RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.05.2011 Ҡамауҙа

Бер үҙәккә еткәйнек – кеше кү-үп. Беҙҙекеләр. ҡайҙан килеп был хәтлем булып ойошҡандарҙыр? Барып ҡарап торҙом. Үҙәк тә үҙәк. Тегендә дошмандың оборонаһы. Ныҡ нығытыл­ған. Инде төн ҡараңғыһы. Теге лейтенантыбыҙ, плащ-палаткаһын бөркәнеп кенә, фонарик менән картаһын йәнә ҡараны ла:
– Иптәштәр, – тине, – бында бик ҙур ауыл. Булһа, бынан саҡрым йә саҡрым ярым булыр. Әгәр ошо юл менән китһәк – эләгәбеҙ. Унда – котел. Немецтар шул котелда беҙҙе ҡурып ашарға әҙер генә тора, – тине. – Бына был яҡта таллыҡ: йәйгеһен унда эт үткеһеҙ һаҙлыҡ, ҡыш көнө эт үткеһеҙ көрт. Шул яҡтан китмәһәк, булмай. Кем башлай?
– Мин, – тине берәү.
Теге һалдаттың ике ҡулы ла буш ине. Алға төшөп алды был. Ике ҡуллап, талдарҙы айыра-айыра бара башланы. Теге башҡорт офицерыбыҙ бара бирә лә, баяғыса бөркәнеп, фонарь яҡтыһында картаһын ҡарап ала, компасына күҙ һала, бара бирә лә, плащ-палаткаһын бөркәнеп, фонарь яҡтыһында картаһын ҡарап ала, компасына күҙ һала.
ҡуйы таллыҡ араһынан йәнтәслимгә тәрән ҡар йыра-йыра барабыҙ ҙа барабыҙ. Бик шәп барып булмай. Шулай ҙа, билбыуарҙан ағын һыу кискәндәй булып, бер-беребеҙгә йәбешеп, яй ғына барабыҙ ҙа барабыҙ, барабыҙ ҙа барабыҙ. Һүҙ ҡуйыш­ҡандай, һөйләшмәйбеҙ, тәмәке лә тартмайбыҙ. Байтаҡ барғандың һуңында, лейтенант, плащ-палаткаһын бөркәнеп, картаһын ҡараны ла:
– Хәҙер ҡалҡыуға сығабыҙ. Унда немецтың оборона һыҙығы буласаҡ. Буквально йөҙ илле, ике йөҙ метрҙа беҙҙекеләрҙең фронт һыҙығы ята, – тине офицерыбыҙ.
Хәҙер таллыҡтан әкәншәтелнә талсығып килеп сыҡтыҡ. Таллыҡтан сығып, бәләкәй бара биргәйнек – атыш ҡупты. Ул ҡапыл башланды ла, ҡапыл тынды. Беҙ, утҡа – ут, тип торманыҡ. Атыр инек тә ул. Тауыш ҡуба. Үҙебеҙҙе ҡырып һаласаҡтар. Унан шуныһы ла бар: патрон иҫәпле. Ысынында улар күп тә ул. Тик немецтыҡы. Беҙҙекеләрҙең күптәрендә рус винтовкаһы. Немецтыҡы улар­ға ярамай. Төркөмөбөҙҙә халыҡ килеп тороп күп. Винтовкаға патрон ярамай, тип, ҡарап тороп булмай бит инде. Бер нәмә эшләргә кәрәк. Моғайын, тау аша сығырға тура килер…

Ур-а-а! Тыуған ил өсөн!

Таллыҡтан талсығып килеп сыҡҡас: “Хәҙер яҡтырҙыниһә, вис окружать итеп ала бит инде был немец. Нишләп былайтып торабыҙ әле? Нимәлер эшләргә кәрәк бит! Бер нәмә мәғлүм: былай өйкөлөшөп, тик торорға ярамай”. Шулай уйланып торам-торам. Әмәлгә ҡалғандай, башҡа бер уй килде: “Эскадронда йөрөп өйрәнгәнсә, Аллаға тапшырып, давай, “Ура!” ҡысҡырып, алға йырып китәйем дә барайым. Үлһәм – үлермен, ҡалһам – ҡалырмын”. Шундай уй менән:
– Ур-а-а! За Родину! За Сталина! За наших погибших товарищей! – тип алға ташландым. Шунан автоматтан алдағы үҙәккә ҡарап: “Тра-та-та!” Берҙе еб-бәрҙем дә, биш метрҙай ер киткәс, артҡа боролоп, башҡортсалап:
– Исмәғил, минән ҡалма! – тип ҡысҡыр­ҙым.
– Мин мында! – тине лә Исмәғил килеп тә етте.
Шул китеүҙән мендем дә киттем. Китеп барам, китеп барам, Исмәғилемде эйәртеп. Әйткәндәй, Исмәғилемде саҡырған тауышты ишетеп, беҙгә бер офицер эйәрҙе. Яңыраҡ ҡына беҙҙең подразделениеға бер ҡаҙаҡ политрук килгән булғайны. Шул, имеш. Килеп етер-етмәҫтән:
– Ай-бой, Арсланов достым, ранен булдым ғой, – ти. Кеше йәнле ине Исмәғил. Әле лә:
– ҡайҙа, беренсе ярҙам күрһәтәйем, – ти һалды.
– Ничего, ничего, – тим. – Яйлап торорға ваҡыт юҡ! – тим. Хәҙер был йәбешеп алды миңә. Шул килеш бара бирһәк, алда аҡ маска-халатлы шәүләләр күренде. Араны самалап, автоматты тоҫҡаған килеш:
– Стой, кто идет?! – тип аҡырып ебәрҙем. Юҡһа үҙеңдекеләрҙе атыуың бар бит. Тегеләр минең яҡҡа атып ебәргәйне – мин дә: тыр-р-р! Тегеләргә автомат очереды менән яуап бирҙем. Шунан, ҡарға сумып, түш менән шыуышып киттем дә барҙым. Гранатам әҙер. Улай-былай булһа, тегеләр­ҙе үҙең менән бергә шартлатаһың да ҡуяһың.
Шулай, башты ҡалҡытмай ғына, барҙым да барҙым. Күпме барғанмындыр – бер нәмә лә күренмәй. ҡараһам, Исмәғил бая мин тырылдатҡан арала әллә ҡайҙа булған. Тфү, ауыҙыңа..! Көтөп торорға тейеш кеше ине лә баһаң. Ә, раненмын, тигән теге ҡаҙаҡ, йән-фарман баяғы урында тороп ҡалғандар яғына төшөп китеп бара. “Ах, – мин әйтәм, – симулянт!”
Хәҙер, әлегесә, бала саҡта ишеткән әкиәттә иптәштәре ташлап киткән батыр һымаҡ, бер яланда бер үҙем тор ҙа ҡал. Күп уйлап торорға форсат юҡ. Йүнәлеште алмаштырырға булдым. Киттем һулаҡай тартып, немец оборонаһынан ек эҙләп. Граната ҡулда. Яҡынлашҡас ҡына, ырғытыр­ға ла, шау-шыу тыуҙырырға. Шунан файҙаланып, үҙебеҙҙекеләр яғына һыпыртырға. Әле ҡараңғы. Һырт буйында ҡар йоҡараҡ. Атлауға күстем. Йәш саҡ бит инде. Ялп та йолп китеп барыла. Бара бирәм дә тирә-йүнде ҡараштырып алам. Бара бирәм дә ҡараштырып алам. Шулай ҡарана-ҡарана китеп барһам, алда һулаҡай­ҙараҡ ике шәүлә күренә. Әһә, тегеләр, баяғы атыуымдан ҡурҡып, шымтайғайны. Былары немецтан башҡа бер кем булмаҫ. Хәҙер: “Кто там?” – тип ҡысҡырып тораһы түгел, тип, бер очередь биргәйнем, тегеләр күҙҙән юғалды. Кемелер боҫоп өлгөргән. Минең яҡҡа ата башланы. Шуныһы ҡыҙыҡ булды. Немецтың бер йәҙрәһе, ҡолаҡты яра яҙып зыйлап, парикмахер сәс алғандағы кеүек, сәсемде елпелдәтеп, уның араһынан ғына үтеп китте. Бәхетем бар икән, шөкөр, теймәне. Мин йәнә ҡарға сум. Кәңәшләшер кеше юҡ. ҡайҙан булһын? ҡалдылар бит тегендә үк. Эйәрмәгән булдылар. Исмәғилем да юғалды. ҡаҙаҡ ҡасты.
…ҡар йырып, тағы күпме барғанмындыр – тауҙың башына етеп, бер ки-иң яланға килеп сыҡтым. Һаман да китеп барылына. Бара торғас, иғтибарлап ҡараһам, яҫы оборона һыҙығы. Кемдеке икәнен белгән юҡ. Һаман барған булам. Байҡап ебәрһәм – булһа, минән бер етмеш аҙымдай ерҙә генә тағы шәүлә шәйләп ҡалдым. Устарҙы ҡолаҡҡа ҡуйып тыңлайым.
– Туҡ-туҡ! Туҡ-туҡ!
– Ноги озябли! Фәләнем мать! Төгәнем мать! – ти берәү.
Яҡын уҡ килдем тауыш сыҡҡан ергә.
– Техники нету... – тип, икенсеһе рустың бөтә Союзға мәғлүм һүҙен, тәмләп тороп ҡыҫтырып, әллә кемде әллә ҡайҙа оҙатмалы һүҙен өҫтәп, һүгенеп ҡуйҙы.
Һүгенеү һүҙе. Былай ваҡыт булһа, йән көйөр ине. Әле иһә шуның шуныһынан да күңелгә рәхәт булып китте. Әйтерһең, иң изге һүҙҙе ишеттем, йөрәк тигәнең ашҡынып тибә башланы. Шулай итмәй һуң! Кәк ни кәк үҙебеҙҙекеләр яғынан килгән һүҙ бит ул!
“Туҡта, әллә абайлайҙар, әллә юҡ, былар лабырлашҡан арала, оборонаны ошо тирәнән ҡырҡып сығайым да китәйем”, – тип уйлап ҡуйҙым да ул торарҙан, был торарҙан булдым. Шулай ҙа ваҡытында тыйылдым да артабан шыуыштым. Шулай итмәй сара юҡ. “Был – мин. Арыҫланов!” – тип, күренеп кенә ҡара, шылт иткән тауышҡа ла мылтығының тәтеһенә баҫырға ғына торған сасауайҙар ҡарап торор һиңә! Ауыҙыңды асып, тәүге һүҙеңде лә әйтеп өлгөрмәҫһең, өнөңдө тыҡмаҫтар тимә! Шуға күрә, үҙебеҙҙең яҡ, тип тороп булмай, шыуышмаҫ ерҙән шыуышаһың инде. Шулай, шыуыша-шыуыша, бара ятылына. Шыуыша бирәм дә, тирә-яҡты байҡап, усты ҡолаҡҡа ҡуйып, тыңлап алам. Шыуыша бирәм дә, тирә-яҡты байҡап, усты ҡолаҡҡа ҡуйып, тыңлап алам. Шулай шыуыша торғас, ун-ун биш аҙым ерҙән, ер бауырлап ҡына, тағы һөйләшкән тауыш ишетелде. Бәй, башҡортса бит, әй! Ни хаҡында һөйләшәләрҙер, һүҙҙәрен айырмайым. Шулай ҙа үҙ телем шул тиклем яғымлы булып ишетелде. Күңелгә шул тиклем рәхәт булып китте. Шул рәхәтлектән: “Эй, егеттәр! Ата күрмәгеҙ! Мин – шайморатовсы!” – тип ҡысҡырғы килде. Рейдҡа ингәс кенә, дивизиябыҙҙың 16-сы гвардия дивизияһы тип аталыуы хаҡында Верховный командующий Сталиндан фарман килеүен ишеткәйнем. Шуға күрә лә “мин – шайморатовсы!” тигәндән һуң: “Гвардеец Арыҫланов!” – тип тә өҫтәге килде. Кәк ни кәк, Баймаҡ та инде мин! ҡайҙа ул ҡысҡырыу. ҡысҡырыу түгел, өндө лә сығармайым. ”Өндәшмәҫкә! Шым ғына барырға!” – тип, үҙ телемә үҙем приказ биреп, саҡ тыйылып ҡына барам. Шулай, үҙемә үҙем приказ биреп барған ерҙән, үҙем дә һиҙмәҫтән кинәт:
– Кто там? – тип ҡысҡыр ҙа ебәр мин.
– Стой, кто идет?!
– Стой, стрелять будем!
Тегеләр яғында затворҙар шалтыраны.
– Гвардеец Арсланов! Выходящий из окружения, – тим.
– Ложись, убью! –ти береһе.
– Что, вы делаете?!
Шулай тинем дә йүгерҙем дә киттем. Теге тағы ла яман итеп аҡыра:
– Ложись, убью!
– Эй, ты! С ума сошел что ли?!
Шулай тип, йүгереп барып, араларына барып кер ҙә кит тегеләрҙең. Беҙ ҡамауҙа саҡта үҙгәрештәр булған икән. Бөтәһе лә погонлы.
Бына шулай совет ғәскәрҙәре яғына килдем дә сыҡтым. ҡамауҙан ҡотолоуым ине был.

* * *
Шуныһы үкенесле булды. Шул ҡамалыу мәхшәрендә комдивыбыҙ, генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов һәләк булды. Уға яҡын йөрөмәгәс, был фажиғә нисек булған, асығын белмәйем. Мозафар тигән ағай, түшенә һөйләшә торған аппарат тағып, Шайморатов тирәһендә йөрөй торғайны. Шул ағайҙың: “Майор дәрәжәһендәге бер рус кешеһе килгәйне. Шайморатов уға: “Хәҙер үк үҙебеҙҙең яҡҡа сыҡ та, бындағы хәлде хәбәр итеп, кире килерһең”, – тип, бойороҡ биргәйне. Теге майор үҙе лә килмәне, ярҙам йүнләргә тейеш ине, уны ла эшләмәне. Ах, Шайморатов тере ҡалһа, атыр ине ул майор­ҙы!” – тигәне хәтерҙә. Кем белә, ул майор, бәлки, ҡамауҙан сыға алмайынса, һәләк булғандыр. Мәхшәрҙең мәхшәре ине бит.

ҡысҡырып, Исмәғилде тапҡаным

Әрмелә хеҙмәт иткәндәр, ҡаҙан-ҡаҙан һалдат бутҡаһын ашағандар яҡшы белә. Имен саҡта ла һалдат төрлө ауырлыҡтарға дусар ителеп кенә тора. Хатта үлем сигенә еткән саҡтары ла була уның. Ана шундай ваҡыттарҙа ла ул иптәштәре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. “Сам умирай, товарища выручай” – “Үҙең үлһәң – үл, мәгәр иптәшеңде ҡотҡар!” Был һүҙҙәрҙе, иман күндергәндәй итеп, һалдаттың күңеленә һала командирҙар. Имен саҡта ла шулай булғас, яу ҡырында ул иһә алтын ҡағиҙә, алтын ҡанун хоҡуғына эйә була. Миндеғол ағай, һәр хәлдә, ошо ҡағиҙә-ҡанун буйынса эш итер булған.
– Үҙең генә ҡотолоу менәнме ни ул. Иптәштәреңдең тороп ҡалыуы күңелде тырнап тик тора, – тип башланы ул яу юлында үҙе кисергән эпизодтарҙың береһен.
Яңы хәрби часть менән таныша килә, мин тапҡырлап килеп сыҡҡан урынды биләгән взводтың командирына:
– Дай мне автоматчиков. Мин ун биш метр алдан барам. Улар – арттан, – тигән булам. Уйым теге соҡорҙа ҡалған иптәштәрҙе алып сығыу инде. Теге:
– Ну, ну, – тигән була. “Ну-ну”лап торор саҡмы ни инде. ҡыбырларға кәрәк!
– Анауында ун кеше. Бынауында ике кеше кәрәк. Киттек! – тим.
– Юҡ, – ти комвзвод. – Беҙгә ундай приказ бирелмәгән. Үҙең ҡалдырып киткәнһең икән, үҙең тап. Ана, аҫта ҙур ауыл. Унда – беҙҙекеләр. Шунда бар, – ти.
Мин ҡалҡыуҙа ултырам, былар – үҙҙәренең окобында. Погонлылар менән һөйләшеү шулай бара.
– Эй, солдат, – ти бер малай ғына һалдат, – один туда не ходи, шальный бүл (пуля. – Ә. С.) тейеп ҡуйыр, төш бында! – ти. Взвод командиры – ыҡ та мыҡ.
Киттем бер үҙем. Барҙым да ауылға өҫтән ҡарап торам. ҡәҙимге ауыл. Унда-бында эт лаңҡылдай. Мөрйәләрҙән һүрән генә төтөн сыға. Һырт өҫтөнән ҡарап торҙом-торҙом да ҡысҡырҙым да ебәрҙем:
– Әбү-тә-ли-пов!!!
– Ис-мә-ғил!!!
Өҫтән ҡысҡырғас ни, етмәһә, иртәнге тауыш әллә ҡайҙа китә. Ишеткән бит был минең тауышты.
– Әү-ү, мин мында-а, – ти ҡайҙандыр. Анса булмай, ах та ух итеп, килеп тә етте Исмәғил. Тегене быжғыртып алған булдым:
– Аҙманланып, ҡайҙа йөрөйһөң, инәһеҙ малай?! Әллә, өндәшмәй генә, миңә еңгәй йүнләп йөрөйһөңмө?!
– Аҡ халатлы шәүләләр менән атыш­ҡан арала, мин, һине юғалтып, кире төшкән дә киткәнмен, имеш. Саҡ-саҡ немец ҡулына юлыҡманым. Хоҙай араланы.
– Ладна, встать в строй! – тигән булдым, шаяртып. Яуҙа һәр яҡташың үҙ туғаның кеүек була. Ә был, шунан үтеп, райондаш та, ырыуҙаш та, һабаҡташ та, парталаш та… Бәләкәй генә булһа ла, күңелен күрәйем тинем.
Часыбыҙҙа Князев тигән бер ат табибы бар ине. Минең тауышты танып, Исмәғил артынан ул да килеп етте. ҡалғандарҙы тапманыҡ.
Улай-былай булһа, өсөбөҙ – бер таған. Бергә булырбыҙ, бер ауыҙҙан, бер һүҙҙән булырбыҙ, исмаһам, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Шулай итмәй мөмкин түгел. Ни өсөн тигәндә, “окружинец” тип исем тағып та өлгөрҙөләр. Аръяғында ни булырын белеп булмай. Һалдат халҡы “смерч” тип атаған особистар ҡулына эләк кенә! Ата-инәңде танытырҙар, кем, тегеләй.
Шуныһы аңлашылмай. Беҙ, немецтың тылына бәреп инеп, аттарыбыҙҙан яҙып, боеприпасһыҙ, ризыҡһыҙ ҡалып, тәндән йән сығып, командование ҡуйған боевой бурысты үтәргә тырышып ятабыҙ, ә бында яҡын ғына ерҙә полный боекомплект, тамағы туҡ һалдаттар! Ниңә ярҙам ойоштормағандар? Ярҙам булһа, һис юғалтыу­һыҙ сығылына ине ҡамауҙан. Яратҡан генералыбыҙ Шайморатов та, башҡалар ҙа имен ҡала ине. Үәт, әй!

Украин малайының шайморатовсы башҡорттарҙы ҡотҡарғаны

(Шайморатовсы, гвардия старшинаһы Сәхиулла еҙнәм Зәйнуллин ауыҙынан ишеткәндәремдән)
Миндеғол ағайҙың дошман ҡамауынан нисек сығыуын тасуирлауы тағы бер шайморатовсының күңелемдә йөрөгән хәтирәһен уятты. Дөрөҫөн әйткәндә, үткән быуаттың 80-се йылдарынаса уның да шайморатовсы булыуы хаҡында белмәй инем әле. Ә ул миңә алты йәшемдән алып таныш ине.
Уны тәүгә күргәндә, марттың аҙаҡтары инеме, әллә апрель башы инеме. Асығын ғына хәҙер әйтә алмайым. Мәгәр шуныһы иҫтә: көн салт аяҙ ине. Тәҙрәнән ҡар өҫтөнә ҡараһаң, күҙ сағыла. Тышта йөрөп инһәң, күҙ тышта ҡала ла, өй эсе ҡараңғыланғандай тойола. ҡояш нурында үҙе лә нур сәсә-сәсә, ҡыйыҡтан тамсы тама. Шундай мәлдә беҙгә ике кеше килеп инде. Яҙ ҡояшы кеүек балҡып, алдан килеп ингәнен яҡшы уҡ беләм. Уныһы әсәйемдең күрше Байназар ауылында йәшәгән ике туған Хәҙисә тигән һеңлеһе ине. Икенсеһенә, оҙон шинель кейгәненә, әсәйем:
– Имен-һау ҡайтып еттеңме, Сәхиулла кейәү?! – тип, күреште.
– Аллаға шөкөр әле, ҡайынбикә, бала-сағам менән һеңлеңдең бәхетенән имен-аман ҡайтып төштөм әле! – тине шинелле.
(Дауамы. Башы 33-сө һанда).

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»