RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой

16.01.2016 Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой

Һуғыш йылдары Тәмербәк олатайҙың күңелендә онотолмаҫ һағыш булып йәшәй.

Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

Һуғышты, ҡан ҡойошто күргән, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан кешеләр тыныс тормоштоң, матур көндәрҙең ҡәҙерен белеп, лайыҡлы итеп йәшәргә тырыша. Өлгөлө ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә, хеҙмәт юлында ла алдын­ғылыҡты бирмәй. 17 йәшенән үк Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, унан һуңғы йылдарҙың ауырлығын үҙ иңендә татыған Тәмербәк Саях улы Аҡсулпанов бөгөнгө көндә лә ул ваҡыттарҙы күҙ йәштәре аша иҫкә ала, яуҙа һәләк булған дуҫтарын һағына. Уларҙың рухы алдында намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн яугир бар көсөн, тырышлығын һалып ғүмер итә…


Тәмербәк олатай Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында өс ул үҫтереүсе Ғәфифә һәм Саях Аҡсулпановтарҙың эшсән ғаиләһендә тыуып үҫә. 13 йәшендә атаһы мәрхүм булғас, оло бала булараҡ, уға әсәһенә, ҡустыларына терәк булырға, ғаилә башлығы урынына төрлө осраҡты хәл итеү юлдарын эҙләргә тура килә. Был ваҡытта ул райондың Айыусы ауылы мәктәбенең 7-се класын тамамлай, ә заманы өсөн был юғары белемгә тиң була. Тәмербәкте колхозға тәүҙә хисапсы, аҙаҡ бригадир итеп эшкә алалар. Бик иртә ир ҡорона ултыра ул. Шуғалыр ҙа, һуғыш башланғас, йәшен бер йылға арттырып, үҙ теләге менән ил һаҡсылары сафына баҫа.

– 1941 йылдың яҙында Преобра­женовка ауылы янынан оло юл төҙөй башланылар. Райондан һәр колхозға дүрт төҙөүсе, ике ат йәки техника берәмеге, ашнаҡсы бүлергә тигән ҡарар килгәйне. Беҙ бер нисә ауылдаш менән шунда эш башланыҡ. 22 июнь көнө бөгөнгөләй хәтеремдә: көндәгесә тыныс ҡына эшкә тотонғайныҡ, бер һыбайлы кеше килеп, нимәлер ҡысҡырыуға, уның янына халыҡ йыйыла башланы. Кешеләрҙең моңһоу һәм ағарған йөҙөнә ҡарап, ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булыуын аңланыҡ. Бригадир булараҡ, миңә ауылдаштарымды йыйып ауылға ҡайтырға ҡуштылар. Ауыр уйҙарға сумып, юлдың үткәнен дә һиҙмәнек, – тип иҫкә ала Тәмербәк олатай ул йылдарҙы. – Ауылдан көн аша тиерлек фронтҡа һалдат оҙаттыҡ. Һәр йорт һайын гармунсы егеттәр йәшәй ине, һалдаттар йыр-моң менән юлға сыҡты. Тәүге осорҙа еңеү тиҙ генә килер кеүек ине, әммә ул йылдарға һуҙылды. Ауылға тәүге "ҡара ҡағыҙ"ҙы ла миңә алып ҡайтырға тура килде. Һуғыш сыҡҡан йылдың октябрь айы ине, Маршановка ауылына колхоз йомошо менән барғайным, ҡулыма ҡара мисәтле хат тотторҙолар. Был биш бала атаһы Миңлеғәле ағай Му­синдың Орел өлкәһендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр ине. Шул саҡта ғына һуғыштың күпме күҙ йәше түктергәнен һәм тағы ла әллә күпме яҙмышты селпәрәмә килтерәсәген аңланым.
1942 йылдың мартында беҙҙе, ауылдың бер төркөм йәш егетен, райондың хәрби комиссариатына саҡырттылар. 1923 йылғыларҙы әрме сафтарына алғандарын белеп, йәшемде бер йылға арттырып әйттем (ул ваҡытта күптәрҙең тыуыу тураһында таныҡлығы юҡ ине, ышандылар). Беҙ, меңгә яҡын йәш һалдат, хәрби уҡыуҙар өсөн Шишмә районының Үрге Тирмә ауылы янындағы полигонға оҙатылдыҡ. Мин ауылдашым, балалыҡ дуҫым Йомағужа менән бер ротаға эләктем. Сит тарафтарҙа яҡташлыҡтың ҡәҙере нығыраҡ беленә икән, беҙ унда уғата яҡынайҙыҡ, мәңге дуҫтар булырға, дошмандар­ға ҡаршы аяуһыҙ һуғышырға, ә инде һуғыш бөткәс ғаиләләребеҙ менән аралашып йәшәргә ант итештек. Үлем тураһындағы уй башҡа ла инеп сыҡманы.

– Мин совет һалдаттарының илһөйәрлегенә, түҙемлегенә һәм еңеүгә ышанысына һаман да һоҡланып бөтә алмайым. Беҙҙең баштарҙан ниндәй генә ауырлыҡтар үтмәне. Теткеләнеп бөткән кейем тәнде йылытыр хәлдә түгел ине, аҙналар буйына йыуына алмағанлыҡтан, бетләп китеүҙәр һәм аслыҡ. Ялан кухняһы беҙҙән артта ҡалһа йәки дошман пуляһынан ашнаҡсылар һәләк булһа, 2 – 3 көн буйы ризыҡ күрмәй инек. Әммә беҙҙе еңеү һүҙе алға әйҙәне.


30 апрелдә Тәмербәк олатай 214-се башҡорт уҡсылар дивизияһы составында яу яланына оҙатыла. Улар Стальногорск ҡалаһы янында фашистарға ҡаршы һуғыш хәрәкәтенә ҡушыла. Атыш, снарядтар шартлауы аҫтында көн менән төн бутала, аҙым һайын тигәндәй һалдаттарҙың үле кәүҙәһе. Ҡорал тейәлгән йөк ташыусы аттар һалдаттарҙың тоғро дуҫына әйләнә. Шуғалыр ҙа яугирҙың күңелендә аттарға ҡарата айырыуса йылы тойғо һаҡлана. һуғыштан ҡайтҡас, ғүмере буйы ат аҫрай.

– Мин совет һалдаттарының илһөйәрлегенә, түҙемлегенә һәм еңеүгә ышанысына һаман да һоҡланып бөтә алмайым. Беҙҙең баштар­ҙан ниндәй генә ауырлыҡтар үтмәне. Теткеләнеп бөткән кейем тәнде йылытыр хәлдә түгел ине, аҙналар буйына йыуына алмағанлыҡтан, бетләп китеүҙәр һәм аслыҡ. Ялан кухняһы беҙҙән артта ҡалһа йәки дошман пуляһынан ашнаҡсылар һәләк булһа, 2 – 3 көн буйы ризыҡ күрмәй инек. Әммә беҙҙе еңеү һүҙе алға әйҙәне. Июль айында беҙҙең дивизия Сталинград фронтына ебәрелде. Ундағы мәхшәрҙе һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ниндәйҙер ҙур ҡөҙрәт менән генә иҫән ҡалдым. Яҡында ғына дошман бомбаһы шартлауынан контузия алдым, шунан бирле ҡолаҡҡа ҡаты булып ҡалдым. Минең хәл, башҡалар менән сағыштырғанда, күпкә еңел. Ә бит унда күпме кеше ҡыйралды?! Иң үкенеслеһе, һалдаттар дошман пуляһынан ғына түгел, ә ҡорал менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан да, төрлө бәхетһеҙ осраҡтан да һәләк булды. Дон йылғаһы аша сыҡҡан саҡтағы хәлдәр ҡурҡыныс төш кеүек күҙ алдына килә. 2 мең кешенән торған 180-се полк уң ярҙан һул ярға сығырға бойороҡ алды. 300 метр киңлектәге йылғаны сыҡҡан саҡта йөҙә белмәгән һалдаттар батып үлде. Бына шул саҡта инде тыуған ауылымда, Ҡуғанаҡ йылғаһы буйында үткән бала сағыма рәхмәт әйттем. 4 – 5 йәштән һыу инеп, балыҡ тотоп йөрөгәс, арыу ғына йөҙөргә өйрәнгәйнем, шул бәхетле осраҡ менән бында ла тере ҡалыу бәхете тейҙе.

Аҙаҡ инде һалдатҡа Курск дуғаһындағы һуғышта, Харьков, Белгород, Полтава ҡалаларын, Польшаны дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнашырға тура килә. Еңеүҙе ул Либерец ҡалаһында ҡаршылай. Әммә уға тиҙ генә тыуған яғына ҡайтырға яҙмай, тағы ла ике йыл буйы Богдан Хмельницкий исемендәге полкта хәрби хеҙмәтен дауам итергә тура килә. 1947 йылдың июль айында ғына уға үҙ еренә ҡайтыу бәхете тейә.

Ауылдың ауыр хәлен күреп, һуғышта һәләк булыусы ауылдаштарының рухы алдында (Күсәрбай ауылынан китеүсе 103 ир-аттың бары тик 55-е генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта, уларҙың да күбеһе ҡаты яраланыуҙан ғүмерлеккә зәғиф йәки ауырыу булып ҡалған) намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн Тәмербәк Саях улы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә, һаулығы булғанда эшләргә, ғаилә ҡорорға ант итә. Ауылға ҡайтҡан йәйҙә үк, 18 йәшлек төҫкә сибәр, эшлекле, йор һүҙле, ихлас Миңлегөл менән танышып, ғаилә ҡора. Иренә тоғро ҡатын, уңған килен һәм, иң мөһиме, ун балаға өлгөлө әсәй булып ғүмер итә ул. Үҙе ғаиләлә берҙән-бер бала булғанғамы, Миңлегөл инәй күп итеп балалар үҫтерергә хыяллана. Бөгөн ул – Күсәрбай ауылының берҙән-бер Герой-әсә исемен алыусы ағинәйе.

Аҡсулпановтар ғаиләһендә татыу­лыҡ, дуҫлыҡ һәм талант хөкөм һөрә. Ун баланы аяҡҡа баҫтырыу, белем биреү өсөн ата-әсәгә байтаҡ көс түгергә тура килә. Ғаилә башлығы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем колхозда бригадир, аҙаҡ һөт йыйыу­сы һәм ревизор булып 78 йәшенә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Миңлегөл инәй һауынсы булып эшләй. Ун баланың һәр береһе эш һөйөп, хеҙмәттең һөҙөмтәһен күреп үҫә. Зөлхизә, Зөлфиә, Гөлфинә, Зоя ҡыҙҙары һәм улдары Инжир – уҡытыусы, ә улдары Юнир менән Винер – ауыл хужалығы белгестәре, барыһы ла юғары белем ала. Ә иң оло ҡыҙҙары Зөлфирә – медицина хеҙмәткәре, Салауат медицина училищеһын тамамлаған. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Алжир – электрик, Ғафури районының Яңғыҙ­ҡайын ауылында йәшәүсе ҡыҙҙары Фаягөл ашнаҡсы һөнәрен һайлаған.
Яу юлдарын лайыҡлы үткән Тәмербәк олатайға яҙмыш тағы ла ауыр һынауҙар әҙерләй. Ҡаты ауырыуҙан 18 йыл элек Инжир, дүрт йыл элек Винер мәрхүм була. Атай менән әсәй һаман да йәшләй вафат булған балаларының яҡты хәтирәләре менән йәшәй. Бала ҡайғылары хас та һуғыш әрнеүҙәре менән бер кеүек, уны бер ниндәй ваҡыт та юя алмай. Йылдар үтһә лә, улар иҫтән сыҡмай, һәр көн, һәр сәғәт уйға, һәр төн тигәндәй төшкә инә.

Ҡалған балаларына һаулыҡ, бәхет, ғүмер теләй улар. Хәҙер инде Аҡсулпановтарҙың 22 ейән-ейәнсәре буй еткергән, 26 бүлә-бүләсәре шатландыра. Байрамдарҙа, ял көндәрендә оло ғаилә бергә йыйылһа, атай йорто уйын-көлкөгә, йыр-моңға тулып, байрам төҫөн ала. Күсәрбай ауылының ғорурлығы булған Тәмербәк һәм Миңлегөл Аҡсулпановтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл 69 йыл. Яу юлдарын үткән ветеран һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Һаман да ил яҙмышы хаҡында уйлана, ауылы өсөн борсола:

– Миллионлаған һалдатты, тыл хеҙмәткәрен ҡырған бындай һу­ғыштар ҡабатланмаһын ине. Бөгөн, бер яҡтан ҡараһаң, бөтә нәмә бар: ашарға ризыҡ, кейергә кейем мул. Оло-оло ҡалалар төҙөлә, заман төрлө технологиялар менән алға китте. Әммә ни өсөндөр ауыл яҙмышы хөкүмәт һәм кешеләр өсөн дә артҡы планға күсте. Ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы оло бәлә. Ул 20 – 30 йылдан үҙенең кире һөҙөмтәләрен бирә башлаясаҡ. Бала саҡтан атай йортонан, тыуған яғынан айырылған баланың үҙ еренә ҡот, ырыҫ килтереүе икеле. Беҙҙең ауыл балалары ла ун йәштән күрше рус ауылында белем ала. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек, һәр яҙылған нәмә эҙһеҙ ҡалмай. Телен онота, үҙ диненә ҡарата ҡарашы боҙола. Икенсенән, ауылыбыҙҙа йәштәр бик һирәк ҡала, күптәр, эш, уҡыу тип, ситтә төпләнә. Әммә район ха­кимиәте шул бер нисә бөртөк кенә ғаиләгә лә йорт төҙөр өсөн ауылдан ер бирмәй. Ә бит һуғыш йылдарында ла, унан һуң да ауыл хужалығы тотош илде ашатты, йәшәтте. Анауындай ауыр саҡтарҙа ла ил башлыҡтары ауылдарҙы йәшәтер өсөн мөмкинлек тапты, ауыл хужалығын үҫтерҙе. Ә бөгөнгө матур тормошта ауылдарҙың ҡартайыуы, юҡҡа сығыуы миңә тынғы бирмәй. Беҙҙең быуында илһөйәрлек той­ғоһо көслө ине, ә йорт, тыуған ауылдан айырылып, сит мөхиттә тәрбиәләнгән быуында ул тойғо булырмы? Ауыр саҡта илебеҙ ул балаларға таяна аламы? – тип, Тәмербәк олатай һораулы ҡарашын миңә төбәне.

Тынғыһыҙ ветерандың ил яҙмышы өсөн борсолоуына һоҡланһам, уның һорауҙарынан күңел бер аҙ моңһоулана төштө. Ил яҙмышы бынан 70 йыл элек кенә түгел, бөгөн дә ысын ир-егеттәрҙе борсоуға һала…

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары