НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дан һеҙгә, ил ҡаһармандары!

Дан һеҙгә, ил ҡаһармандары!


Дан һеҙгә,  ил ҡаһармандары!Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 мең кеше ҡатнаша, шуларҙың 300 меңе тыуған иленә әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында ятып ҡала. Төп тыл төбәгенә әйләнгән республикабыҙ эвакуацияланған сәнәғәт предприятиелары, госпиталдәр, ойошмалар, уҡыу йорттарының да үҙәге була.
Өфөнөң тимер юл вокзалы – һалдаттарҙы яуға, тылдан фронтҡа ярҙам оҙатҡан, һуғыш барған урындарҙан эвакуацияланған халыҡты ҡаршылаған берҙән-бер урын. Шанлы ла, данлы ла йылдарҙың шаһиты булған «Өфө» станцияһы үҙендә оло хәтер һаҡлай.
22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыуға ҡарата Өфө тимер юл вокзалы алдында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ монумент урынына нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән бергә БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне.
– Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә беҙ иңебеҙҙә ятҡан оло бурысты һуңлап үтәүебеҙҙе әйтеп китер инем. Һуғыш ауазы әле булһа тынмағанда, киләсәктә һәйкәл буласаҡ урынға таш ҡуйыуыбыҙ, дөрөҫ ғәмәл булыр, моғайын. Үт­кәндәрҙе онотмаҫҡа, атай-олатай­ҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын киләсәк быуындарға ла еткерергә тейешбеҙ, – тине үҙенең сығышында республика етәксеһе.
Буласаҡ монументтың нигеҙ ташын Өфө ҡалаһы Совет районының Ветерандар советы ағзалары, III дәрәжә Дан ордены кавалеры Мәхмүт Билалов менән Николай Гусев асты, почетлы ҡунаҡтар һәм ветерандар сәскәләр һалды. Әлегә һәйкәлдең ниндәйерәк булыры билдәле түгел. Әммә ул тимер юл вокзалы майҙанындағы ҡалҡыулыҡта үҙенә саҡырып торған мөһабәт Еңеү символдарының береһе буласаҡ.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
А. НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 25-06-2011, 16:21 | Ҡаранылар: 1820
|
  • Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай
  • ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ
  • Еңеү тантанаһы – район-ҡалаларҙа
  • Өфөлә «Хәтер аллеяһы» барлыҡҡа килде
  • Өфө ветерандары фильмға төшә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM