НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яу, яуҙың төбө – дау


Яу, яуҙың   төбө – дауКешелек, сик белмәҫ зиһене һәм тыйып тотҡоһоҙ дәр­те ме­нән, ғәжәйеп мөғ­жизәләр­ҙе бар иткән, Ерҙә донъя ҡорған, үҙе лә әҙәм рәүешендә хасил булған йән эйәһенән аҡыллы ла, ҡеүәтле лә затҡа әйләнгән. Шул уҡ ваҡытта, меңәр йылдар дауамында, камиллыҡҡа ынтылыу менән бергә, әҙәм балаһының күңелендә бер-береһенән көнләшеү, уҫал намыҫ, кемгәлер ҡарата ҡырсыныу орлоҡтары ла яралған. Тора-бара, ер-һыу, мөлкәт бүлешеү теләге ошо орлоҡтарҙан, уларҙы сәйәсәт һыуы менән һуғарып, дошманлыҡ емештәрен өлгөрткән. Һуғыш. Яуҙар. Баҫҡынсылыҡ. Ил-ер һаҡлау. Халҡыңды ҡурсалау… Ҡәүемдәр, дәүләттәр ара­һындағы ғүмер баҡый тынмаҫ низағтарға әллә ниндәй атамалар бирергә мөмкин. Ниндәй сәбәптәр нигеҙендә башланып, ниндәй маҡсаттар көҫәп дауам итһә лә, һәр һуғыштан ҡала торған төп нәмә – ҡыйылған ғүмерҙәр. Тимәк, ҡауышмаған йәрҙәр, тыумаған сабыйҙар, ейелмәй ҡалған ризыҡ, йырланмаған йырҙар… Ошо афәт тураһында рустарҙың бөйөк физиолог-ғалимы Иван Пет­рович Павлов зыялылар­ға хас иплелек менән былай тигән: «Һуғыш, ғәмәлдә, тормоштағы ауырлыҡтарҙан йыртҡыстарса ҡотолоу әмә­ле. Сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булған аҡыллы кеше өсөн килешмәгән әмәл».
Һәр яу унда ҡатнашлыҡ иткән ҡәүемдәргә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡаза килтерһә, хатта уның тураһында ишеткәндәр йөрәгендә лә мәңге уңалмаҫ йәрәхәттәр ҡалдыра. Йәнә лә, һуғышҡа ихтыярлы-ихтыярһыҙ йәлеп ителгән бер генә халыҡ, теләһә ҡайһы дәүләт өсөн дә ул – ғәҙел. Ғөмүмән, хатта ки баҫҡынсыл ниәттәр менән башланған һуғыш та йәмәғәтселеккә ғәҙеллек тантанаһы хаҡына көрәш төргәгенә төрөп еткерелә. Етмеш йыл әүәл тамамланған йән әсе­һенә алыш та беҙҙең өсөн Бөйөк Ватан һуғышы – изге яу булһа, бүтәндәр уны икенсе, йәғни сираттағы донъя һуғышы тип кенә хәтерләй. Һәр күңелдең үҙ хәтере, һәр йәмғиәттең үҙ үлсәме.
Бына беҙ, хәтеребеҙҙе юймай, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләп үтергә йыйынабыҙ. Өс тиҫтәгә яҡын миллион кешене ҡорбан итеп яуланған еңеү, әлбиттә, рух тантанаһылыр, ғорурлыҡтыр, хаҡлыҡтың өҫтөн сығыуы өсөн ҡыуаныстыр, әммә ул шатлыҡҡа иҫерер байраммы икән? Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы һәр тантана, минеңсә, иң тәүҙә уйланыу, һабаҡ яңыртыу булырға тейештер.
Ошо фекерҙән сығып, беҙ оло яуҙың төп этаптарын күҙ алдынан ҡабаттан үткәрмәк булдыҡ. «Еңеүҙең ете төҫө» тигән рубрика менән мәҡәлә-күҙәтеү, мәҡәлә-һығымталар ошо йылдың май урталарына ҡәҙәр баҫыла барасаҡ, тип күҙаллана. Был бурысты, йөрьәт итеп, үҙ өҫтөмә мин алдым. Шулай итеп, тәүәккәлләнек.

Әгәр көс ҡулланыу сәйәсәттең уң ҡулы булһа, хәйлә – уның һул ҡулы.
Пьер БУАСТ, француз ғалимы.

Хәҙер һуғыштарҙың ҡайһы бер мәлдәрен, реконструкция тигән исем менән, уйын рәүешендә ҡабаттан тергеҙеү ғәҙәте китте. Ир-егеттәр, әйтерһең, бала сағында һуғыш уйынын уйнап туймаған. Ә бит, уйлай китһәң, кешелектең сабыйлығынан алып ул өлгөрөп еткәнгә тиклем тарих сәхифәләре алыштар, еңеү һәм еңелеү даталары менән тулған. Ғәскәр башлыҡтары, хакимдар, яуыз тирандарҙың тормош юлын һүрәтләүсе әҙәбиәттән китап кибеттәрендә кәштәләр һығыла. Быуаттан-быуатҡа кешелек тә­нендәге йәрәхәттән ҡан ағыу­ҙан туҡтамаған, цивилизациялар ҡыйралған, мәҙәниәттәрҙе ха­рабалар туҙаны күмгән, тотош ҡәүемдәр ҡоллоҡҡа төшкән, донъя картаһы йәнә һәм йәнә ҡабатлап һыҙғыланған, дипломаттарҙың нәзәкәтле һүҙен мыл­тыҡ, пулемет, пушкалар теле алмаштырған. Хакимлыҡҡа күҙ йомоп ынтылыу һәм милләтселек ҡарынынан бонапарттар һәм канцлерҙар пәйҙә булған.
Ә Бөйөк Ватан һуғышына әйләнеп ҡайтҡанда… Беҙ уны, хаҡлы рәүештә, Советтар Союзының немец национал-социализмы һәм итальян фашизмына ҡаршы фиҙакәр көрәше менән бәйләйбеҙ. Әйткәндәй, «фашизм» тө­шөнсәһе башлыса Германия­ның социаль-сәйәси ҡоролошо һәм уның агрессив хәрби машинаһына ҡайтарып ҡалдырылды. Хәйер, нацизм менән фашизм идеологияһы, игеҙәк ошо ике төшөнсәнең тамырҙарын юллап, меңдәрсә хеҙмәт яҙылған. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, яу йәрәхәттәре уңалыр-уңалмаҫтан уҡ Көнбайыш тарихсылары һәм, уларға эйәреп, үҙебеҙҙекеләр ҙә герман нацизмының концептуаль идеологияһын өйрәнергә кереште. Тарихты белеү кәрәк, әлбиттә, һәм был үткәндең хаталарын ҡабатламау өсөн эшләнә. Өсөнсө рейх юлбашсыларының рус теленә тәржемә ителгән иҫтәлектәре, көндәлектәре, хакимлыҡ осорондағы әңгәмәләре китап кибеттәрендә хәҙер тулып ята.
Европа фашизмының барлыҡҡа килеүен тарихсылар 1919 йыл менән бәйләй, нәҡ ошо мәлдә һуғыш менән инҡилап, һис ҡасан да булмағанса, бер-береһе менән бәйләнгән. Фашизм төрлө илдәрҙә төрлөсә тиҙлек менән үҫеш алған. Әммә был йәһәттән хәл иткес булып 1922 – 1923 йылдар һанала. 1922 йылдың октябре аҙағында Мус­солини үҙенең ҡара күлдәкле боевиктары менән Римға, власты ҡулға алыуға, ҡуҙғала. Бер йыл үтеүгә Гитлер фетнә ойоштора. Европаның икенсе өлөшөндә, Болгарияла, 1923 йылдың 9 июнендә фашистик түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Александр Стамболийский хөкүмәте ҡолатыла һәм славян илендә ба­шында Александр Цанков торған золомло режим урынлаштырыла. Әйткәндәй, был эшмәкәр 1932 йылда Болгарияла «Милли-социаль хәрәкәт» тип аталған фашистик фирҡә ойоштора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында болгарҙар­ҙың ни өсөн Гитлер Германияһы яғында булыуы хәҙер аңлашылалыр.
1920 йылда әле Европала «фашизм» һүҙен белеүселәр аҙ булған. Уны хатта ошо хәрәкәтте башлаусы Муссолини неологизм, яңы һүҙ тип иҫәпләгән, әммә ике-өс йыл үтеүгә фашистик хәрәкәт, төрлө төркөмдәр, фирҡәләр формаһында, Европа илдәрендә йылдам тарала башлаған. Францияла Леон Дег­рель яҡлылар, Финлян­дияла «Лаппо хәрәкәте», фламанд «Милли теләктәшлеге», Да­нияла Клаузенстың «Милли социалистик фирҡәһе», швейцар фашистары төркөмдәре һ.б. тәүҙәрәк Муссолини менән Гитлерҙы ҡабатлаған. Фран­цияла полковник де ла Рок, Марсель Деа һәм уларҙың эйәрсендәре, көс туплап, 1934 йылда власты ҡулға төшөрөргә лә маташҡан. Британия фашистары ла тиҙ үк көсәйә барған, 1926 йылға уларҙың фирҡәһендә ярты миллион кеше ағза булып торған. Британия фашистар берлеген элекке лейбористар хөкүмәте министры Освальд Мосли етәкләгән. Нор­вегияла – Квислингтың «Милли йыйылыш» фирҡәһе, Румынияла – «Тимер гвардия», Венгрияла – Салаши, Словакияла – Тисо, Испанияла – Примо де Ривера «Фаланга»һы, Португалияла – Салазар фирҡәһе, Польшала Пилсудский әлегә сәйәси плюрализмға юл ҡуйһа ла, уның артынан килеүселәр илдә яртылаш хәрби диктатура урынлаштыра. Италияла фашизм һәм Германияла милли-социализм тулыһынса сәйәси еңеүгә өлгәш­һә лә, бүтән Европа дәүләттәрендә ультра-радикаль көстәр хакимлыҡты эләктерә алмаған һәм бының сәбәптәрен асыҡлау – башҡа ваҡыттағы һөйләшеүҙең темаһы. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: фашизм һәм нацизм идеологияһының Ев­ропаның күпселек илдәрендә нығына алыуы, беренсенән, Гитлер Германияһына тиҙ арала ғәйәт ҙур хәрби көс тупларға ярҙам итһә, икенсенән, ошо көскә ҡаршы көрәштә Советтар Союзына оло ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.
Әммә, мәғлүмдер, хакимлыҡҡа сәйәси демагогия аша йә тамаҡ ярып ҡына килеп булмай. Һәр хәрәкәткә матди булышлыҡ кәрәк һәм Гитлер ундай ярҙамды тиҙ үк тапҡан. Рейхсбанк директоры Ялмар Шахт нацистар фирҡәһе менән 1931 йылда уҡ, йәғни улар власҡа килмәҫ элек, бәйләнеш урынлаштырған. Нацистик фирҡәне һәр төрлө күтәрмәләүселәр араһында Рокфеллер, Морган, Ламонт, Кун Леб, Уолтер Тиглдың исемдәре билдәле. 1931 йылдың 11 октябрендә монополиялар, юғары генералитет һәм финанс даирәләре вәкилдәре диктатура урынлаштырыу өсөн көрәштә Гитлер менән берҙәм блок төҙөү тураһында килешә. 1932 йылдың 27 ғинуарында Дюссельдорфта Гитлерҙың сәнәғәтселәр менән кәңәшмәһендә нацистик фирҡә үҙ программаһын бойомға ашырыу өсөн фатиха ала. Уның асылы: демократияны юҡ итеү, Германияла марксизмды тамырынан ҡоротоу, «иркен йәшәү хаҡына» һуғышҡа әҙерләнеү.
Бындай программа өсөн нигеҙ ҙә әҙерләнә. 1929 йылға герман империализмы Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендәге юғалтыуҙарын ҡайтарып та өлгөрә. Сәнәғәт етештереүенең байтаҡ күрһәткесе буйынса ул Англияны уҙып китә. Шулай, 1929 йылда Англия 9,8 миллион тонна ҡорос һәм 7,7 миллион тонна суйын иретһә, Германия 16 һәм 13,2 миллион тонна ҡорос менән суйын етештерә. Автомобилдәр эшләү 1913 йыл менән са­ғыштыр­ғанда ете тапҡырға арта. 1929 йылға ситкә тауарҙар һатыу буйынса Германия АҠШ менән Англиянан ғына ҡалыша. Ҡыҫ­ҡаһы, 30-сы йылдарҙың башына Германия, Америка менән Англияның ярҙамы менән, йәнә уларҙың көндәшенә әүерелә.
Мәғлүм булыуынса, Гитлер 1922 һәм 1926 йылдар араһында «Майн кампф» («Минең көрәш») исемле китап яҙа. Уның төп йөкмәткеһен, иң тәүҙә, «халыҡ һәм раса» төшөнсәләре тәшкил итә.
Доктринаның бөтөн мәғәнәһе шунда: раса мотлаҡ «саф» булыр­ға тейеш һәм раса, бүтән расаларҙы юҡ итеү юлы менән, үҙенең йәшәүе өсөн өҙлөкһөҙ көрәш алып барырға тейеш. Славяндарҙы ул «түбән раса» тип иҫәпләй, ариецтар уларҙы киләсәктә ҡоллоҡҡа төшөрөргә, ә йәһүдтәрҙе, сиғандарҙы тулы­һынса юҡ итергә тейеш. Үҙәк икенсе пункт: «юғары раса»ға, йәшәү өсөн, иркенлек кәрәк. Герман фашизмы, баштан алып ахырына тиклем, үҙенең тышҡы сәйәсәтендә иң юғары маҡсат итеп Советтар Союзына ҡаршы һуғышты, Уралға ҡәҙәр иркенлек яулауҙы, уны аяуһыҙ германлаштырыуҙы һәм колонизациялауҙы ҡуя.
Ҡәһәрле яу ошондай шарттар­ҙа ярала. Илебеҙ халыҡтарын, шулай итеп, ғәйәт ауыр һынау­ҙар көтә.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 16-01-2015, 11:32 | Ҡаранылар: 675
|
  • Дүртенсеһе төҙөлә…
  • Байрамдан һуң…
  • Ауылда йәшәгән ветерандарға күберәк иғтибар кәрәк
  • һандар һәм факттар
  • Һуғыш бөттө. Һуғыш дауам итә…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM