НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҙмыштарында – ил тарихы

Яҙмыштарында – ил тарихы


Яҙмыштарында – ил  тарихы Май – яҙҙың көҙ менән осраш­ҡан ваҡыты ғына түгел, һуғышты тыныслыҡ еңгән мәл. Бөйөк Еңеү көнө лә фәҡәт кешеләрҙең матур, тыныс тормошҡа булған өмөттәрен тормошҡа ашырыу ваҡыты һымаҡ. Шуғалыр ҙа олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ айы тип ҡабул ителә.
Ике олатайым да – яугир. Береһе һуғыштан еңеүсе булып ҡайтҡан. Ул – Динислам Абдрахман улы Хөснит­динов. Әммә оҙаҡ йәшәй алмаған. Икенсе олатайым – Харис Ситдиҡ улы Ситдиҡов Воронеж фронтында хәбәр­һеҙ юғалған. Хәҙисә өләсәйем уны, иҫән булһа, ҡайтыр, тип көтөп-көтөп, мәрхүмә булып киткән. Яугир олатайым тураһында мәғлүмәт эҙләп, төрлө архивтарға хаттар ебәрҙем, бик алыҫтарға шылтыратып белештем. Архивта эшләүселәр йылы һөйләште, кәңәштәрен бирҙе. Эшемде райондың хәрби комиссариатынан башлағайным, ай эсендә олатайымды таптым! Германияға, Алыҫ Саксония еренә ҡыуып алып киткәндәр ҙә һаҙмыт ергә алып барып ташлағандар. Тот­ҡон һалдаттар йәшәү урыны итеп, үҙҙәренә ер өң ҡаҙып әтмәләп алған. Яраларҙан, ауыр эштән, йоғошло ауырыу­ҙарҙан көнөнә 250 – 300 кеше һәләк булған. Иҫән ҡалғандарынан мәйеттәр­ҙе бер соҡорға күмдергәндәр.
Олатайым да 1942 йылдың ноябрендә һәләк булған... Ола­та­йымды ла, өләсәйемде лә күрмәһәм дә, үҙем эҙләгән ҡағыҙҙы тапҡас, бик ауыр кисерҙем был фажиғәле ваҡиғаларҙы...
Ҡайһы бер архивтарға хатымды конвертҡа һалып, боронғоса ебәрергә тура килде.
Яуҙан иҫән ҡайтҡан олатайҙарҙың береһе – Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Хәлфетдин Мыр­ҙағәле улы Ишморатов. Ун һигеҙ йәшенән фронтҡа алынып, тыуған төйәгенә гвардия старшинаһы званиеһында еңеүсе булып ҡайтҡан яугир ауылдаштары күңелендә ябай, ихлас, эшһөйәр, туғандары, ерҙәштәре өсөн йән атып тороусы булараҡ һаҡлана. Заһира Солтан ҡыҙы менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр ҡай­һыһына белем, тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, һуғыш яраларынан баҡый донъяға иртә күскән. Ҡаһарман ха­ҡында хәтирәләрҙе 22 майҙа, йәкшәмбелә, 10 сәғәт 10 минутта “Яҙмыш­тарҙа – ил тарихы” тапшырыуында тыңларға мөмкин, ҡабатлау – 20 сәғәт 10 минутта. Яугир тураһында “95-я гвардейская” тигән китапта ла яҙылған.
Тапшырыуҙарымдағы герой­ҙарым тураһында яҙылған “Еңеүселәр” исемле йыйынтығым тамамланыуға бара. “Бәйләнештәр” сайтында ла улар хаҡында ҡыҫҡа хәбәрҙәр яҙам, фотоларын ҡуям. Ваҡыт табып, иғтибар итһәгеҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙ­һағыҙ, рәхмәтле булыр инем. Һылтанма ошо: https://vk.com/club115778612.

Венера Ситдиҡова.

Сығыу ваҡыты 20-05-2016, 15:29 | Ҡаранылар: 511
|
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Яугир ҡартатайым
  • Һеҙҙең атайығыҙ булыуы ихтимал
  • Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM