НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Геройҙың батырлығы онотолмай

Геройҙың батырлығы онотолмай


Геройҙың батырлығы  онотолмай1943 йылдың сентябрендә Днепрҙың һул яҡ ярында беҙҙең ғәскәрҙәр фашистарға ҡаршы хәл иткес һөжүмгә, Днепрҙы аша сығып, дошманды артабан ҡыуырға, эҙәрлекләргә әҙерләнә ине. Ҡыйыу башҡорт егете Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы артиллеристары йылғаның дошман урынлаш­ҡан уң яҡ ярын ентекле күҙәтеү менән мәшғүл булды.
Ҡараңғы төштө. Һәр урында тынлыҡ. Ағас япраҡтарының ҡыштырлауынан башҡа бер нәмә лә ишетелмәй. Немецтарҙың үтә яҡты прожекторҙары киң йылға өҫтөн, беҙҙең ғәскәр урынлашҡан окоптарҙы, траншеяларҙы өҙлөкһөҙ яҡтыртып тора. Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары йылғаны аша сығыу, немецтарға ҡаршы нисек һөжүм итеү тураһында әкрен генә һөйләшә. Командирҙар һәм политработниктар алда торған яуаплы бурысты аңлата.
Был төндә берәү ҙә йоҡламаны, һәр кем тыуған Башҡортостанда ҡалған яҡындарын хәтерләне.
– Шәмси, һин нимә хаҡында уйлай­һың? – тип һораны Хоҙат Булатов үҙенең хәрби дуҫынан.
– Мин дошманды еңгәндән һуң мотлаҡ уҡыуымды дауам итәсәкмен. Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел бит. Был ҡан ҡойғос һуғыш, фашистар булмаһа, күптән урта белем алған булыр инем, – тип яуап бирҙе иптәше.
Әммә уларға оҙаҡ һөйләшергә тура килмәне, «Әҙерләнергә!» – тигән команда окоптан окопҡа күсте.
Бер нисә минуттан, төнгө тынлыҡты боҙоп, көслө атыш тауыштары яңғыраны.
Беҙҙең артиллеристар ут асҡайны. Дошмандың ут нөктәләрен юҡ итеү маҡсаты менән бер үк ваҡытта тиҫтәләгән мең снаряд осто. Һул яҡ яр йәнләнде, меңдәрсә һалдат дошманға һиҙҙермәй генә көслө ағымлы йылғаны аша сыға башланы. Йәйәүлеләр менән бергә артил­лерис­тар ҙа ҡуҙғалды. Хоҙат Булатовтың расчеты ла, пантон кәмәләргә ултырып, йылға аша сығырға ынтылды. 76 миллиметрлы пушканан атып, дошмандың пулемет нөктәһен юҡ итеү һәм армияның төп көстәренә йылға аша сығыу мөмкинлеге биреү маҡсатында боецтар һул яҡ ярҙан уңына әкрен генә йөҙә башланы.
Немецтар ҡапыл һиҙеп ҡалды һәм Булатовтың расчеты йылға уртаһына еткәндә пулеметтан көслө ут асты. Ләкин дошман уты бигүк ҡурҡыныс түгел ине инде, бәхеткә күрә, уң яҡ яр текә булғанлыҡтан, фашист пулялары баш осонан үтте.
Йылғаның көслө ағымы кәмәне уға ҡушылған һөҙәк урынға алып китте. Ә был тиҙ генә орудиены тәгәрәтеп сығарырға һәм уңайлы урынға ҡуйыр­ға ярҙам итте. Таң атыуға орудие расчеты окоптарға урынлаштырылғайны һәм тулы әҙерлек хәленә килтерелгәйне.
Немецтар артиллеристарҙы һи­ҙеп ҡалып, пулеметтан көслө ут асты.
– Беҙҙең секторға дүрт пулемет инә, – тип белдерҙе уға тиҙҙән тоҫҡаусы Шәмси Ташов.
– Шунан башларға кәрәктер, – тип ҡарар итте Хоҙат Булатов, – артабан күҙ күрер.
Туранан-тура төҙәп аттылар. Тоҫҡаусы Ш. Ташов дошманға ҡарап мәргән атты. Һәр снаряд төҙәлгән нөктәгә төшә торҙо.
Бына ахыр сиктә фашистарҙың бөтә пулеметтары тонсоҡто, әммә Хоҙат расчетынан Марс Ғәйнетдинов батырҙарса һәләк булды. Уны Булатов үҙе алмаштырҙы.
Алда дошман танктары менән тағы ла ҡатыраҡ бәрелештәр көтөлә әле, тип иҫкәртте командир һәм, уның һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, тоҫҡаусы: «Тигрҙар! Беҙгә ҡарай киләләр!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Алда ике «Тигр» күренде, Хоҙат броняны тишергә һәләтле сна­рядтар­ҙы әҙерләргә бойороҡ бир­ҙе. Яҡыныраҡ килһендәр, немецтар, күрәһең, үҙҙәренең танк-броняһына ышанып, нисектер атманы.
Танктар килеп етергә 200 метр ҡалғас, Хоҙат ут асты. Тәүге ике снаряд әллә ни зыян килтермәне, уның ҡарауы, өсөнсөһө береһенең гусеницаһы аҫтына эләкте. Танк бер урында борғоланды. Икенсеһе хәрәкәтен дауам итте. Ә уға терәп тиерлек аттылар. Ул да урынында ҡатып ҡалды. Ләкин күп тә үтмәне, йәнә берәүһе күренде. Булатов дошмандың урап үтеүенә юл ҡуймау өсөн оборонаға Шәмси Ташовты ҡалдырып, үҙе Хәким Садибаев менән гранаталар ырғытырға булды.
«Тигр»ҙарға бары 15 метрлап ҡалғас, танк тәгәрмәсенә граната бәйләме ташланылар. Ул нәҡ билдәләнгән урынға барып төштө.
Гвардия артиллеристары башҡа подразделениелар менән бергә Днепрҙың уң яҡ ярында яулап алған мөһим плацдармды һаҡлап, армияның алғы позициялағы частарға йылға аша сығыу мөмкинлеге алыр өсөн барған хәл иткес һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Хоҙат Сәлимйән улы Булатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.

* * *

Әлшәй районының Себенле ауылында 1906 йылдың 23 февралендә тыуған Хоҙат Булатов, ҡулы йәрәхәтләнеп, Бөйөк Еңеү көнөн тыуған ауылында ҡаршылай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балыҡсылар артеле етәксеһе, умартасылыҡ тармағында Фрунзе исемендәге колхозда ең һыҙғанып эшләп, ауыл советын да етәкләй.
Беҙҙең аранан 1982 йылда киткән легендар геройҙың исемен ауылдың бер урамы йөрөтә. Уға ауыл уртаһында ҡуйылған һәйкәл эргәһенән кеше өҙөлмәй. Хоҙат Була­товтың батырлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул – райондағы туғыҙ геройҙың береһе.

Солтан ҒӘЛИЕВ,
БР-ҙың ветеран журналисы,
тыл эшсәне.

Сығыу ваҡыты 19-06-2015, 16:34 | Ҡаранылар: 22935
|
  • Яҡташ артиллеристар
  • Ике бер туған малай батып үлде
  • Геройҙың исеме әҙәбиәттә лә мәңгеләштерелде
  • Ҡайҙа ерләнде икән?
  • Ҡорос йөрәкле Зарипов
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM