НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡурҡыныс сәскәләр, Катюша һәм татһыҙ бал

Ҡурҡыныс сәскәләр, Катюша һәм татһыҙ бал


Ҡурҡыныс сәскәләр,   Катюша һәм татһыҙ балҠурҡыныс сәскәләр,   Катюша һәм татһыҙ балҠурҡыныс сәскәләр,   Катюша һәм татһыҙ балЯратам кинәйәләрҙе, арҡыры-торҡоро фекерҙәрҙе, йор һүҙҙе, “йәшертен” генә әсе итеп шаярыуҙарҙы. Совет осорондағы “яңыса” исемдәрҙе лә тап шундай шаяртыуҙар рәтенә индерәм. Эйе, ата-әсә бәпесенә Ивс (Иосиф Вис­сарионович Сталин), Вил (Владимир Ильич Ленин), Рафинад (шаҡмаҡ шәкәр), Радий (химик элемент) кеүек исемдәр ҡуша икән, улар юморға бай тигән һүҙ. Тик хәҙер, СССР тарҡал­ғас, революция идеялары юғалды ла, “ялҡынлы” исемдәр ҙә артта ҡалды. Бөгөн халыҡсандары модала. Шулай ҙа юҡ-юҡта беҙҙең телдә ҡолаҡты “ҡымырйытып” торған төрөкмө, әзербайжан йә монголмы исеме ишетелеп ҡала. Юҡ, кеше исемдәрен берәм-бөртөкләп “сәйнәргә” йыйынмайым. Мине икенсе бер нәмә йылмайта. Ул да булһа – беҙҙең хәрби “байлыҡ” атамалары. Бер көндө виртуаль донъяла әрме тураһындағы мәҡәләләргә байҡау яһап ултырғанда снайперҙың маскировка кейеме исемдәренә аптырап, көлөп ебәрҙем хатта – “Леший”, “Кикимора”, имеш! Саҡ ҡына “төпкәрәк” төшөп эҙләнгәйнем, “Мошкара” комплексына, “Бәҫ” (“Иней”) янғын һүндереү системаһына барып “бәрелдем”. Артабан инде был теманан ситкә китә алманым. Түбәндә – Ватаныбыҙҙың “исем атаусылары” ижады.

Сәскәләр, ләкин башҡалар...

Беҙҙең тормошта сәскә бик ҙур роль уйнай. Уға ҡарап ҡына ла һоҡланабыҙ, өҙөп алабыҙ, еҫкәйбеҙ, матурҙарының атамаһын ҡыҙҙарыбыҙға ҡушабыҙ, бүләк итәбеҙ, ҡайнатмалар яһайбыҙ, сәскә балы ашап рәхәтләнәбеҙ. Шул ғынамы ни, тиер бәғзеләр. Юҡ, әлбиттә. Әйттем бит, сәскә беҙҙә бик киң ҡулланылышта, уның атамаларын ғына алһаҡ та. Бына мәҫәлән, үҙйөрөшлө гаубицаны (артиллерия орудиеһы төрө) күҙ алдына килтерегеҙ әле. Даһыр-доһор олоғара “моронло” бер нәмә килә, ти. Тауышын ишетеүгә лә ҡотоң осор. Танк, тип яр һалыр зирәк бер бала, гаубица, тиер әрмегә барыр­ға әҙерләнеп йөрөгән егет. Был бит 2С1 “Ҡәнәфер”, тип әйтер белгес. Ҡәнәфер? Янында ғына – ҙур пушка “Пион” 2С7. Был “сәскә” объекттарҙы һәм ядро һөжүме ҡоралдарын 47 саҡрымғаса арауыҡта юҡ итә ала. 2С3 “Акация” тигәне лә бар. 2С4 сериялы үҙйөрөшлө минометтың исеме лә бик шәп – “Ләлә” (“Тюльпан”). 2С5 “Гиацинт” – алыҫ араға “бәрә” торған үҙйөрөшлө пушка. Ядро снарядтары менән атып та ебәрһәләр, был гөлләмәнән тере ҡалыу мөмкинлеге булырмы икән? Аллам һаҡлаһын! Американдар, инглиздәр генә ошондай “танк”тарына “Паладин” (юғары ҡатлам рыцары), “Арчер” (уҡсы тигән мәғәнәлә) һымаҡ “ауыр” исем ҡушып бөткән.
Һүрәтенән үк ғәйрәтле күренгән йәнә бер хәрби машинаға байтаҡ ҡына ҡарап торҙом. Танкка ҡаршы ракета комплексы булып сыҡты ул. Ҡылыҡһырламаһын уҡығас, тәнем ҡалтырап китте. Ошондай “тере” транспорт килеп сыҡһа, тора алмаҫтай булып ятырһың, валлаһи. Атамаһы ғына ҡурҡыуымды бер аҙ еңеләйтте, “Хризантема” тигән бик тә йомшаҡ, наҙлы ғына исем биреп дөрөҫ эшләгәндәр. “Хәрби гөлләмә”гә тағы өҫтәйһе бер ҡорал ҡалған – “Күк сәскә” (“Василек”) – 82 миллиметрлы 2Б9 автомат миномет. Иҫ киткес! Бында рауза, аҡ сәскә, гладиолустар төшөп ҡалған дабаһа!

Рогатка менән леопардҡа ҡаршы

Был американдарҙа шаяртыу ҙа, фантазия ла бөтөнләй юҡ. Хас Задорнов әйткәнсә инде улар (беләһегеҙҙер, әлеге “йомро һүҙ”себеҙ уларҙан гел, наҙандар, тип көлә). Һәр ваҡыт шулай етди булырға ярамай ҙа инде. Баяғы хәрби ҡоралдарына килгәндә, бер генә лә фантазия юҡ. Бынау танкка ҡаршы идара ителмәле ракеталарына ниңә “Аждаһа” тигән ҡурҡыныс атама бирергә инде? Йә “Шиллейла” (дубинка, суҡмар, йәнәһе) тигән булып? Бер аҙ тойғолораҡ, хислерәк була белмәйҙәрме? Бына, исмаһам, беҙҙә шундай ракеталарға исем һайлағандар тек һайлағандар. “Малютка” (9М14М), “Метис” (“Мулат” тигән төнгө көбәге лә бар) тиһәк, күңел күтәрелә хатта. Улар­ҙың ҡурҡыныс ҡорал икәнен дә онотаһың. “Кромка”, “Рамка” тип атал­ғандарын күреп тә йырлап ебәрге килә башлай, шиғыр юлдары тыуғандай. Ә инде “Бал” тигән беҙгә бик яҡын “тәмле” һүҙҙең яр буйын һаҡлаусы өп-өр яңы ракета комплексының ҡабырғаһында тороуын күреп тә бер ҙә аптырамайбыҙ. Үҙебеҙсә, башҡортса яҙылһынсы әле! Бына ҡайҙа бит ул башҡорт балының даны!
Бала саҡта, хәтеремдә, малайҙарҙың рогатка менән атышҡаны йәнгә тейә торғайны. Урамға аяҡ баҫыуың була, бәләкәс кенә бер малай остоғо әсеттергәнсе шул ҡоралы менән “сәп” иттереп биткә тейҙерә. Бына шул ғәләмәт нәмә бөтә ил буйынса тарал­ғандыр. Әле килеп, бәләкәй саҡтағы ҡоралдарын мәңгеләштерергә булғандар, ахыры, танкка ҡушҡандар. Сит илдәр “Леопард” (Германия), “Меркава” (Израиль), “Абрамс”, “Лекрерк” (Америка менән Франция билдәле генералдары хөрмәтенә атаған булған) кеүек ҡолаҡҡа ятышһыҙ исем ҡушһа, беҙҙекеләрҙеке ҡысҡырып тора – Т-72Б “Рогатка”. Әйтер­һең дә, бала саҡтағы “эрзинкә ҡо­рал” тағы биткә килеп тейҙе һәм… йылмайтты. Танк нимә, гранатометтар ҙа зәһәр беҙҙең. “Подкидыш” тигәнен ишеткәнегеҙ бармы? Ташлан­дыҡтар ғына ошо һүҙ менән йөрөтөлмәй ул, ә сәпкә тейгәс, гранатаны 2 – 3 метр өҫкә бәреп ебәреп, шартлатҡан хәрби техникаға ла килешә.

Буратино, һин йәшәйһең әле…

Бала саҡты иҫләгәс-иҫләйек инде. Тағы бер нәмә хәтерҙә ҡалған. Ул да булһа, ағас малай – Буратино хаҡындағы әкиәт. Карло-атай бик оҫта булғас, утын ағасын ала ла, малай эшләй. Шулай башлана мажара. Был әкиәтте яратыусылар күп булғандыр. Онотмаҫҡа була, бәғзе өлкәндәр яратҡан “уйынсыҡ”тарына ҡушҡан шул персонаж исемен. Донъяла иң ҡеүәтле 30 көбәкле үҙйөрөшлө огнемет тап шулай атала бит – ауыр огнемет системаһы ТОС-1 “Буратино”. Тик ҡайһы ере ағастан эшләнгәндер, уныһы “автор”ҙарына мәғлүм. Мәгәр Омскиҙың Машиналар эшләү буйынса конструкторлыҡ бюроһында һигеҙ йыл буйы “тыуа” ул. 1980 йылда комплекс дәүләт һынауын уңышлы үтә һәм 1988 – 1989 йылдарҙа Афғанстанда файҙаланыла. Уның утлы “ауыҙ”ынан кеше түгел, афған тауҙары дер һелкенеп торғандыр.

«Катюша», бәр шуларға батмус менән

Тик торғандан күңел бер йырҙы ҡабатлайсы. Русса бит әле ул, етмәһә.
Расцветали яблони и груши,
Поплыли туманы над рекой.
Выходила на берег Катюша,
На высокий берег, на крутой…
Аптырарһың. Һүҙ бит ҡорал тураһында ине. Йырҙың ни ҡыҫылышы? Катюша… Һы. Белгәндәр көлөп ҡуйғандыр – Бөйөк Ватан һуғышында “Катюша” тигән шәп хәрби машинабыҙ булған да инде! Одессала уға арнап стела ла ҡуйылған. Тап әлеге йыр арҡаһында алған шул атаманы күп дошманды юҡ иткән пушка.
“Катюша” бик илһамландырғандыр, аҙағыраҡ та оҡшашыраҡ ҡоралдарға “Ванюша”, “Андрюша” тип исем ҡушҡандар.
Ап-анһат. Анһат тигәндән, шул исемле вертолет барлығын беләһегеҙме? Алыҫта түгел, үҙебеҙҙең ут күршелә – Татарстанда – сыҡҡан ул. “Ансат”, аңлашылыуынса, яп-ябай, ғәҙәти, ике двигателле күп маҡсатлы 7 – 9 урынлы вертолет ул.
“Батмус” тигән минометыбыҙ бар. Ошондайҙарҙы теҙеп парадҡа сығарһаң, “Сана”һы ла эргәһендә киләсәк, ҡитға-ара “Маладис” (“Молодец”) баллистик ракетаһы, “Фан­тасмагория” тигән ракеталар менән идара итеүсе контейнер системаһы, “Конден­сатор” үҙйөрөшлө орудиеһы аллы-артлы гөрһөлдәп барасаҡ. Һанай китһәң, арыу уҡ йыйыла икән ҡоралдар. Бына байлыҡ!

Әйткәндәй

Беҙҙең полицияның да ҡул осондағы ҡоралдары бик шәп атамалы. Был һөнәр эйәләре, кем әйтмешләй, “тучны” юморист.
Һанайбыҙ һәм йылмаябыҙ: “Ласка” электрошокеры, “Аргумент”, “Сюрприз” резина суҡмарҙары, “Наҙлылыҡ”, “Прикол”, “Гөлләмә” ҡул бығауҙары, “Шаман” маскировка кейеме, “Фонтан” шартлауҙан һаҡлағысы, “Уют” ярсыҡтар­ҙан һаҡланыу юрғаны, “Сирень” газ баллонсығы һ.б., һ.б.


Фекер

Сергей ШОЙГУ, Рәсәй оборона министры (былтыр Крас­ноярскиҙа студенттар менән осрашыу­ҙағы сығышы):
– Рәсәй донъяла иң заманса ҡоралға эйә, күп илдәргә бындай кимәлгә етеү ауырға төшәсәк. Беҙ ҡеүәтле ядро һәм ракета ҡалҡанына эйәбеҙ, меңәрләгән берәмек авиация средствоһы, үҫешкән заманса ракета һәм һауа һөжүменә ҡаршы системалар, донъяла тиңе булмаған самолеттар бар.
Рәсәй ҡоралын сит илдәр ҙә һатып ала. Тауар күләме артҡандан-арта. Ҡорал һатыу буйынса Рәсәй донъяла икенсе урында тора. 2020 йылға тиклем ҡорал һәм хәрби техника алыуға 22 триллион һум аҡса тотоноласаҡ. Оборонаны модернизациялауға 3,32 триллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

һандар һәм факттар

Нимә тип кенә аталмаһын, ҡорал ҡорал инде ул. Һәр кемгә лә хәүефле. Эш исемдә түгел шул. Ә ҡоралдар бөгөн ҡеүәтле. Хатта патрондарға исем бирәләр. “Аждаһа һулышы” ғына ла ни тора! Был патрондар һуғышта ҡулланылмай, рөхсәт юҡ.
“Металл шторм” кеүек атама рок музыкаһы төркөмөнә бик ярап ҡала һымаҡ. Ысынында был – кешелек уйлап тапҡан иң ҡурҡыныс ҡорал системаһы. Ни өсөнмө? Сөнки ул бер минутта миллион пуля сығара. Секундлап һанаһаҡ, 16 мең пуля! Сәпкә бер миллиметр ҙа ситкә яҙлыҡмай, теп-теүәл барып тейә. Был ҡоралды ҡулланғанда, әгәр ҙә теймәһә, тигән һорау бөтөнләй ҡуйылмай.
Күләмле шартлау боеприпастары ла бар. Бер шундай бомба тотош биҫтәне юҡҡа сығара һәм унан ситтәге кешеләргә лә тәьҫир итә. Шартлау тулҡыны үлемесле. Айырыуса үпкәгә йоғонтоһо көслө. Кеше шартлауҙан иҫтән яҙмай, ә бер нисә секундта тонсоғоп үлә. Икенсе төрлө был ҡоралды “үпкә шартлауы” тип атаһалар, моғайын, һуғыштар шундуҡ туҡтар ине.

Сығыу ваҡыты 16-01-2015, 11:29 | Ҡаранылар: 2014
|
  • Өфө урамдарына ҡолаҡҡа ятмаған атама биреү модаға инде
  • Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үҙенсәлекле коллекция йыйыусы ҡулға алынды
  • һандар һәм факттар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM