НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам...»

«Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам...»


«Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам...»Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам,
Бик күп итеп китап яҙырмын.
Халыҡ араһында онотолмаҫлыҡ
Бөйөк итеп маяҡ ҡаҙармын!

Ғәрәсәтле һуғышта йөрөгәндә Түбә егете Вара Буранбаев үҙенә киләсәккә шундай маҡсат ҡуя. Был изге ниәте уны яу юлында һәләкәттәрҙән аралағандыр ҙа.
Һуғыш башланғанда Вара Бәшәр улы теүәл ун ете йәшендә Түбә урта мәктәбен тамамлай. Мобилизацияға эләкмәй, ләкин бер йыл буйына тыл тормошоноң ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Атаһын ҡулға алғас, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, уға 16 йәштән ҡара эштә эшләргә лә тура килә. Башта өс ай торф ҡырҡа, унан шахтала буронос булып эшләй. Ҡарт шахтерҙарҙың кәңәшен тотоп, шахтанан сыға һәм приискының урмансылыҡ складында үлсәүсе, яуаплы ҡабул итеүсе вазифаларын башҡара.
1942 йылдың йәйе уртаһында, 18 йәше тулғас, уны әрмегә алалар. Башҡортостан биләмәһендәге Алкин хәрби лагерында биш ай уҡып, сержант званиеһы алып, фронтҡа оҙатыла. Тәүге сынығыуҙы Вара олатайға 1943 йылдың июлендә Курск дуғаһындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа алырға тура килә. Артиллерия расчетында тоҫҡап атыусы сифатында яуҙаштары менән дошманды сигендерә-сигендерә, илебеҙҙең көнбайыштағы союздаш республикаларын немец баҫҡынсыларынан азат итеп, 1944 йылдың йәйендә Польша биләмәләренә барып инә. Шул уҡ йылдың көҙөндә бер төркөм артиллеристы, фронттан алып, Рәсәйгә, Силәбе ҡалаһына, ебәрәләр. Бында уларҙы өс ай танкисҡа уҡытып, 1945 йылдың февралендә Т-34 танкыһына ултыртып, йәнә фронтҡа оҙаталар. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү таңын яҡташыбыҙ танк командиры вазифаһында Берлиндың көньяғындараҡ урынлашҡан Потсдам ҡалаһында ҡаршылай.
Вара Бәшәр улы һуғыштан һуң, 1947 йылдың мартына ҡәҙәр, Польшаның Ноештеттин ҡалаһында совет хәрби базаһында хеҙмәт итә. 1947 йылдың 1 апрелендә генә әрменән демобилизацияланып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. 1947 йылда ауыр йот килә. Илдә аслыҡ, эшһеҙлек. 1948 йылдың авгусына тиклем төрлө ҡара эш­тәр­ҙә йөрөгәндән һуң, Вара Буранбаевты Түбә руднигында эшләп килгән район пионерҙар йортоноң директоры итеп ҡуялар. 1949 йылдың йәйендә был йортто Баймаҡҡа – район үҙәгенә күсерәләр. Партия райкомы кисәге яугирҙы район гәзиттәре редакциялары эргәһендәге урындағы радиотапшырыуҙар мөхәррире эшенә тәғәйенләй. Ошонан һуң ул төрлө яуаплы вазифаларҙы башҡара.
1985 йылдың ғинуарында ул хаҡлы ялға сыға. Шулай ҙа эшләргә дәрте ташып торған Вара Бәшәр улын район советы ҡарамағындағы граждандар оборонаһы штабы начальнигы итеп эшкә саҡыралар. Был эште юлға һалып, ял итергә генә уйлағанда,1987 йылда партия райкомы уға район крайҙы өйрәнеү музейына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыра. Вазифаһын Вара олатай шул тиклем күңел һалып башҡара, музейға күп үҙгәреш индерә, экспонаттар менән байыта, яңы композициялар булдыра.
Шулай ҙа Вара олатай был эшен ҡалдырып, 1991 йылда ялға сыға. Әммә эшләп өйрәнгән кешегә тик ятыуы ҡыйындыр инде: ул мемуарҙар, хикәйәләр яҙырға тотона. Яҙғандарының гәзит-журнал биттәрендә донъя күреүе авторҙы тағы ла илһамландыра. 1997 йылда ул – журналистика буйынса Сәғит Мифтахов, 1999 йылда әҙәбиәт буйынса Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты була. 1998 йылда ҡалабыҙҙың 60 йыллыҡ юбилейында Вара олатай Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы исемен алыу бәхетенә эйә булды. Бының өсөн ул ҡала һәм район етәкселәренә сикһеҙ рәхмәтле. «Хеҙмәтемде күрә белделәр», – тип ҡыуана. Шулай уҡ Почет билдәһе ордены, «Хеҙмәттәге алдынғылығы өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән дә бүләкләнгән. Ә һуғыш ваҡытында алған наградалары – Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Германиялағы Еңеү өсөн» һ.б. миҙалдар. Бөтәһе 15 орден һәм миҙалға эйә Вара олатай. Тынғыһыҙ ветеран шулай уҡ ун йыл буйы үҙәк район китапханаһы янындағы «Атайсал» клубын етәкләй, уның эшен йәнле итеп алып бара.
Мәҡәләм башында уның билдәле шиғырын эпиграф итеп килтергәйнем. Ысынлап та, Вара олатай, һуғышта күргәндәрен, күңелендә йөрөткән тарихи мәлдәрҙе, тормош тәжрибәһен яҙмалар итеп туплап, Баймаҡ район типографияһында һигеҙ китап сығарыуға өлгәшә. Улар – Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына «Книга памяти» (һуғыштан ҡайтмай ҡалғандар исемлеге), 2001 йылда – «Они вернулись с Победой», автобиографик очерктарҙан торған «Осколки моей жизни», уның дауамы – «Все выше и выше», «Күк Ирәндек буйында», «Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам…», «Рухи көсөм тыуған еремдән», «Минең тормошом ярсыҡтары» китаптары. Шулай уҡ, Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы булараҡ, 31 авторҙың яҙмалары тупланған «Ирәндек гәүһәрҙәре» исемле йыйынтыҡҡа уның фронт шиғырҙары инде. Әлеге мәлдә лә ветерандың, 86 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ижадтан айырылғаны юҡ.
Ул тормош иптәше Сәрүәр инәй менән Риф исемле улға, Гөлнара һәм Әлмира исемле ҡыҙҙарға ғүмер бирә, уларҙы яҡшы итеп тәрбиәләй. Әлеге мәлдә ете ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Тормош һәр ваҡыт беҙ тигәнсә генә бармай шул – 1995 йылда Вара олатай һөйөклө ҡатынын юғалта. Биш йыл тол ғүмер итеп, ҡанаты һынған ҡош кеүек йәшәй торғас, яҙмыш уны ҡасандыр Түбә руднигы ҡасабаһында бергә «ритайым»ға йөрөгән Мәрзиә менән осраҡлы ғына осраштыра. Ул да икенсе яртыһын юғалтып, ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырып, яңғыҙы ғүмер итә икән. Ауырлыҡтарҙы ла ярайһы ғына күргән: 14 йәштән шахтала эшләгән. Атаһын, кулак тип, 1931 йылда ҡулға алғандар. Кейәүгә сығып, иптәше менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәгәндәр. Уға 22 йыл ҡаҙанлыҡта кочегар булып эшләргә тура килә. Ул ғына ла түгел, Мәрзиә инәй оло ҡайғы кисерә: һөйөклө ҡыҙын – СССР һәм Рәсәй эстрадаһының билдәле йондоҙо, Алла Пугачева менән бергә төрлө илдәр сәхнәһен балҡыт­ҡан танылған йырсы Зәйтүнә Бакированы ер ҡуйынына һалған. Уның концерттарын ҡарау маҡсатында инәйгә Ялтала, Севастополдә, Сочиҙа, Сухумиҙа булырға һәм башҡа ер-һыуҙы күрергә насип була. Ҡәҙерлеһенең сәхнә кейемдәрен, бигерәк тә Алла Пугачева бүләк иткәнен Мәрзиә инәй күҙ ҡараһылай һаҡлай. «Баламдың төҫө бит ул», – тип күҙ йәштәрен һөртөп ала. Икенсе ҡыҙы – Тәнзилә иптәше, ике ҡыҙы менән Магнитогорск ҡалаһында тора. Әлеге көндә инәйҙең ике бүлә-бүләсәре бар.
Электән бер-береһен белгән, яңғыҙлыҡтан миктәгән Вара олатай менән Мәрзиә инәй бергә тормош усағын тоҡандырып ебәрә. Әлеге көндә улар, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, матур тормош көтә. «Беҙ балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ», – тиҙәр.
Яҡындарының уңыштарына һөйөнөп, ҡыуанып йәшәйҙәр.
Вара олатай һуғыш ваҡытында шиғыр юлдарына һалған изге маҡсатын барыбер тормошҡа ашыра – беҙгә күп итеп китап яҙып, бүләк итә. Уның был эшмәкәрлеге һуғыш юлындағы ҡаһарманлыҡтарынан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ, минеңсә. Сөнки ташҡа баҫылған бер ваҡытта ла юйылмай ҙа, утта ла янмай. Ул – үлемһеҙ. Китаптары менән үҙенә һәйкәл һалды Вара Бәшәр улы Буранбаев.
«1942 йылдың йәйе уртаһында мин, Вара Бәшәр улы Буранбаев, 18 йәшем тулыу менән, әрмегә киттем. Фронттағы тәүге сынығыуҙы 1943 йылдың июлендә Курск дуғаһындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа алдым. Еңеү таңын танк командиры вазифаһында Берлиндың көньяғындараҡ урынлашҡан Потсдам ҡалаһында ҡаршыланым. 1947 йылдың 1 апрелендә армиянан демобилизацияланып, тыуған яҡтарыма ҡайтып төштөм.
Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығына ҡарата фронт шиғырҙарын тәҡдим итәм», – ти ветеран.

Хушлашыу йырҙары

1942 йылдың авгусында әрмеләргә китергә тип ҡулға повестка алғас яҙылған йырҙар былар. Уларҙы оҙон көйгә һалып йырларға кәрәк.

Күл буйына йүгереп барһам,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡалҡып осҡандар.
Беҙ китәбеҙ инде әрмеләргә,
Хуш булығыҙ, дуҫ-иш, туғандар!
Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙә
Бөткән икән ашайһы ашыбыҙ.
Әрмеләргә китеп үк барғас та,
Ниҙәр күрер ғәзиз дә башыбыҙ?
Кеше ерҙәрендә ҡыйыуһыҙбыҙ,
Үҙ илебеҙҙә бик тә батырбыҙ,
Һуғыштарға беҙҙе индерһәләр,
Нисек тә генә йөрөп ҡайтырбыҙ?
Ситәндәрегеҙ һеҙҙең ауып бара,
Бағаналар менән терәгеҙ.
Минең дә генә иҫән-һау ҡайтыуҙы
Ысын күңелдән һеҙ теләгеҙ.
Дошманды тар-мар итергә тип,
Ут эсенә барып инербеҙ.
Ашайһы ризыҡ бөткән булһа,
Яу ҡырында ятып үлербеҙ.
Ниндәй икән менгән атығыҙ?
Йәшел ҡағыҙҙан яҙған хатығыҙ?
Фронттарға китеп барҙығыҙ бит,
Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтығыҙ.


Таҡмаҡ

Беҙ китәбеҙ иртәгә,
Шинель һалып елкәгә.
Китмәҫ инек беҙ иртәгә,
Гитлер тейҙе теңкәгә.

Август, 1942 йыл.

Аҡ ҡайындар

Күҙ алдыма баҫа аҡ ҡайындар,
Тыуған илде иҫкә алғанда.
Ҡуйы япраҡтары һәм буйҙары
Йөрәктәргә һеңеп ҡалғандар.
Бала саҡта тормошҡа үрмәләп,
Менгәнгәме улар үренә,
Осраған һәр бер аҡ ҡайын
Миңә туған һымаҡ күренә.
Илдән алыҫ ҡайын урмандары,
Немец ерендә мин торамын.
Ошо ҡайындарҙы күргән саҡта,
Күҙ алдыма баҫа Уралым.
1945 йыл, Германия.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ районы.

Сығыу ваҡыты 11-05-2011, 13:40 | Ҡаранылар: 1973
|
  • Һоҡланырлыҡ йәшәү өлгөһө
  • Киләсәккә рухи васыят
  • «Хыялдарым тормошҡа ашты»
  • Хәйбулла шайморатовсылары
  • Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM