НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Учалы егете Фларид Бирғәлин, армияға ныҡышып барып, десантсы булып хеҙмәт итеүен ҙур бәхет тип һанай.

Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү«Киттең!» – ошо һүҙҙән һуң ныҡ итеп Фларидтың арҡаһына һуҡтылар. Дөрөҫөрәге, уны асыҡ ишеккә табан эттеләр. «Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн!» – тип ҡысҡырып, егет бушлыҡҡа атланы. «Асылһа ярар ине!» – тигән уй менән ул, инструктор­ҙар өйрәткәнсә, тамсы кеүек йомрайып, аҫҡа осто. Шул мәлдә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты бар булмышын ялмап алды, йөрәге күкрәк ситлеген емереп сығырҙай итеп дарҫлап типте. Берәй ышаныслы нәмәгә тотонғоһо, йәнтәслимгә йәбешкеһе килде. Ер ҙур тиҙлектә үҙе уға ҡаршы елгән һымаҡ тойолдо. Уң ҡулы айырып алмаҫлыҡ итеп сытырлатып төп парашют дүңгәләгенә йәбешкән, һул ҡулы запас парашютты асыр­ға әҙер. Бар тере йәнгә хас тәбиғи хис – ҡурҡыу менән көрәшкән Фларид эстән һанай башланы: «Биш йөҙ бер, биш йөҙ ике, биш йөҙ өс…» «Биш йөҙ дүрт» һанына етеү менән уң ҡул дүңгәләкте, әйтерһең дә, үҙ белдеге менән тартты. «Эй, Хоҙайым, асыл­һа ярар ине!» – тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үтте һәм кинәт уны ниндәй­ҙер көс бар ҡеүәтенә өҫкә атып бәрҙе. «Аллаға мең шөкөр, парашют асылды!» – Фларидтың бәхеттән йырлап ебәргеһе килде, ауыҙы йырылды, ҡыуанып, тирә-яғын байҡаны. Һауа тулҡынында бәүелеп, кәйелә-кәйелә төшкән башҡа «бәпем­бә»ләрҙе һананы. Парашюттарҙың теүәллеген барлағас, шатлығы уғата көсәйҙе: «Шөкөр, барыһыныҡы ла асылған!». Һис бер нәмә менән сағыштырып булмаған тойғолар кисереп, Фларид ергә килеп төштө. Үҙ-үҙе менән ғорур ине башҡорт егете: «Булдырҙым бит, әй!».
Ошо тәүге һикереүҙән һуң Фларид Бирғәлин үҙен ысын десантсы итеп тойҙо. Ғәҙәттә, таңдан башланып, көнө буйы дауам иткән күнекмәләрҙән арып-талып, башы мендәргә тейер-теймәҫ йоҡлап китә торғайны, ә был иҫтәлекле көндө оло кисерештәрҙән елкенгән күңеле урынына ултырырға теләмәне, күҙенә йоҡо эленмәне, үткәндәрҙе иҫләп, бөгөнгөһөн уйлап, таңғаса тиерлек йоҡоһоҙ ятты. Учалы районының Бөйҙө ҡасабаһында йәшәгән Дилара менән Фәрит Бирғәлиндарҙың өлкән улы ул – ҡустыһы Фидан үксәһенә баҫып үҫеп килә, һеңлеһе Фидалия өйҙөң йәме булып йүгереп йөрөй. Фларид – уларҙың ҡурсалаусыһы, яҡлаусыһы, абруйлы ағай. Йәш буйынса өлкәнерәк булғанға ғына түгел, физик һәм рухи яҡтан ныҡ, егәрле, ҡыйыу булғанға ла ихтирамлы. Мәктәптә физкультуранан уҡытҡан атайымдың эшен дауам итәм, тигән Фларид бәләкәйҙән спортты үҙ итә, эсеү-тартыуҙы ене һөймәй. Туғыҙынсы синыфтан һуң Күмертау педучилищеһына уҡырға барырға әҙерләнеп йөрөгәнендә, май аҙағында, ауылдарына Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары концерт менән килә. Йырлаған, бейегән, музыка ҡоралдарында уйнаған егет һәм ҡыҙҙар­ҙың оҫталығына хайран ҡалған үҫмер бер нисә сәғәттә үҙенең тормош пландарын ҡырҡа үҙгәртә – документтарын ошо уҡыу йортона алып барып тапшырырға, уҡытыу­сы түгел, йырсы булырға ниәтләй. Ата-әсәһе шаҡ ҡата, һинән ниндәй артист сыҡһын, тип уйынан кире дүндерергә маташа, ләкин егет алдына алғанды һис ҡуймай – үҙенекен эшләп, имтихандарға килә. Вокал буйынса уҡытыусы Зифа Вәлиева, тауышың бар, артабан эшләргә кәрәк, тип уны үҙ курсына ала. Имтихандарҙы уңышлы тапшырған Фларид өйөнә йырлап ҡайта. Ул гел шулай йырларға ярата, хатта, етер инде, күршеләрҙе аптыратаһың бит, тип әсәһенең тыйыуына ла ҡарамай. Күңеле йырлап торғанға ул ғәйеплеме ни?! Бейергә лә «һоп» итеп һикереп төшә. Күрше-күлән, Фларид һыу алып ҡайтҡанда ла бейеп килә, тип ауыҙ йырһа йыра инде, бейемәйенсә атлар әмәле юҡ.
Минең урыным сәнғәттә ул, тип ышанған Фларид шул тиклем рәхәтләнеп, бар күңелен һалып уҡый – һәр дәрестән йәне кинәнә! Уҡытыусыһы Зифа Тайып ҡыҙына рәхмәт уҡый-уҡый белем эстәгән үҫмерҙе тик юл йөрөү генә йонсота: ауылың яҡын, тип, уға ятаҡтан урын бирмәгәс, көн дә йөрөп уҡырға тура килә – маршрут автобусы менән Учалы – 2-гә (рудникка) тиклем барғас, артабан Бөйҙөгәсә йәйәү һыпыртыр­ға кәрәк. Ә унда ташландыҡ баҡсалар аша үтеүе мең бәлә – ҡырағайланып бөткән эттәр өйөрө бәйләнеп ҡаңғырта. Мыжыҡ көҙҙө көс-хәл менән үткәреп ебәрәһең дә бит, зәһәр ҡыштары үҙәккә үтә. Дәрестәр һуң бөтә, ҡараңғы тиҙ төшә, шәп-шәп атлағанда ла һалҡын һауа тынды ҡурып бара. Ләкин һыуыҡтан да, ҡараңғылыҡтан да ҡурҡмай үҫмер, уны хужалары тарафынан ташланған эттәр биҙрәтә – ас берәҙәктәр ҡышын оторо уҫаллаша, яңғыҙ юлсы­лар­ға ярһып-яһилланып һөжүм итә...
Шулай, юл аҙабының йөҙ ғазабын күреп, Фларид беренсе курсты тамамлай, һәм уға Бөрйән районында үткән йәштәр йыйынында ҡатнашыу бәхете эләгә. Хәсән Усманов, Артур Туҡтағолов кеүек билдәле артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһаған йәш йырсының шатлыҡтан башы күккә тейә, үҙенең һайлауының дөрөҫлөгөнә инана: «Сәхнә – минеке!».
Икенсе курста уҡығанында ул, тәүге тапҡыр үҙенең көсөн һынап ҡарап, «Учалы моңдары» конкурсында ҡатнашырға йөрьәт итә һәм көтмәгәндә 1-се урын ала. Был еңеүҙән ҡанатланып, Фларид йыш ҡына ижади конкурстарҙа ҡатнаша башлай, байтаҡ уңышҡа өлгәшә. 2011 йылда колледж­дан һәләтле ун дүрт студент Анапаға «Йондоҙло ямғыр» конкурсына юллана. Өс аҙна бара ул. Учалы студенттары бөтә турҙарҙы үтеп, төрлө номинацияларҙа приз­лы урындар ала. Конкурстар араһында йәштәрҙе экскурсияларға ла йөрөтәләр. Новороссийск ҡалаһында десантсы формаһындағы һалдаттарҙы күреп, Фларидтың күҙе ҡыҙа: «Эх, миңә лә десантсыларҙың ыҡсым формаһын кейеп, ошо матур ерҙә хеҙмәт итергә яҙһын ине», – тип ысын күңелдән теләй. Фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килгәндер теләге, сөнки артабан яҙмыш еле уның ғүмер карабын тап ошо Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡалаға йүнәлтә. «Отсрочка»һы булһа ла, тиҫтерҙәре армияға алына башлағас, Фларид, йәштәштәрем менән бергә хеҙмәт итәм, тип хәрби комиссариат тупһаһын тапарға тотона. Битеңдәге миңең ҙур, уның тағы үҫеү хәүефе бар, тип саҡырыу комиссияһы табиптары Фларидты гел кире бороп тора. Әммә алдына ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп өйрәнгән егетте тиҙ генә һындырырмын тимә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам, тип, ныҡышыуын дауам итә. Ата-әсәһе, уҡытыусылары, уҡып бөт, аҙаҡ барырһың, тип тыҡыһа ла, Фларид барыбер үҙенекен итә: имтихандарҙы алдан тапшырып, «академ» отпуск йүнәтеп, повестка алыуға ирешә. Ләкин уны… армияға алмайҙар. Ике тапҡыр, муҡсаһын йөкмәп, кире ҡайта ул. Зат-зәүере, айырыуса уҡытыусылары алдында уңайһыҙланып бөтә, үҙен алдашып йөрөгән һымаҡ тоя. Көн дә, эшкә барғандай, хәрби комиссариатҡа бара, уның хеҙмәткәрҙәрен ҡаңғыртып бөтөрә. Ялҡҡандарҙыр ҙа үҙенән, өсөнсө повестка буйынса уны Өфөгә ебәрәләр. Ундағы табиптарҙы ла, барыһы ла имен буласаҡ, тип күндереп, Учалы егете хәрби хеҙмәткә алына һәм ҡайҙа эләгә бит әле ул – үҙе теләгән Новороссийск ҡалаһына! Тәүге айҙарҙағы ауырлыҡтарҙы үткәреп, әле бына күңелдәге ҡыуаныс дауылдарын баҫа алмай ята. Бәхетле кеше ул, бик бәхетле! «Мин – десантсы», – тигән уй менән, ниһайәт, Фларид йылмайған килеш йоҡоға тала...
Бынан һуң Фларид Бирғәлинға тағы бер нисә тапҡыр парашют менән һикерергә яҙа. Һауаларҙы ҡосҡанда ул һәр саҡ көслө хис-тойғолар кисерә, үҙен бер башҡа үҫкәндәй тоя – хас та ғына ҡанатлы ҡош кеүек күктәрҙе иңлә әле! Намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән сержант дәрәжәһенә күтәрелгән, шәп, үҙ-үҙенә талапсан Учалы егете шулай ҙа самолеттан бушлыҡҡа атлағанда гел дә, парашют асылһа ярар ине, тип теләй: «Тыуған еремә үҙ аяҡтарымда ҡайтырға яҙһын!». Инде ҡайтырға сыҡҡас, оло тормош мәктәбенә әйләнгән часы менән һағыш ҡатыш хушлаша Фларид. Ошо часта ул айырыуса нығына, тоғро иптәштәр таба, еңеүҙәргә өлгәшә. Ул үрҙәр иҫәбенә тәү сиратта беренсе тапҡыр парашют менән һикереү һәм еңел атлетика буйынса ярышта алдынғылыҡ яулау инә – бер километрға йүгереүҙә ике мең һалдат араһында Фларид беренсе була. Көндәлек күнекмәләрҙең, ныҡышмалылыҡтың һөҙөмтәһе булараҡ, был еңеү ҙә десантсының үҙ көсөнә ышанысын арттыра...
Тыуған илгә бурысын ҡайтарған егет колледжда уҡыуын тамамлап ҡуя, тик юғары уҡыу йортоноң вокал бүлегенә ике йыл рәттән инә алмай. Ата-әсәһенең елкәһендә ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән Фларид автойыуыуҙа ла, һаҡта ла эшләй, аҙаҡ клуб мөдире вазифаһын да атҡара, мәҙәниәт бүлегендәге агитбригада составында йырсы булып та йөрөй. Былтырҙан алып ул – Учалы филармонияһы солисы (бынан тыш, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында тауыш операторы эшен башҡара). Уҡығанда уҡ яҡын дуҫтары, бейеүсе игеҙәктәр Илгиз һәм Илнур Әхмәтовтар ыңғайына «Ҡойон» бейеү ансамбленә ылығып киткән Фларид, филармонияла эшләй башлағас, башкөлләй бейеү сәнғәте донъяһына сума. Электән бейергә атлығып торған талантлы һәм тырыш егет, йырсы белемем бар, инде хореограф һөнәрен үҙләштерәйем, тип, быйыл Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһына уҡырға инде. Яуланғандарҙа туҡтап, булғаны менән генә хушһынырға теләмәгән, бар йәһәттән камиллыҡҡа ынтылған тура һүҙле, ғәҙел, кешелекле Фларид гел дә үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға ярата, шуғалыр ҙа ижади проекттарҙа оло теләк менән ҡатнаша. Һуңғы еңеүе – «Урал батыр эҙе буйлап» тип аталған республика конкурсында яуланған гран-при.
Шул әлеге лә баяғы тынғыһыҙлығы, ярҙамсыллығы арҡаһында «Йәшлек» гәзитенең дуҫына әйләнде Фларид Бирғәлин: сарабыҙҙа ҡатнашырға бер генә әйтеүебеҙ булды, инәлтеп, ваҡыт юҡлығына һылтанып тормай, берҙән-бер ялында беҙҙең менән Баймаҡ районының Өмөтбай ауылына сәфәргә сығып китте, халыҡтың күңелен күреп ҡайтты. Киләсәктә лә гәзитебеҙ менән бәйләнеште өҙмәҫкә һүҙ бирҙе. Шуға ла «Йәшлек»те күпләп алдырған берәй ауылға «Уралым»ды һуҙған десантсы күктән килеп төшһә, һис тә аптырамағыҙ. Ул беҙҙең йырсы һәм бейеүсе дуҫыбыҙ Фларид Бирғәлин булыр!

Сығыу ваҡыты 24-07-2015, 16:11 | Ҡаранылар: 815
|
  • Таң ҡошо
  • Егәрленең ҡулы етәү
  • “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”
  • “Алтын ай”ҙың алтындай етәксеһе
  • Йыр-моңдо юлдаш итеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM