НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Еңеү тантанаһы – район-ҡалаларҙа

Еңеү тантанаһы – район-ҡалаларҙа


Еңеү яҙын 200-ҙән ашыу ветеран ҡаршыланы
Мәләүез районында 66-сы Еңеү яҙын 200-ҙән ашыу ветеран ҡаршылай.
Уларҙың иң йәше инде 84-те үткән. Шуға күрә быйыл районда һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғышта һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән йорттарында осрашыуҙар ойоштороуға ҙур иғтибар бирелде. Медицина хеҙмәткәрҙәре һуғыш ветерандары һәм инвалидтарына комплекслы медицина күҙәтеүе үткәрҙе, «Тимур командалары» ветерандарҙың йорт-ихаталарын тәртипкә килтерҙе, киң мәғлүмәт саралары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарына арналған материалдар, телетапшырыуҙар әҙерләне. Белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтте. 9 майҙа иһә Мәләүез ҡалаһында Ватанды һаҡлап һәләк булыусыларға арналған мемориал янында театрлаштырылған тамаша һәм байрам концерты үтте.

Һәр ерҙә – байрам рухы

Әбйәлил районында ла Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығына арналған тантаналар һәм митингылар дәррәү ойошторолдо.
Байрам алдынан Әбйәлил муниципаль райо­ны хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашты. Еңеү көнөндә иһә район үҙәге Асҡарҙа ветерандар Хәтер мемориалына сәскәләр һалды. Һуңынан үҙәк майҙанда Еңеү парады үтте. Унда уҡыусылар, 93-сө һөнәрселек училищеһы курсанттары, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, санинструкторҙар, спортсылар ҡатнашты. Байрам программаһына спорт ярыштары ла, марафон да инде.
Тантананы байрам концерты менән йәштәр дискотекаһы йомғаҡланы.
Ветерандарға иғтибар кәмемәй
Йылайыр районынан фронтҡа 7585 һалдат китә, шуларҙың 3908-е яу ҡырында ятып ҡала.
Был төбәктә тыуып үҫеүсе һигеҙ кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Бөгөнгө йылайырҙар Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереүсе ветерандар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Үкенескә күрә, быйылғы 9 Майҙы элекке яугир­ҙарҙың тик 26-һы ғына ҡаршыланы. Бай­рам концерты, тантаналы митинг иң тәү сиратта уларға бағышланды. Был байрам тағы шуныһы менән әһәмиәтле булды: Йылайыр ауылы ситендә фронтҡа китеүселәр менән хушлашҡан иҫтәлекле урын бар, шунда урындағы станица казактары ойошмаһы көсө менән православие тәреһе ҡуйылды.


Береһе лә күстәнәсһеҙ ҡалманы

Салауат ҡалаһында Бөйөк Еңеүгә арналған байрам тантаналары милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән бульварҙа үтте.
Майҙанда иртәнсәктән алып яңғырап торған тынлы оркестр башҡарыуындағы көйҙәр һәр йөрәккә көр кәйеф өҫтәне. Байрамды ойоштороусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһен дә күстәнәсһеҙ ҡалдырманы. Алдан уҡ һәр ветеран ҡотлау сәләмдәре алып һөйөндө. Тантанала уңайлы шарттар булдырыу ниәтендә һәр ветеран алдына мобиль трибуна ҡуйылғайны. Ғәрәсәтле йылдар кисергән ололар өсөн ялан кухняһы ла ойошторолғайны. Иртән үк ҡала урамдары буйлап хәрби техника колоннаһы үтте. Ҡала халҡы һәр ветеранды ихлас сәләмләргә ынтылды.
Кискә ҡарай байрам саралары В. Ленин исемендәге майҙанда дауам итте.

Мемориал йәрмәкәйҙәрҙең ҡаһарманлығына арналасаҡ

Йәрмәкәй районының Еңеү паркында ла тантаналы митинг үтте. Сара сиктәрендә хәрби интернационалистарға һәм локаль конфликт­тарҙа ҡатнашыусыларға арналған Мемо­риалға тәүге нигеҙ ташы һалынды, ағастар ултыртылды.
Байрам ҡунаҡтарына «Еңеү шатлығы» тип исемләнгән театрлаштырылған вокаль-хореография композиция тәҡдим ителде. Йылдағыса, район үҙәгендә иң яҡшы пионер дружинаһы тип табылыусы коллектив Васильевка ауылында ерләнгән Советтар Союзы Геройы Н. Степановтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Байрамда ҡатнашыусылар Тыуған ил өсөн һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан ветерандар өсөн концерт күрһәтелде, байрам өҫтәле ойошторолдо.
Бөйөк Ватан һуғышында Йәрмәкәй районынан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың дүрт меңдән ашыуы яу яландарында ятып ҡалған. Ата-бабаларҙың ҡаһарманлығы унан һуң килгән быуын өсөн дә хас. Йәрмәкәйҙәр Афғанстан, Чечен Республикаларындағы хәрби бәрелештәрҙә, Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияларҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

Барыһы ла еңеүселәр иҫтәлегенә

Еңеү көнө алдынан Шығай ауылында 21-се район еңел атлетика эстафетаһы үтте.
17 команданы туплаған спорт сараһы Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә бағышланды.
Тәүҙә ярышта ҡатнашыусылар сафтарҙа атлап үтте, артабан улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға ҡуйылған обелискыға, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған стелаға сәскәләр һалды. Уҙыш һөҙөмтәләре буйынса Сермән мәктәбе командаһы еңеү яуланы. Үҙән, Ҡаһарман мәктәптәре уҡыусылары ла һынатманы. Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, Инйәрҙәге 3-сө мәктәп, Үрге Әүжән мәктәбе лә еңеүселәр рәтендә.
Дөйөм алғанда, һәр төбәктә ветерандар менән осрашыуҙар ойошторолдо, патриотик рух тәрбиәләү буйынса бихисап сара үтте. Был көндәрҙә «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолманы» тигән әйтем йыш ҡабатланды һәм оҙаҡ йылдар ул шулай булып ҡалыр ҙа.


Р. НУРИСЛАМОВА, С. ЛОТФУЛЛИНА, А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 10-05-2011, 09:50 | Ҡаранылар: 1660
|
  • Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп
  • Ҡаһарманлыҡ мәңге хәтерҙә
  • Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай
  • ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ
  • Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM