RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.05.2011 Ҡамауҙа

Әсәйем, өтәләнеп йөрөп, самауыр ҡуйып ебәр­ҙе. ҡунаҡмын тип тик ултырманы, Хәҙисә апайым, тиҙ генә ҡулын йыуа һалып, уға булыша башланы. Минең иһә үҙ ғәмем.
Тәүҙә шуныһын әйтеп үтәйем. Һуғыш бөтөп, һалдаттар ҡайта башлағайны – бермә-бер еҙнәле малайҙар күбәйҙе. Бәхет шул булалыр инде: уларҙың бәғзеләре атайлы ла ине. Ә минең кеүектәрҙең атаһы ла, еҙнәһе лә юҡ. Тегеләр еҙнәләренән аҡса ала ла: “Бына миңә еҙнәм аҡса бирҙе!” – тип маҡтана. Маҡтанып ҡына ҡалмайҙар, магазиндан шул аҡсаларына өс-дүрт бөртөк кәнфит алалар ҙа (һатыусы шунан артығын бирмәй торғайны) юрый, бының күҙен ҡыҙҙырайым әле, тигәндәй, шуны һинең алдыңда супылдатып имәләр. Әле беҙҙең өйөбөҙгә ингән һалдатты әсәйемдең, кейәү, тип күрешеүе булды – эскә йылы йүгергәндәй итте. Һәм мин шунда уҡ: “Әһә, әсәйемә кейәү булғас, был кеше миңә еҙнә була бит инде. Еҙнә булғас, унан аҡса һорарға була”, – тип, уй төйнәй һалып ҡуйҙым (ошо уйыма бер асыҡлыҡ индереп китәйем. Башҡа яҡтарҙың еҙнәләре ҡәйнештәренә бәке бирә, беҙҙең яҡтыҡылар – аҡса). Ул арала Сәхиулла еҙнәм оҙон салғыйлы шинелен сисеп өлгөрҙө. Һәм… көн сыуағына былай ҙа нурға ҡойонған өйөбөҙҙөң эсе тағы ла нығыраҡ яҡтырып киткәндәй булды. Ни өсөн тигәндә, еҙнәм ҡыбырлаған һайын, түшен ҡаплап торған орден, миҙалдары тәҙрәнән төшкән ҡояш нурында ялт-йолт итә башланы. Шуларҙы күреү менән, үҙемде, һуғыштан ҡайтҡан аталарының, ағайҙарының миҙалдарын тағып алған малайҙар һымаҡ, түшемде ялтыратып йөрөгән хәлдә күҙ алдына килтерә һалдым да тәүҙә төйнәгән уйыма шунда уҡ төҙәтмә индереп өлгөрҙөм. Был төҙәтмәм башымда оҙаҡ торманы. Ауыҙымды асҡайным ғына: “Еҙнә, бер миҙалыңды миңә бир әле”, – тигән үтенес булып, телемдән сығып та осто.
– Бирәм, ҡәйнеш! Тик һинән бер ярты, – тип, мине күтәреп алып, өҫтәлгә баҫтырҙы ла. – Эй, әле бәләкәс кенә икәнһең. Ярар, бер эшкәлниккә лә бирәм, – тине. Мин ул һораған “ярты”, “эшкәлник” тигән нәмәләр хаҡында ишеткәнем дә, миҙалға торошло ундай хазинаны күргәнем дә юҡ ине. Булмағас, булманы. Тәүге уйымды ғәмәлгә ашырырға ла, шуның менән булһа ла, хушһынырға ниәтләнем.
– Һин һораған нәмәләр миндә юҡ шул, еҙнә. Аҡса бир ҙә ҡуй, – тигәйнем – алдан әҙерләп килгән, моғайын, шаптырлатып, кеҫәһенән тинлектәр алды ла минең усыма йомдорҙо. Әммә уға хаҡ һорап торманы (“хаҡ”, тигән булам, ул ваҡытта бүләккә бүләк биреү йолаһы барын, уны “бүләктең һибәһе” тип әйтеүҙәрен миңә белеү ҡайҙа).
Йылдар үткәс, Сәхиулла еҙнәм ил муллаһы булып танылғас, үҙем ир уртаһы тигән дәүеремде кисерә башлап, “ярты” менән “эшкәлник”тең нимә икәнен, хатта уларҙы ҡулланһаң, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй,
ҡайғылының ҡайғыларын тарата,
Һөйкөмһөҙгә һөйкөмлөрәк ҡарата;
…Аҡыллының аң һарайын емертә,
Тилеләрҙе торған һайын тилертә
икәнен күҙәтеп тә, “үҙ тәжрибәмдә” лә белеүгә күптән өлгәшкәс, уның да Шайморатов дивизияһында яу юлын үтеүен ишеткәйнем.
Нәҡ шул дәүеремде кисергән мәлдәрәк Байназарҙан ҡайтып барһам, шул ауылдың Истамкиндар яғындағы зыярат янында, аҡ күлдәгенең итәктәрен ялпылдатып, берәүҙең, ҡолас ташлап бесән сабып йөрөүен күреп ҡалдым. Тапҡырына еткәс таный ҡуйҙым: бәй, ошо ауылда йәшәгән Сәхиулла еҙнәм дә баһа.
– Әссәләмәғәләйкүм! Шайморатовсы гвардеец еҙнәмә боевой сәләм!
– Вәғәләйкүм әссәләм, танкист ҡәйнеш, туркестанец!
– Сабып буламы?
– Була-а. Өйҙә ятһаң, ҡан ойошоп китер тип, тәнде яҙырлыҡ ҡына һелтәштереп йөрөлә.
– Аҙыраҡ тын яңыртып ал. ҡана, мин дә һелтәштереп ҡарайым әле, – тип, салғыһын алып яныным да яңы бакуй башланым. Улы ат менгәндә, инәһе ботон ҡыҫҡан, тигән кеүек, Сәхиулла еҙнәм, ҡулын йәйеберәк, янтая биреп, ҡарап торҙо ла:
– Шыпа онотмаған икәнһең әле, ҡәйнеш, ҡалала йәшәһәң дә, – тигән булды.
– Ә кәкже! Кемдең ҡәйнеше – шуның ҡәйнеше! – тигән булып, еҙнәмдең һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙым. Шул уҡ ваҡытта уның да һүҙе шундай уҡ мәғәнәгә эйә икәненә төшөндөм дә бер бакуй менән генә сикләнмәҫкә булдым…
– Йә, ярар, ҡәйнеш, рәхмәт! Аяҡ-ҡулың имгәк­һеҙ булһын! Ултыр. Ял ит, – тип, еҙнәм үҙе янынан урын күрһәткәс кенә туҡтаным.
Аҫтыбыҙға үлән түшәп, юл ситендәге канауға аяҡтарҙы һалындырып ултырып, ул-был хаҡында һөйләшә торғас, яйы сығыу менән:
– Еҙнә, теге мәлдә Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеүеңде әйтә биреп ҡуйғайның, башыңдан үткән ваҡиғаларҙан иң ныҡ хәтерҙә ҡалғанын һөйлә әле, – ти һалдым. Әле генә теле телгә йоҡмаған Сәхиулла еҙнәм, ҡараштарын арғы яҡтағы ҡурыуҙыға, үҙебеҙҙең ырыуыбыҙ ҡарағай-ҡыпсаҡтың изге тауына, төбәп, өнһөҙ ҡалды. Тәмәке янсығын тартып сығарырға теләгәндәй, салбар кеҫәһен һәрмәп ҡуйҙы. Шунан:
– Үәт, ғәҙәт! – тип ҡулын һелтәне лә, тамағын ҡыра биреп, былай тип һөйләп алып китте. – Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны, тиһең инде? Иң ныҡ хәтер­ҙә ҡалғаны, ҡәйнеш, ҡамауҙан сығыу ваҡиғаһы булды. Мин полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбировтың старшинаһы инем. Һуңғы патрондар­ҙы, гранаталарҙы имен ҡалған һалдаттарыбыҙға, ғәҙел генә итеп, үҙем өләшеп бирҙем.
– ҡайҙа барһаң да, бер үлем. Тәүәккәлләйек, егеттәр! Бәлки, йырып сығырбыҙ ҡамауҙан.
– Бала-сағабыҙ, әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ бәхетенән!
– Һөйгәндәребеҙ хаҡына!
– За Родину! За Сталина! Вперед!
Бына шулай, үҙебеҙҙе яҡындарыбыҙға үҙебеҙ бағышлап, үҙебеҙгә үҙебеҙ приказ биреп, ҡамауҙан сыҡмаҡ булдыҡ. ҡар тәрән. Алда ҡалҡытып һалынған шоссейка. Немец, беҙҙең ҡайҙан үтерҙе белгән кеүек, ике яҡлап ике нөктәнән ҡайсылаған кеүек иттереп, киҫештереп, пулеметтан һиптереп тик ята. Бәлки, был урынды юрый алдан билдәләп, перестрелка эшләп, ҡапҡан итеп әҙерләгәндәрҙер.
Юлдың был яҡ ситенә шыуышып барып еттек етеүгә. Тегеләр баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй бит. Былай ятып булмай. Йә немец мина һелтәй башлар, йә ни.
– Бүтәнсә әмәл юҡ, егеттәр! Нишләһәк тә, ошонан аша сығырға тура килә. Кем булһа ла иҫән ҡалыр бит…
– Бында – үлем. Теге яҡта – йәшәү. Кемдәребеҙҙер бүтәндәребеҙҙең йәшәүе өсөн ошонда башын һаласаҡ. Бер-беребеҙгә иман теләп, бәхилләшәйек!
Шулайтып, бәхилләштек тә, кем нисек, юлға ташландыҡ. Бер нисә егетебеҙ, утҡа – ут, тип, тегеләргә ҡаршы атышып ҡалды. Әле булһа күҙ алдымда… Әллә күпме егетебеҙ шул ҡәһәрле юлда түшәлеп ятып ҡалды… Уларҙың асырғанып ҡысҡырғаны, ыңғырашҡаны һаман ҡолаҡ төбөндә…
Сәхиулла еҙнәм, мулла булыуын да, тартыу менән күптән бәхилләшеүен дә онотоп, был юлы, янсыҡ эҙләп, салбарының кеҫәһенә үк тығылды… Шунан:
– Ай, әттәгенәһе! Ғәҙәт, ҡәйнеш! – тигән булып, ҡулын һелтәне лә йоҙроғо менән йәшле күҙҙәрен һөртөп алды…
Мин һүҙ ҡатырға ла ҡыймай, тын ҡалдым. Бер аҙ шулай ултырғандан һуң Сәхиулла еҙнәм яңынан телгә килде.
– Шулай иттереп, юлды аша сыҡҡандың һуңында, булған ғынабыҙ ары киттек. Шунда ҡайҙандыр бер хохол малайы килеп юлыҡты. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. ҡәйнеш, буквально шулай булды. Беҙ меҫкендәрҙең бәхетенән Аллаһы Тәғәлә юлыбыҙға уны үҙе үк сығарып ҡуйған. Быға минең иманым камил. Теге ни ти:
– Дяденьки, минең арттан барһағыҙ, һеҙҙе ҡыҙылдар яғына алып сығам, – ти. Үҙ-ара кәңәш иттек тә, батып барғанда, һаламға булһа ла йәбеш, тигән кеүек:
– Попробуй, паренек! Буш итмәбеҙ, – тип, яҙмышты итек башындай ошо малайға тапшырмаҡ булдыҡ.
ҡалҡыулыҡтың ҡар йоҡараҡ яғынан алып китте бит был беҙҙе. Беҙгә, ас, етмәһә, күптәребеҙ яралы кешеләргә, көс-ҡеүәт ингәндәй булды. Үҙең белмәгән ни эш бар, ҡәйнеш, ҡайҙа барам тиһәң дә, ана, күрәһең бит, беҙҙә шулай бит инде: өйҙән сығаһың да тауға үреләһең. Шуға ла, тау тәбиғәтен бала саҡтан белеп бөткән Урал кешеһе булараҡ, эстән генә: “Ыһ-һы, эштең рәтен белгәнгә оҡшай бит был суҡынған!” – тип ҡуйҙым. Барабыҙ ҙа барабыҙ. Атыу тауыштары ла әллә ҡайҙа аҙашып ҡалғандай булды. Ул арала һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ тауыштары ишетелә башланы:
– Белгән-итмәгән малай артынан барабыҙ ҙа барабыҙ. Сколько можно?! Бәлки, ул беҙҙе немецҡа тотторорға уйлайҙыр…
– Ысынлап та. Анауы тиклем тамуҡ утынан ҡотолған башты, бер маңҡаға ышанып, һәләк итеүебеҙ бар бит, иптәштәр.
Малай әйтә:
– Түҙегеҙ, ағайҡайҙарым. Һеҙ мине, һатлыҡ йән, тип, теләгән ваҡытта ата алаһығыҙ. Мин әйтте, тиерһегеҙ: бына-бына беҙҙе ҡыҙылдар ҡаршылаясаҡ.
Алып сыҡты бит тәки. Шул саҡта һалдаттар­ҙың ҡыуанғанын күрһәң, ҡәйнеш! Кеме илай, кеме, ҡосаҡлашып, көлә, кеме нишләй.
Шулай тине лә ҡарт шайморатовсы тағы күҙен һөртөп алды һәм, йылмая биреп, һүҙен шулай тип ослап ҡуйҙы:
– Ә теге малайҙы өҙмәк тә йолҡмаҡ иттек. Үҙен сөйҙөк. Һыртынан һөйҙөк. Кемелер, үҙенең түшенән ала килеп, малайҙың түшенә бер миҙалын таҡты. Шунан аҙаҡ ни булғанын күрһәң ине… ҡотҡарыусыбыҙҙың алама ғына көпөһө алдан да, арттан да тәңкәле бишмәтеңдән былайыраҡ булды ла ҡуйҙы. Шулай булмай һуң, бөтәбеҙ ҙә йә миҙалын, йә орденын таҡты бит уға... Хәйерһеҙ, ҡамауҙан сығыу ҡыуанысынан үҙебеҙҙең ҡотҡарыусыбыҙҙың адресын да, исем-атын да яҙып алырға беребеҙҙең дә башына инмәгән. Хәҙер булһын бына шуныһы үкендерә. Атыу ни уны берәй орденға тәҡдим итергә булыр ине. Герой исемен бирһәң дә, таман ине. Бына нисек тере ҡалдыҡ беҙ, ҡәйнеш.
Сәхиулла еҙнәм (ауыр тупрағы еңел, гүре нурлы, йәне йәннәттә булһын!) дөрөҫ әйтә. Беҙ әҙәм балалары кәрәк нәмәне, әллә хәтергә ышанып, әллә ғәмһеҙлектән, мәлендә аҡ ҡағыҙға теркәй һалып бармайбыҙ шул. Хәйер, теркәлгәнен дә башҡаларға ваҡытында еткерә һалмайбыҙ. Йәнәһе, ҡул теймәй, мәшәҡәт күп, уныһы, быныһы. Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел. Сәхиулла еҙнәм һөйләгәнде мин үҙем блокнотыма теркәштереп барғайным. Тик үҙе иҫән саҡта уның хәтирәһен ташҡа баҫтырырға форсат теймәне… Бына, йылдар үткәс кенә, Миндеғол ағайҙың хәтирәһе ул яҙманы хәтерләргә мәжбүр итте. Һуң булһа ла, уң булһын! Бәлки, ейәндәре, бүләләре уҡыр был юлдарҙы. Быныһы – бер булһа, йәнә килеп шул: уны уҡыған кеше үҙе үк Миндеғол ағай һөйләгәндәрҙе тулыландырғандай булыр.

Башҡорт малайҙарының шайморатовсыларҙың данын мәңгеләштерешеүсе украиндарҙы ҡотҡарғаны

Ғәҙәттә, шулай була бит ул. Һин алдан уй төйнәп ҡуймаһаң да, бер уй икенсеһен уята, бер хәтирә – икенсеһенә, уныһы өсөнсөһөнә олғаша һәм китте, барҙы… Уйҙың, хәтирәнең алдына сығырмын тимә, юлын быуырмын тимә… Әле минең менән нәҡ шулай булды. Дошман ҡамауынан ыҙалыҡ менән сығыуы хаҡында Миндеғол ағайҙан ишеткәнем Сәхиулла еҙнәмдең хәтирәһенә тоташҡайны, әле бына уның яу хәтирәләрен “тергеҙеп” ултырғанда, башҡорттарҙы үлемдән ҡотҡарыусы украин малайы хаҡында үкенес менән: “Адресын да, исем-атын да яҙып алырға беребеҙҙең бер башына инмәгән”, – тигәне яңынан ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй булды ла бынан егерме йыллап элек ишеткән йәнә бер хәтирәне хәтергә төшөрөргә мәжбүр итте. Уны ауылдашым Сабир ағай Йәғәфәров ауыҙынан ишеткәйнем. Әйткәндәй, ул ишеткәнем дә шайморатовсыларға мөнәсәбәтле булып сыҡты.
“Хәтереңдәлер, – тип башланы Сабир Сафуан улы үҙенең хәтирәһен. – 1982 йылдың йәйендә, ямғыр мул яуыу һөҙөмтәһендә, Ағиҙел ныҡ ташты. Аръяҡ менән бирьяҡты тоташтырып торған баҫмабыҙҙың ике яҡ ситендәге быуындары күпсене лә ағып та китте. Бейегерәк тәкәләргә һалынған урталағылары ғына тороп ҡалды. Йәй уртаһы булғас ни, һыу йылы. Ауыл малайҙары, һыуға үрҙәнерәк төшөп, йөҙөп барып, шул баҫма өҙөтөнә менәләр ҙә, киножурналдарҙан күргән спортсыларҙың трамплиндан һикергәненә оҡшатырға тырышып, һыуға ырғыйҙар. Теге көндө лә улар шул шөғөлдәре менән мәж килә ине, шул ваҡыт үрҙә бер байдарка пәйҙә булды. Уға берәү ҙә аптыраманы. Йәй булһа, шул инде. Иртәнән кискә тиклем Иҙелдән яңғыҙарлап та, төркөм-төркөм булып та, байдаркаһы ла, резина кәмәһе лә ағып тора. Аяҙ көндәрҙә уларҙағы кешеләр ярым яланғас була. Шуға ла беҙҙә улар­ҙы яланғастар тип кенә беләләр. Әле лә яңғыҙ байдарка күренеүе булды, кемдер:
– Яланғастар килә, яланғастар! – тип һөрән һалды.
– Бынауы таш­ҡында ҡурҡмау­ҙарын әйт! – тип ҡуйҙы кемдер.
– Ай, әттәһе! Иҙелдең арғы хутынан ғына китһә, ни була инде был, – тине кемдер тәрән борсолоу менән. Ағын шәп булғас, ысынлап та, ишкәксе егет кәмәһен ситкәрәк бороп өлгөрмәй ҡалды. Баҫма аҫтына килеп тә инде – уның һыуға тейә яҙып торған бүрәнәһенә төкөп, байдаркаһы түңкәрелде лә ҡуйҙы. Яланғастар ирле-ҡатынлы булғандар икән. Сумған ерҙәренән баштары күренеү менән:
– Сережа!
– Сергей! – тип, үҙәк өҙгөс итеп, ҡысҡыра-ҡысҡыра икәүләшеп, түңкәрелгән кәмә тирәләй сәбәләнә-сәбәләнә, ағып китеп баралар. Шул саҡ баҫмалағы малайҙар һыуға һикерҙеләр ҙә күмәкләшеп байдарканы кире әйләндерҙеләр. Мөғжизә булдымы ни! Сережалары кәмә төбөндә бәйле ултырған. Байдарка түңкәрелгәндә, унда һауа мендәре хасил булған да малайға тонсоғорға бирмәгән. Теге икәү инде ҡыуаныстарынан илаша-илаша ҡысҡыра:
– Сережа! Сергей, родной!
– Спасибо, ребята! Спасибо, ребята!
Ә ул ауыл “ребяталар”ы, беҙҙән эш ҡалманы, тип торманы, кәмәне ярға ҡарай этәрә-этәрә, йөҙә башланы. Шулай итеп, минең йорт тәңгәлендә уны ҡороға һөйрәп сығарҙылар. Малайҙар үҙ юлдары менән китте. Мин тегеләр­ҙе алып ҡайтып, ҡоро кейем биреп, эҫе сәй, уға өҫтәп мәйен дә эсереп йылындырып, мунса яғып төшөрөп, ял иттереп, әҙәм итеп алдым. Балта, тағы бүтән кәрәк-яраҡтары һыу төбөнә киткән ине. Балта ла бирҙем, аҙыҡ та бирҙем, башҡа кәрәк-ярағын да...
Улар менән һөйләшеп ултырғанда, шул асыҡланды. Ирекәй һөнәре буйынса инженер булып сыҡты. Иң мөһиме, шайморатовсыларға арнап, Чернигов ҡалаһында асылған музейҙы ойоштор­ған кеше булған ул. Бына бит хәтерһеҙлек нишләтә: ни адресын, ни ҡайҙа эшләүен, ни исем-атын яҙып алып ҡалынмаған.
Сабир ағай шулай үкенес белдерҙе. Төшөнгәнһегеҙҙер, Сәхиулла еҙнәмдең дә, Сабир ағайҙың да үкенестәре ҡайһылай ҙа оҡшаш. Теге мәлдә украин малайының башҡорт атлыларын үлемдән ҡотҡарыуы менән беҙҙең көндәрҙә башҡорт малайҙарының украин балаһын үлемдән ҡотҡарыуы араһындағы оҡшашлыҡҡа ни тиерһең. Оҡшашлыҡ ҡына түгел был. Тамырҙары ғәләмәт тәрән ятҡан туғанлыҡ, кешелеклелек, ихласлыҡ, инсафлыҡ кеүек бөйөк төшөнсәләрҙең күсәгилешлек билдәһе улар. Ә ҡамауҙан сыҡҡан Миндеғол ағай менән уның юлдаштарын украин ҡатындарының көнбағыш менән һыйлауы, немецтан азат ителгән украин ауылдары халҡының башҡорт кавалеристарына алма таратыуы иһә әле әйтелгәнгә иш янына ҡуш ҡына…
Ошо урында миңә, остазым Жәлил Кейекбаевтан күрмәксе, һүҙҙе бары: “Әт, нисек була ул!” – тип тамамларға ғына ҡала.
(Аҙағы. Башы 33, 34-се һандарҙа).
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»