RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.05.2015 Быуаттарға балҡыр дан!

Быуаттарға балҡыр дан!Көндөң илаҡ, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, Әбйәлил районының Күсем ауылы иртәнән геү килде: һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булған фронтовиктар исемлеге яҙылған таҡтаташты асыу тантанаһына әллә күпме халыҡ йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараны Мәңгелек ут йөрөтөүселәр марафоны асып ебәрҙе. Марафонсыларҙы ҡаршылағанда бәләкәстәрҙең ғә­жәпләнеүҙән ауыҙы асылһа, ололарҙың күҙе йәшкә мансылды – һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән зат-зәүерен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...
«Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ауыл осонан обелискка тиклем демонстрация үткәс, яңы таҡтаташты асыу тантанаһы башланды. Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың ауылдаштары яугир атай-олатайҙарының ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, уларҙы хәтергә төшөрөп, бер минут тын ҡалды. Ошо тынлыҡта тыуған ил өсөн яуҙарға күтәрелгән, дзоттарҙы күкрәге менән ҡаплаған, таранға барған совет һалдаттарының һындары күҙ алдынан үтте. Азатлы­ғыбыҙ өсөн ғүмерен аямай, һәр ҡарыш еребеҙҙе ҡан, тир һәм күҙ йәше менән һуғарып, Еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы оноторлоҡмо һуң? Юҡ! Юғары идеалдар менән йәшәп, тыуған еренә, яҡты уй-хыялдарына тоғро ҡалған быуын хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Һәм, әлбиттә, еңеүселәрҙең лайыҡлы вариҫы булып, именлекте һаҡларға, башҡаса ут-яуҙарға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.
Тантанала ҡатнашҡан Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, Әбйәлил районы муниципаль советы рәйесе, Бикҡол округы депутаты Ишморат Ҡал­даманов, Әбйәлил районы муниципаль советы секретары Булат Исламбаев, Ташбулат ауыл советы хакимиәте башлығы Салауат На­фиҡов, билдәле журналист Мар­сель Ҡотлоғәлләмов, Ташбулат ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе Сабит Ғүмәров, ауыл советы депутаты Исмәғил Билалов та ошо фекерҙәр­ҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Халыҡ сығыштарҙы йотлоғоп, тулҡынланып тыңланы, хатта иң бәләкәс балалар ҙа, тантананың әһәмиәтен аңлағандай, шым торҙо…
Иң мөһим һүҙҙәр яңғырағас, Бөйөк Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан фронтовиктар исемлеге яҙылған таҡтаташты асыу хоҡуғы Рим Һатыбал улы менән Марсель Әҡсән улына бирелде. Теге донъяға киткәндәр өсөн таҡтаташтың асылыу-асылмауы бөтөнләй әһәмиәткә лә эйә түгелдер. Һәйкәлдәр тереләр өсөн ҡуйыла. Тереләр үткәндәрҙе онотмаһын, үҫеп килеүсе быуын тарихҡа битараф булмаһын, ата-бабаларының батырлығы ме­нән ғорурланһын өсөн бындай һәйкәлдәр бик кәрәк. Һәйкәлдәр – именлекте һа­ҡлар­ға кәрәклегенә ишара-иҫкәртеү ҙә ул. Ошоларҙы күҙ уңында тотҡан күсемдәр, ветерандарҙың исемен мәңгеләштереп, бик ҙур эш башҡарҙы. Күсем ауылы клубы мөдире, шағирә Зөлфирә Ҡарағужина әйтеүенсә, оло бай­рам­ға әҙерлек барышында барыһы ла тырышып эшләгән, хатта ситтә йәшәгән ауылдаштары ла үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Тантана көнөндә уларҙың иң әүҙемдәренә, шул иҫәптән Ишҡол Ишбулдинға ла ауыл дипломы тапшырылды.
– Ауылыбыҙҙың һуңғы ветераны Ғүмәр Ғилманов вафат булғас, фронтовиктар быуыны китеп бөттө, исемдәре онотола инде, тип ҡайғырып, борсолоп йөрөнөм, – ти Иш­ҡол Шәмсетдин улы. – Һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булғандарҙың исемен ташҡа яҙһаҡ, нисек булыр икән, тип депутатыбыҙ Исмәғил Би­лаловҡа мөрәжәғәт иткәйнем, ул фекеремде хупланы. Ауыл активистарын йыйып, шул хаҡта әйткәйнек, идеяны ҡуш ҡуллап күтәреп алдылар. Икеләнеүсе, ҡаршы ки­леүсе бер әҙәм булманы! Ике көн рәттән өмә үткәрҙек. Тәүҙә ҡурҡ­ҡайным, килеп сыҡмаҫ тип, ләкин, бына бит, күмәкләгәс, эште атҡарып ҡуйҙыҡ. Инде лә шуға ҡыуанам!
Әйткәндәй, таҡтаташты асыу байрамы 1967 йылдың 25 июнендә обелиск асыу тантанаһына ауаздаш булғанлығы Ғүмәр Ғилмановтың шул осорҙа район гәзитендә баҫыл­ған мәҡәләһенән асыҡ күренә: «Обелискты эшләү һәм асыу көндәрен һис тә оноторлоҡ түгел. Коммунист Х. Ғай­син, һуғыш ветераны Мостафа Хәйбуллин, уҡытыусылар М. Зәйнуллин һәм Ә. Мырҙин, колхозсылар И. Атауллин һәм М. Хәйруллин инициатива күрһәтеүҙәре булды, бөтә ауыл халҡы күтәрелеп сығып, ике ял көнөндә шул обелискты эшләне лә ҡуйҙы. Эшләп ҡуйҙы ғына түгел, ә обелиск урынлашҡан ҙур ғына майҙанды ла шул ике көн эсендә штакетник менән кәртәләп алды».
Күсемдәр электән берҙәм дә, дәррәү ҙә халыҡ икән! Булмыштары менән ҡыйыуҙар ҙа улар. Советтар Союзы Геройын үҫтергән, фронтҡа 76 яугирҙы оҙатҡан ошо кескәй генә ауылды хаҡлы рәүештә батырҙар төйәге тип атарға була. Батырҙар ғына түгел, маһирҙар ҙа төйәге ул Күсем. Күҙ йәше аралаш үткән байрамды биҙәгән «Еҙ үксә» район конкурсында быйыл икенсе урынды яулаусы «Ғәлиә» ҡыҙҙар бейеү коллективы, гармунсылар­ҙың район конкурсында гран-приға лайыҡ булыусы Сәғәҙей Заһретдинов, «Еңеү салюты» район фестивале лауреаты – «Осҡон» бейеү ансамбле, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты Вил Йәнйегетов, райондың «Ретро йырҙар», Магнитогорск ҡалаһында үткән «Яҙғы һандуғас» төбәк-ара конкурстарында призлы урын яулаусы Ибраһим Ишбулдин, Ал­мас Әхтәмов һәм башҡа бейеүселәр, йырсылар, музыканттар быға асыҡ дәлил. «Үҙ көйөбөҙгә бейей, йырлай алғаныбыҙ, азат илдә йәшәүебеҙ өсөн яугир атай-олатайҙарыбыҙға мәңгелек дан!» – тигән балалар тантана һуңында күк йөҙөнә аллы-гөллө шарҙар осорҙо. Обе­лиск, таҡтаташ хәтер билдәһе бу­лып ергә, йөрәккә уйылһа, тыныслыҡ билдәһе – шарҙар күкте йәмләп осто ла осто… Ә ҡолаҡта, «Еңеү көнө» йырына ҡушылып, Зөлфи­рәнең «Яугир ауылдаштарға» шиғыры яңғыраны:
Ауылымдың 76 ир-азаматы
Илде һаҡлап яуға күтәрелгән.
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы
76 ир дауға күтәрелгән.
Таһир Зинунов та Күсимов булып
Күсеменән алған көс менән
Яуға ингән әҙер хәрби булып,
Дошмандарға нәфрәт-үс менән.
76 ир-азаматтың 45-е
илен һаҡлап, яуҙа баш һалған.
Һөйгән йәре, ғәзиз балаларҙың
Йөрәгенә ауыр таш һалған.
45 ғаилә селпәрәмә килгән,
Селпәрәмә килгән хыялдар.
Селпәрәмә килгән яҙмыштарҙан
Йән әрнеүен һис бер тыялмам.
76-нан әлдә имен ҡалып
31 яугир ҡайтҡан дан менән,
31 яугир Еңеү алып ҡайтҡан,
Еңеүҙәрҙе яулап ҡан менән…

Батырҙарыбыҙ

Ауылҡайым – тыуған ауылым,
Данлы төбәк беҙҙең Күсем.
Ҡырҡты яңғыратып, аҙан
Ҡысҡырғандай һинең исем.
Аҙан менән саҡырып булмаҫ
Еңеп ҡайтҡан утыҙ бер ирҙе,
Яу ҡырында башын һалған
Батыр булған ҡырҡ биш ирҙе.
Обелискта исемдәре
Ҡайып ҡына яҙылды.
Хәҙер улар ҡайтмағанға
Етмешенсе яҙ булды.
Йөрәктә маяҡ булып йәшәй
Етмеш алты ирҙең исеме.
Герой Таһир, уҡытыусы Ғүмәр,
Ишмөхәмәт, Вәдүт ишлене,
Яугир Мостафа, Усман, Йәүәт,
Кавалерист Хашим, Мораҙым.
Бөтәһе лә иҫтә, телгә алам
Ветерандарҙың тик бер аҙын.
Еңеү байрамында хәтерләйек
Басир, Зәки, Ғаммар апа*ны.
Ауылдаштар, мәңге япмайыҡсы
Киләсәккә барыр ҡапҡаны.
Еңеү һәм яҙ. Иҫтәремә төшә
Күрше олатай Ширияздан –
Еңеү алып ҡайттың, ветеран,
Мәңгелеккә һиңә дан!
Һинең улың Рәйес Карнаев
Курскиҙа алышҡан.
Күсеменә ҡайтҡас, баҫыуҙарҙа
Иген игеп ярышҡан.
Онотмам Хәбировтың ординарецы –
Күршеләге апа Сәғитте.
Менгән атын дағалаған өсөн
Бүләк иткән уға сәғәтен.
Сабит апам хатта Берлинғаса
Еңеү менән барып еткән.
Немец аккордеонын алып ҡайтып,
Ауылдаштарын бейеткән.
Бөгөн Еңеү көнө – хәтер көнө,
Батырҙарҙы иҫкә алайыҡ.
Баштар эйеп, улар хөрмәтенә
Кәпәстәрҙе сисеп һалайыҡ.

Ибраһим ӘХТӘМОВ.
Әбйәлил районы,
Күсем ауылы.

*Апа – Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ райондарында атайҙан оло ир кешене шулай тип атап йөрөтәләр.
Баныу Ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары