НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән

Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән


Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған.
Бөгөн һуғыш ветерандары бик аҙ. Баймаҡ районының Татлыбай ауылында ике генә яугир ҡалды. Икеһе лә – минең олатайҙарым.
Салауат Солтангәрәй улы Хәйбуллин 1923 йылда Татлыбай ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш кенә була. Һуғышҡа 1942 йылдың апрель айында алына. Тәүҙә Волхов фронтында 145-се полктың 5-се минометсылар бригадаһында һуғыша. 1944 йылдың ғинуарында ҡаты яралана. Күкрәгенә ингән снаряд ярсығы әле лә үпкәһендә йөрөй. Апрель айында госпиталдән сыҡҡас, Ленинград фронтына ебәрелә, блокаданы өҙөүгә көс һала. Эстония ерендә фашисты тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Элекке рус фельдмаршалы Барклай де Толли имениеһы тирәһендә барған ҡаты алышта тағы ла ҡаты яралана.
Олатайым Еңеү яҙын 201-се уҡсылар дивизияһының 103-сө батальоны составында Карелия ерендә ҡаршылай. Ул күп наградаға ла лайыҡ: I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», Георгий Жуков исемендәге миҙалдары, «Ленинград өсөн һуғыш», «2-се удар армия ветераны» значоктары күкрәген биҙәй.
Олатайым тыуған яғына 1946 йылдың ғинуарында әйләнеп ҡайта. Шул уҡ йылдың мартында үҙ ауылы ҡыҙы Сәлимә менән тормош ҡороп ебәрәләр. Уларҙың туйы һуғыштан һуң беренсе туй була.
Өләсәйебеҙ Сәлимә Айса ҡыҙы 1941 йылдың ноябрендә Һамар ҡалаһына дүрт айлыҡ тракторсылар курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамлағас, Сталин исемендәге колхозға ҡайтып, тракторға ултыра. Һуғыш тамамланғас, колхозда ашнаҡсы булып эшләй. Хаҡлы ялға Татлыбай мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп сыҡты. Тырышлығын баһалап, хөкүмәтебеҙ уны «Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләне. Ҡартатайыбыҙ менән һигеҙ уңған ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, өләсәйебеҙ I, II дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары, I, II дәрәжә «Әсә­лек» миҙалдары менән бүләкләнә. 16 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәһе бар.
Уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл март айында 64 йыл тулды.
Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкәнИкенсе олатайым Муллабай Айытбай улы Байбулатов 1924 йылда Баймаҡ районының Ғәле ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алына. Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе олатайым Курск дуғаһында, Эстонияла, Балтик диңгеҙе буйында барған алыштарҙа дошманды ҡыйрата. Курск дуғаһынан һуң ул Иранда, Тәһранда фашизм­ға ҡаршы коалиция илдәренең конференцияһы уҙғарылған мәлдә хәүефһеҙлек урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
1944 йылда ҡаты яралана, өс ай госпиталдә дауалана. Һуғыш тамамланғас, хеҙмәтен Таллин ҡалаһында дауам итә. 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Олатайым Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Шул уҡ йылдың көҙөндә фронтовик Баймаҡ районының Фәйзулла ауылы ҡыҙы Вәғиҙәгә өйләнә.
Өләсәйем 14 йәшенән Чапаев исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. Һуғыштан һуң ҡырсылыҡта ашнаҡсы вазифаһын атҡара. 1971 йылда Татлыбай ауылына күсеп килә. Хаҡлы ялға мәктәп яны интернатында йыйыштырыусы булып сыҡты.
Улар 62 йыл бергә ғүмер итә. Ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өләсәйебеҙ II дәрәжә «Әсәлек даны» ордены, I дәрәжә «Әсәлек» миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың әлеге көндә 17 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәһе бар.
Беҙ ике олатайыбыҙ менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Оло Еңеү яулаған яугирҙарға теләктәрҙең иң изгеләрен генә теләйбеҙ. Улар бит беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән. Күптәре яу яланында башын һалған. Иҫән ҡалған олатайҙар­ҙың, инәйҙәрҙең тән яралары уңалһа ла, йөрәк яралары әле лә уңалмай.

Надим БАЙБУЛАТОВ.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 28-09-2010, 15:28 | Ҡаранылар: 1631
|
  • Миҙалдары – батырлыҡ билдәһе
  • Ҡәҙерле байрам
  • Хәйбулла шайморатовсылары
  • Олатайым – беҙҙең ғорурлыҡ
  • Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM