрөүселәр, әҙ ҡалырһығыҙ. Хатта һеҙ еңгән немецтар ҙа еңеүселәр кеүек йәшәр, ә һеҙ, еңеүселәр, ғүмерегеҙҙе сирләп, туҡтауһыҙ эсеп, тиҙәктә үткәрерһегеҙ. Эйе, Еңеү көнө йыл да 9 майҙа билдәләнер, һеҙгә колхоз иҫәбенән нарком йөҙ грамын ҡойорҙар. һәр ун йыл һайын таушалып бөткән пинжәктәрегеҙгә һары юбилей миҙалдары тағырҙар. Һеҙ хаҡлы булған, әммә яуҙарҙа алынмаған ордендарҙы барыбер улар алмаштырыр. Һиңә, һалдат, әгәр иҫән ҡалһаң, һин ҡатнашасаҡ Еңеү көнөн, Еңеү байрамын күрһәтәм. Бына һин өлкә үҙәгенә өҙөк аяғыңа протез юллап килгән­һең. Һәм бер көнгә тотҡарланып, Еңеү паркына барырһың. Халыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ күренгән ҡала кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, үҫмерҙәр... Аллаға шөкөр, уларҙың күҙҙәре миллиондар ҡан ҡойған һары мина яландарын күрмәгән, ҡолаҡтары мина шартлауҙарын ишетмәгән. Һин халыҡ араһынан йә үҙең кеүек ағас аяҡлы ябай һалдатты, йә батырлыҡ өсөн берҙән-бер хәрби миҙал алыусыны эҙләрһең. Тик һары погонлыларҙы ғына, иңдәрендәге офицер кителдәрендә алтынланған погонлы лейтенанттар­ҙы, капитандарҙы, майорҙарҙы ғына күрерһең. Кемдәр улар? Йәштәре буйынса улар әле хеҙмәттә түгел. Һары юбилей миҙалдарына ҡара­ғанда, һуғышҡандар, ҡайһы берҙәре орден таҡҡан. Бөтәһенең дә аяҡ-ҡулы теүәл. Кемдәр улар? Һинең менән бергә һары яланға барған теге егеттәрме әллә? Иванов, Сопов, Анашкин – офицерҙармы? Мин улар­ҙың кем икәнен беләм... Үҙең ҡатнашҡан һуғыш тураһында күберәк белгән һайын, һиңә аяныслыраҡ булыр...
– Мин беләм, һин юрағанса булмаҫ. Мин юғалмам, эскесегә әйләнмәм. Рауза апай кәрт һалды, уҡып, ҙур кеше булырмын. Матур ҡыҙға өйләнермен, улдарым тыуыр. Бына күрерһең – тап шулай булыр! Миңә, ғәрипкә, ике аяғы теүәлдәр ҙә көнләшеп ҡарар.
– Улай булмаҫ һалдат.
– Ни өсөн?
– Сөнки һин тере килеш ҡайтырға теләгән ул тормошта быға өлгәшеү мөмкин түгел.
– Һин Алла ла баһа. Ярҙам итер­һең. Ә мин тырышырмын.
– Их, һалдат! Һин яңылышаһың. Мин Алла түгел...
– Үтә аҡыллы кем һуң һин? Ә Алла ҡайҙа?
– Бында Алла юҡ. Бында мин генә – Ғазраил.
– Ә, Ғазраил? Әгәр һин Ғазраил икән, шайтаныма олаҡ!
– Былай әрләшеү яҡшы түгел, һалдат. Ни тиһәң дә, мин фәрештәләр затынан.
– Һин!.. Һинме фәрештә? Һин Иблис! Минең үлемемде теләйһең!
– Теләйем, сөнки мин һине йәлләйем. Һинең гонаһһыҙ, ғазапһыҙ үлеүеңде теләйем. Тормош тип йөрөтөлгән яман ергә эләкмәүеңде теләйем, унда әшәкелек, ялған, ғәҙелһеҙлек, күрә алмаусанлыҡ, һуғыш һәм ғазаптар. Унда халыҡтарҙы бер-береһенә һөсләткән кеше сүрәтендәге иблистәр һуғыш башлап, малайҙарҙы мина яландарына ебәрә. Ә һин улар янына атлығаһың.
– Мин йәшәргә теләйем, барыбер йәшәргә теләйем! Йәшәргә! Йәшәргә!
– Тимәк, иблистәр илендә һине көткән ҡот осҡос әжәл менән үлергә теләйһең. Һиңә ул үлемде күрһәтәм, шунан һуң, бәлки, мина яланындағы әжәл бүләк булып күренер... Ҡара. Таныныңмы? Эйе, был һинең район ҡаласығы. Ҡатының үлгәндән һуң яңғыҙ йәшәп, үҙеңдең наҡыҫ пенсияңды алып, район түрәләре оялаған ергә барғыларһың.
Һин инде йәш түгел, ҡарт та тип әйтеп булмай. Һине дауалап булмаҫлыҡ сиргә юлыҡтыр­ған эскелек эс-бауырыңды көйҙөрә, кәреңде алған, йөҙөңә йыйырсыҡтарҙан бураҙналар һалған, ғүмереңде яртылаш тиерлек ҡыҫҡартҡан. Таяҡҡа таянып, протезда йөрөйһөң. Таушалған пинжәгең түшендә Еңеү өсөн бирелгән ике миҙал, юбилей миҙалы һәм тағы ла ниндәйҙер билдә. Автобуста бушҡа йөрөй­һөң, ә протез менән миҙалдар һиңә автобуста урын тәьмин итә. Ләкин йыш ҡына урындарҙы йәштәр ала, һин автобусҡа инмәҫ борон уҡ: «Минең урынға ултырмағыҙ!» – тип һөрәнләйһең.
Бына һин ҡаласыҡта. Башта сәс алдырырға йүнәләһең, сәсеңде алдырып, ҡырынып, мунсаға ба­раһың. Мунсаның алғы бүлмәһендә протезыңды һалғас, таяҡҡа таянып, һикерәңләп сабынырға инәһең. Һинең менән бергә сабынған бөтә ирҙәрҙең дә ике аяғы ла теүәл – һуғышмағандар, йәшәйҙәр, ҡатындары менән йоҡлайҙар, һин мина яланына барып ҡотҡар­ған илдең мунсаһында сабыналар. Һин бының ғәҙел икәнлеген аңлайһың, шулай булырға тейеш тә.
Мунсанан таҙарынып сыҡҡас, күтәренке кәйеф менән яҡындағы кафеға инәһең, әлегә тик йөҙ грамм араҡыға һәм ҡабымлыҡҡа заказ бирәһең. Эсеп, ҡапҡылап алғас, тағы өҫтәй­һең. Ҡыҙмаса булып ҡала урамына сығаһың.
Әгәр һин айныҡ булһаң йәки ул ҡәҙәр үк иҫермәһәң, автобус туҡталышына тыныс ҡына барып етеп, үҙ урыныңа ултырыр ҙа, егерме минуттан ауылыңда булыр инең. Ләкин һинең бәләң шунда, һалдат: был ҡала һинең, иҫеректең, йәнен ныҡ көйҙөрә, ауырыу күңелеңдә асыулы ҡара уйҙар тыуҙыра. Ҡала үҙе түгел, ә өс-дүрт ҡатлы йорттарға тыңҡысланып тулған, машиналары менән урамдарҙы биләп алған кешеләргә үртәләһең һин. Бына һин, һалдат, ветеран, инвалид, китеп бараһың, һине бер кем дә күҙенә лә элмәй, ауылдағы кеүек, бер кем дә баш ҡаҡмай, ҡулыңды ҡыҫмай: әйтер­һең, һин бөтөнләй юҡһың. Барыһы ла һәйбәт кейенгән, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, ә һин бер кем дә түгел. Һин, йәнең көйөп, асыуыңдан етеш тормоштағылар­ҙың һин ҡатнашҡан һуғыш тураһында онотоп, битараф булыуҙарына тәүҙә үҙ алдыңа мығырлай башлайһың, аҙаҡ асыуланып ҡысҡырынырға, һүгенергә тотонаһың. «Беҙ ни өсөн һуғыштыҡ һуң? Беҙҙе һуңынан онотһондар өсөнмө? Һеҙгә, ҡәбәхәттәр, тағы ла бер һуғыш етмәй!»
Һин ҡалала эскелеккә ҡаршы көрәш кампанияһына эләгеүеңде белмәйһең әле. Тәртип һағындағы алһыу битле йыуан берәү көтмәгәндә пәйҙә була:
– Гражданин, ни өсөн тәртип боҙаһың?
– Нисек боҙам?
– Һүгенәһең. Ә-ә, етмәһә, иҫе­рек­һең! Әйҙә әле.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Миңә автовокзалға барырға кәрәк.
– Барырһың.
Резина суҡмар менән ҡундырғас, табаҡ битле тәртип һаҡсыһы һине бүлексәгә һөйрәр. Бүлексәлә өлкәнерәк лейтенант инеүсегә иренеп кенә ҡараш ташлар.
– Ни эшләне?
– Иҫерек. Урам тултырып һүгенә.
– Документтарың?
– Нимә?
– Документтарыңды күрһәт! – лейтенант тауышын күтәрә.
– Үҙем менән алмағанмын, – тип яуаплайһың һин һәм, балағыңды күтәреп, протезға таяҡ менән һуғаһың. – Бына минең документ.
Ләкин протез, һин өмөтләнгәнсә, тегеләргә бер нисек тә тәьҫир итмәй.
– Ҡайҙан килдең?
– Миңдебайҙан.
– Ни өсөн килдең? Эсергә, һүгенергәме?
– Мин теге... мунсала йыуынырға.
– Нимә, һеҙҙең унда Миңдебайҙа мунса юҡмы ни?
– Ну, теге... әҙерәк эстем.
– «Әҙерәк эстем», – йәше үсекләй һәм, ике бармағы менән «Еңеү өсөн» миҙалын тарта. – Миҙалдарҙы ҡайҙан урланың?
Был һине, мина яланындағы тәүге һуғышта уҡ һәләк булған һалдатты, сығырынан сығара.
– Бысраҡ ҡулдарың менән тотонма! – уның ҡулына һуғып, екерәһең. – Бындай һүҙҙәрең өсөн мин һинең танауыңды емерәм!
Яуап урынына суҡмар эләгә.
– Саматов! – лейтенант йәшен тыя. – Уға теймә. Ветеран икәне күренеп тора ла баһа.
– Ветеран. Бындай ветерандар беҙҙең ҡала урамдары тулы. Бөтә ерҙә лә сиратһыҙ тығылалар – герой­ҙар, еңеүселәр. Был әрәмтамаҡтар әҙерәк булһа, яҡшыраҡ булыр ине. Улар бит һинең менән минең эш хаҡын эсеп бөтә.
– Митинг ойошторма, Саматов. Күреп тораһың да баһа: миҙалдары бар, протезда. Тимәк, кеше һуғышҡан.
– «Миҙалдар, протез». Ана автовокзалда шундай берәү урала. Берлинды алғанда аяғымды өҙҙөр­ҙөм, тип һөйләй. Әммә мин беләм бит: бер ниндәй ҙә ветеран түгел ул. Малай сағында уҡ Ҡаҙағстанда берәҙәклектә йөрөгән, вагон баҫҡысында барғанда поезд аҫтында ҡалған. Ә миҙалды, әлбиттә, сәлдергән.
– Йә, ярар, сығарып ебәр уны.
Таулы төбәктәге ауылдан сыҡҡан, аҙ белемле, аңра, ҡала милицияһына әшнәлек буйынса (ағаһы – район тәьминәт бүлеге етәксеһе) килеп юлыҡҡан был Саматов ҡул аҫтына эләгеүсе кешеләрҙе резина суҡмар менән дөмбәҫләүҙе үҙенең бурысы тип һанай.
Урамда милиционер, арҡаңа төртөп, әйтер:
– Үҙеңдең Миңдебайыңа елдер. Әммә ҡалала һине тағы ла бер күрһәм...
Артыңа боролоп, ҡыҙыл тирәсле бейек фуражкалы был кешегә ерәнеп ҡарап, уның йөҙөндә миналы яландан һуң һине наҡыҫ пенсия менән яҙмыш ҡосағына ташлаған әлеге хакимиәтте күреп, яуапларһың:
– Һин үҙең елдер!
Резина суҡмар эләгер. Башыңа ике мәртәбә һуҡҡас, ҡоларһың. Ергә йығылғас, милиционер һине суҡмар менән дә туҡмар, ауыр ботинкалы аяҡтары менән дә типкеләр. Тәүге һуғыуҙарҙан һуң ыңғырашырһың, хатта һыҡтап алырһың, шунан тынып ҡалырһың. Саматов һине милиция бүлеге янында яңылыш үлтереүҙән шөрләр: һүҙ сығасаҡ, түрәләргә барып етәсәк. Ҡорбанының мәйетен алыҫҡараҡ йәшерер өсөн һине яҡындағы сүп-сар һауыттары янына һөйрәкләр. Кәүҙәңде күтәреп, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тулып бөтмәгән һауыттарҙың береһенә ташлар, өҫтөңә эргәләге һауыттағы сүп-сарҙы һалыр. Тиҙҙән машина килеп етеп, һине сүп-сар менән бергә тейәп, ҡала сүплегенә алып китер. Бушатҡанда, шофер мәйетеңде күрер. Башта милицияға хәбәр итергә уйлар, һуңынан үҙ башына бәлә алмаҫҡа булыр. Һәм китер.
Бына шулай, һалдат, кәңәштәремә ҡолаҡ һалманың, ерҙәге ыҙалар­ҙан ҡасып, мина яланында сабый­ҙарса гонаһһыҙ хаҡ һалдат үлеме менән үлмәнең, хәҙер һаҫыҡ сүплектә үләһең. Тиҙҙән йәнең кәүҙәңде ташлап китер, ҡомаҡтар йүгерешеп килеп һөйәктәреңә ҡәҙәр кимереп бөтөр.
Ильяс, ҡолаҡ төбөндә генә шатырлау һәм ҡыштырлау ишетеп, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ләкин ул үҙе генә ҡысҡырам тип уйланы, ысынында иһә әкрен генә ыңғырашты ла, ерҙәге тауышты, кеше тауышын ишетте:
– Быныһы тере, Петрович, носилка килтер...
Ильяс тартышып ҡуйҙы, күҙҙәрен асты ла үҙенең өҫтөндә мыйыҡ урынында ирендәре ерән шыртлы, тупаҫ йөҙлө һалдатты күрҙе.

Факил МЫРҙАҠАЕВ тәржемәһе.

(Аҙағы. Башы 17-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»