НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды

Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды


Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы баш ҡалабыҙҙа киң билдәләнде
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды9 майҙа Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы, ауыл-ҡасабаһы Еңеү көнөн байрам итте. Тантаналар республиканың баш ҡалаһы урамдарында, парктарында ла барҙы. Өфөнөң Еңеү паркында был көндө айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө. Байрам иртәһенең салт аяҙ тороуы май ҡояшының, гүйә, Еңеү һалдаттарын тәбрикләүе ине. Һәр ерҙә дәртле көйҙәр яңғырай, оркестр һуғыш йылдары көйҙәрен уйнай. Ваҡыт аяуһыҙ – халыҡ ағымы араһында түштәрен тултырып орден-миҙалдар тағып атлаған ветерандар сафы һирәгәйә төшкән инде. Улар был көндө ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылаған ветерандарҙы иң бәхетлеләр рәтенә индерергә булалыр.
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыТөньяҡ-Көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәүкәт Закир улы Фәтҡуллин менән һөйләшәбеҙ.
– 9 майҙы мин Берлинда ҡаршы алдым, – тип һөйләй кисәге яугир. – Көн бөгөнгө кеүек ҡояшлы, аяҙ ине. Беҙ аэродромда дежурҙа торҙоҡ, механик булараҡ, самолеттарҙы хеҙмәтләндерҙем. Берлинға тиклем килеп еткәс, Еңеү беҙҙең яҡта булыры билдәле ине инде. Ҡалала атыу тауыштары тынырға ла уйламаны. Һуғыштың рәсми рәүештә ҡасан тамамланырын түҙемһеҙлек менән көттөк. Еңеү – ғүмеремдәге иң оҙаҡ көттөргән оло байрамдарҙың береһе. Был байрамды күрә алмай, яуҙа башын һалған тиҫтерҙәрем генә йәл...
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыМуса Насибулла улы Йосопов Еңеүҙе Грузияла госпиталдә ҡаршы алған.1943 йылда һуғышҡа алынған яугирға Курск дуғаһынан алып Украина, Болгария, Югославия, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнашырға тура килә. «Ошо көндәрҙе күрә алыуым менән бәхетлемен», – ти тере яуҙың оло шаһиты.
Башҡортостандан 700 меңдән ашыу яугир, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтеп, төрлө фронттарҙа һуғыша. Үҙенең ғәзиз Ватанын ғына түгел, бөтөн кешелекте ҡотҡарған халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы баһалап бөткөһөҙ.
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыБөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотларға, һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр һалыу өсөн Еңеү паркына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре килгәйне. Улар Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) һәйкәленә – яуҙа ятып ҡалғандарға, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың, Таһир Күсимовтың бюстарына сәскәләр һалды.
«Реквием» яңғырай. Тантана ҡыуанысынан бигерәк, уйсан йөҙҙәрҙә күҙ йәштәренә лә ирек бирелә. Үткәндәргә ҡайтыу, күңел хәтирәләре генә түгел, шатлыҡ йәштәрелер был.
Еңеү рухын үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән тамашаларҙа, балаларҙың рәсемдәр, 109-сы мәктәп уҡыусыларының һуғышта булған олатай-өләсәйҙәренең исемдәрен туҡыма киҫәктәренә сигеп, уларҙан ойошторолған күргәҙмәһендә лә күрергә була ине. Ветерандар ялан ашханаһында һалдат бутҡаһы менән дә һыйланды, шанлы йылдар ауазын хәтерләткән таныш көйҙәргә бейеп, күңел асып, йәшлектәрен хәтергә төшөрҙө.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ, Ф. АБДУЛЛИН фотолары.

Сығыу ваҡыты 10-05-2011, 11:09 | Ҡаранылар: 2102
|
  • Шанлы яу юлдары буйлап
  • Ҡаһарманлыҡ мәңге хәтерҙә
  • Украиндар башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын онотмай
  • Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай
  • Еңеү тантанаһы – район-ҡалаларҙа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM